+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ ижады - сакраль әйбер

Халыҡ мираҫы ‒ сакраль әйбер

 
Был һөйләшеүҙә оҙаҡ йылдар дауамында һеҙ әҙерләп алып барған “Хазина” тапшырыуы хаҡында телгә алмау мөмкин түгел, әлбиттә… Нисегерәк башланып китте был эш?
 
 
Юлай Ғәйнетдинов. Ул рәсми рәүештә 1991 йылдың 21 июлендә башланды тип әйтергә мөмкин. Шул көн мин телевидение штатына эшкә килдем. Элегерәк тә халыҡ ижадына бәйле тапшырыуҙар аҙ икәненә иғтибар итә торғайным. Был хаҡта “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының ул саҡтағы генераль директоры Салауат Әмирхан улы Килдинға әйтмәй булдыра алманым. Ул миңә ышанысын белдереп, йәшел ут бирҙе. “Хазина” ижад берекмәһе шулай барлыҡҡа килде. Иң тәүге тапшырыуҙы Сөләймән Абдуллиндан башланым. Оло йәштәге халыҡ ижады маһирҙары менән тапшырыуҙар эшләп өлгөрөү маҡсаты тора ине минең алда. Хоҙайға шөкөр, байтаҡ шәхестәребеҙҙе мәңгеләштереп ҡалыуға өлгәштек. 300-ҙән ашыу яҙма телевидение фондында һаҡлана хәҙер. Улар цифрлаштырылған. Ютубта ла бар. Алға китеп шуны әйтәм. Был эште бөгөн дә дауам итергә иҫәп тотам. Ул осорҙа күп нәмәләр хаҡында әйтергә ярамаған, шул сәбәпле шәхесте тейешле кимәлдә аса алмаған саҡтар булды. Бөгөн уларҙы әйтергә мөмкин. Шуға ла күптән түгел Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы директоры Шамил Булат улы Ишемйәровҡа “Хазина”ла “Хазина” хаҡында” тигән цикл өҫтөндә эшләргә теләүемде белдереп мөрәжәғәт итеп, ыңғай яуап алдым. Был цикл хәҙер эфирға сыға башланы ла инде.
 
Башҡорт халыҡ ижадын тергеҙеү, уны халыҡҡа еткереү хыялы күңелгә һис тә тынғы бирмәй. Мин, хыялый, берәй мөғжизә килеп сығып, ваҡыт арауығын үтеп, Буранбай, Ғәбит сәсәндәр, Мөхәмәтша Буранғоловтар менән “Хазина” тапшырыуы эшләп булһа ине тип тә уйлап ҡуям. Беҙҙең халыҡ ижады өлгөләрен быуындан-быуынға тапшыра килгән шәхестәр ‒ ябай ғына кешеләр түгел бит. Хоҙай бәндәләре, йәғни шул миссияны тормошҡа ашырыр өсөн тыуған заттар бит улар. Күҙ алдына килтерегеҙ әле, Ғәбит сәсән “Урал батыр”ҙы һөйләгәндә, туҡтаһа, ары дауам итә, шул ваҡиғалар шауҡымынан сыға алмаған. Оҙаҡ ҡына һалҡын һыу эскән. Шунан ҡурайын ҡулына алған, әллә күпме көй уйнағас ҡына йөрәге баҫылған. Быны ул күңеле менән ундағы герой ҡайҙа − шунда йөрөүе, йәғни шундағы ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнауы, шул тойғоларҙы кисереүе менән аңлатҡан. Был үҙе бер мөғжизә түгелме ни?!
 
Ә тыңлаусы Мөхәмәтша Буранғолов та яҙып ала алмай. Ғәбит сәсән менән бергә ваҡиғалар уртаһында ҡайнай, әҫәрләнеп ултыра. “Урал батыр”ҙы дүрт ай дауамында тыңлап, күңеленә һеңдерә лә һуңынан ғүмер буйы тиерлек күңеленән сығарып ҡағыҙға теркәгән. Ә бит Ғәбит сәсән теләһә кемгә түгел, үҙенең лайыҡлы алмашсыһы булырҙай кеше булғанға ғына ла “Урал батыр”ҙы тап Мөхәмәтша Буранғоловҡа бәйән иткән. Улар араһында рухи бәйләнеш булған тигән һүҙ был. Халыҡ ижады ҡомартҡылары билдәле бер кешенән билдәле бер кешегә тапшырыла торған мөғжизә шул бына. Тапшыра торған кеше кәрәк. Ул изге, хәҙергесә әйткәндә, сакраль әйбер. Ундай мираҫты кәрәкле урында, кәрәкле мәлдә, кәрәкле кешегә генә тапшырыу талап ителә. Бына шуның арҡаһында ла “Урал батыр” беҙгә килеп еткән.
 
Һәм ҡурай менән дә шул уҡ хәл. Ысын ҡурайсы, боронғо ҡурайсылыҡ оҫталығы ла шәхестән шәхескә тапшырыла. Ҡурайҙың коды бар. Уны тота килеп кенә уйнап булмай. Ул код – һинең ҡаныңда, башҡорт рухлы булыуыңда. Ысын башҡорт рухы юҡ икән – ҡурайсы ла юҡ.
 
Халыҡ йырҙары менән дә шул уҡ хәл. Ә инде беҙҙең иң ҡатмарлы йырыбыҙ – “Урал”. Уны анһат ҡына йырлап була, “Буранбай” түгел дә инде, тиеүселәр яңылыша. “Урал”ға башҡорт халҡының тарихы һыйған. Әҙеһәм Исҡужин, Сөләймән Абдуллин, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Иншар Солтанбаевтар башҡарыуында “Урал”ды күҙ йәше менән тыңлайым. “Урал”дың да коды бар! Уны теләһә кем йырлай алмай, йырлауын йырлар ҙа тик “Урал” булмаҫ...
 
(әңгәмәнән өҙөк)
 
Халыҡ  ижады - сакраль әйбер
Халыҡ ижады - сакраль әйбер
Автор:
Читайте нас: