– Мөхәббәт – ғүмерлек, Аллаһ – мәңгелек, тигәндәрен ишеткәнем бар. Ир менән ҡатын – бер бөтөн. Булаһы ирем ниндәй иманда, мин дә шул иманда.
Артабан ҡыҙ шулай һамаҡлаған, ти:
Мин һинең яртың булайым,
Мин һине яратыр булайым,
Ни әйтһәң, тыңлар булайым,
Әйткәнеңде йыҡмаҫ булайым;
Ҡолағыңда алҡаң булайым,
Тамырыңда ал ҡан булайым,
Кәрәк саҡта ҡалҡан булайым,
Ашың бөтһә, талҡан булайым;
Сәстәреңә биҙәк булайым,
Иҙеүеңдә һиҙәп булайым,
Күҙҙәреңә керпек булайым,
Ил эсендә күркең булайым;
Һин юғыңда бер кем булмайым,
Һин булмаһаң, бер көн тормайым,
Һин – ҡояшым, һин – айым,
Ҡара үҙеңдең яйың.
Уғыҙ әйтә: «...Һинән башҡа алмам бүтәнде, эҙләгәнем һинһең күптәнге». Шулай итеп, егет менән ҡыҙ уртаҡ тел таба, күңелдәре, имандары менән бер була. Бөтә ил менән шаулатып туй үткәрәләр, ысын күңелдән һөйөшөп, ҡыуанышып донъя көтөп алып китәләр. Ире – ҡолаҡ икән, ҡатыны – уның алҡаһы, ире – күҙ икән, ҡатыны – уның керпеге...
Сәлимйән Бәҙретдинов