Үҙем руль артында йөрөгәс, Башҡортостандың матур ерҙәрен йөрөтөп күрһәтергә тип, пландар ҡорҙом. Был да үҙҙәренә, “томанлы Альбион”ға саҡыра бит әй! Интернеттан ҡарап, Лондонға самолетҡа хаҡты белештем дә, ергә “шап” итеп ҡалдым. Хыялдар селпәрәмә килде... Унда барыр өсөн бик ҙур сумма кәрәк икән дә баһа! Ә минең балалар бишәү, ул ваҡытта әле ҡыҙҙар ҙа кейәүҙә түгел ине... Бишеһе лә уҡый: кемдәре вузда, кемдәре мәктәптә... Бер нисә йыл аҡса йыйып, кредит алып ҡына бармаһаң инде... Юҡ, булмай. Ныҡлап быны саҡыра башланым. Тегенең иленән балаларыма шәп әйберҙәр заказать иттем... Ярай әле аҡсаһын ебәрмәгәнмен! Эй, ебәрер ҙә инем, доллар юҡ бит – ҡулда ла, картала ла!... Ярыҡ ялғаш янында ултырып ҡалаһы инем долларым булһа! Шунан әйҙә үҙебеҙ тураһында ябай ғына итеп, смс тауыш менән һөйләйек, тип тәҡдим иттем. Үҙем белгәнсә ғаиләм, балаларым тураһында һөйләп,тауышлы хат ебәрҙем дә бынан көтәм. Ебәргән был. Әллә мине бөтөнләй алйот тип һананымы икән, бер бизнесмендың йыйылышта һөйләгән телмәрен ебәргән! Аңлап ҡалдым был ҡатындың алдаҡсы икәнен. Интернетты яҡшы белгән бер кешенән тикшерттергәйнем, беләһеңме кем булып сыҡты – танышым, улай ғына ла түгел, туған тейешле ҡатын! Так что, һеҙҙе лә тикшереп, серегеҙҙе һорап, аҡса таптырып ултырырға мөмкиндәр... Һаҡ булығыҙ, Наилә әйтмешләй, һеҙгә нимәгә ул океан йә диңгеҙ аръяғындағы дуҫтар! Эргәбеҙҙәгеләрҙең ҡәҙерен беләйек! 😙
Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева