+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һин кемдең ҡыҙы әле?

Беҙ бәләкәй саҡта бөтөн кеше колонкаға һыуға йөрөнө. Тотоноуға, йыуыныуға ғына йылғаға төшөлә ине.
Өйгә түгел, үҙемә урамда өй төҙөп уйнаған еремә көйәнтәләп һыу ташып тәтәйҙәр йыуып мәсенә торғайным. Һөйләгәнем булды бит, бәләкәй генә сирпәктәрем, атайым бөгөп эшләп биргән аҡ көйәнтәм барлығын.
Йыш ҡына күрше-тирәләр сиратҡа йыйылып һыу ала инек баяғы колонканан. Файза инәйемдең бабайы Хажмөхәмәт апа, күк атын егә лә, күп итеп бидондар тейәп теге колонкаға килә ине. Колонка өҫтөндә оло тимер ята, бер ситенә баҫһаң икенсе яғы "таңҡ" итеп күтәрелә торғайны. Нисек ҡурҡмағанмын шунда төшөп китәм тип, хәҙер генә уйлап ҡурҡып ҡуям.
- Ҡана , ҡыҙым, үҙем алып бирәйем һыуыңды. Йә төшөп китерһең, - тип апам биҙрәләремә һыу тултырып тоттора торғайны. Һыу тулған арала:
- Һин кемдең ҡыҙы әле?- тип һорар ине гел.
Мин маһайып ҡына,
- Айраттыҡы, - тигән булам.
- Эйй, үҙемдең ҡыҙым икән дә, Айраттың ҡыҙы эшкингән икән, - тип ебәрһә, бөтөнләй танауым сөйөлөп, ҡыуанып ҡайтып китә торғайным. Ҡайтам да, шуны оло хәбәр итеп әсәйемә һөйләйем. Имеш тә, Хажмөхәмәт апам мине танымай икән дә, һыуға барған һайын атайым кем булыуын һораша икән.
- Танымай тормайҙыр инде апаң, юрамал һине ҡыҙыҡ күреп һөйләндерә инде, - ти ине әсәй.
Ҡыҙыҡ күреп... һыы... улай ҙа һорайҙар микән ни...? - тип уйлап ҡуя инем...
Унан ҡала "һырттағы" Хәмитйән апа мине шаяртыр ине. Ул фермала скотник булды. Мин әсәйгә эйәреп барһам, арбаһынан силос бушатҡан арала минең кем ҡыҙы булыуымды һорашыр ине. Мәрәкә күргәндер инде минең бытыйлыҡты.
- Һин Айраттың ҡыҙымы ни? Ааһ, ул ни бая тракторы менән үтеп китте, эргәһенә матур ғына ҡыҙ ултыртып алған ине. Ҡулына шикалат, пишенйә тотторған. Дәәә, һин йөрөп ҡалдың бит бындаа... атаң һары сәсле тәтәй ҡыҙҙы ярата инде хәҙер, - тип үртәп тә ҡуя ине.
Еңмешләнеп атайымдың һары сәсле матур ҡыҙҙы алып йөрөмәүен иҫбат итеп маташа инем...
Атайым мәрхүм булғас та, шул уҡ колонкаға һыуға йөрөнөм, әсәйгә эйәреп ферма юлын тапаным. Тик, осраған апаларым баҫалҡы ғына һаулығымды ҡабул итеп алһалар ҙа, һин кемдең ҡыҙы әле тип һорауҙы ҡуйҙылар. Уйсан ҡарап һыу ағышын күҙәткән Хажмөхәмәт апам ауыҙынан ошо һорауҙың яңғырарын тилмереп көтһәм дә, биҙрәләремде шым ғына көйәнтәмә элеүҙән ары китмәй ине...
Хәмитйән апа ла, гүйә әүәлге ут шаянлығын юғалтҡандай, баш баҫып малдарға аҙыҡ тарата ла, янында остандап өйрөлгән миңә моңһоу бер ҡараш ташлап сыға ла китә ...
Аҙаҡ әсәйемдең юҡ-юҡта, "атаң ғошап", "атаң балаһы" тигәнен, ҡайһы бер ауылдаштарҙың "атайыңа тартҡанһың" тигән һүҙҙәрен үҙемә дан итеп ҡабул иттем, яраттым. Шул тиклем ғорурланырлыҡ кем ине һуң һинең атайың тигән һорау тыуыр кемдәлер. Минең атайым заманы өсөн министрға тиң председатель дә, зоотехник та түгел, ә ябай тракторист булды...
Бөгөнгө атайлы атайһыҙ балалары күп заман өсөн минең яҙған һүҙҙәр сәйер ҙә тойолор. Шуны ла өҫтәйем, атайҙы бер ниндәй байлыҡ та, шул иҫәптә аҡса ла алмаштыра алмай. Быны мин, ғүмер буйы атаһы исеменә һыйынып, йыуанып йәшәгән, атай ҡыҙы әйтә...

Миңзәлә Сирғалина

 

Автор:
Читайте нас: