Ә һүҙҙәр бит ул бик күп һәм Ҙууур мәғәнәгә, Ҙууур көскә эйә!
Ә йыр нимәнән ғибәрәт?
Йырҙың һүҙҙәре нимә тураһында һөйләй?
Шатлана, илай, ҡайғыра, һөйөнә, йәки...
Йырҙың авторы ни әйтергә теләй...
(Шуны ла әйтергә кәрәк, йыр авторҙары күп ваҡытта хатта бөтөнләй ситтә тороп ҡалалар...)
Ошо һүҙҙәргә тура килтереп композитор көй яҙа. Аранжировка эшләй һәм уны башҡарыусы сәхнәгә йәки радио- елевидениеға, ғөмүмән тамашасыға, тыңлаусыға хөкөмгә сығара...
Тыңлаусы, тамашасы уны нисек ҡабул итә???
Йыраусы йырҙы нисек алып барып еткерә ала - ошонан ғибәрәт...
Еткерә аламы?..
Әллә йырҙы йырлап бөткәнсе, тамашасы арып, хәлдән тайып, уфффф, тиҙерәк кенә йырлап, сығып китһен инде, тип ултырамы...
Ҡайһы берҙә подтанцовка менән сығалар. Улары шул тиклем тоҙһоҙ була, йырҙы тыңлай алмайһың, сөнки йырсының артында ла, алдында ла бальный ҡыҫҡаҡ күлдәк кейгән ҡыҙҙар егеттәр менән боттарын юғары күтәреп, һикереп йөрөйҙәр...
Ошо һанап киткән сәхнә, йыр, һүҙ мәғәнәһен, ҡанундарын тамашасыға матур итеп, түкмәй-сәсмәй генә алып барып еткерер йырсыларыбыҙ күп түгел...
Һәм мин ошо #ГөлшатҒайсина менән #ВенерКамалов башҡарған йырҙы инде нисәмә йылдар иҫем китеп тыңлайым, ҡарайым һәм һоҡланып туя алмайым! Тыңлаған һайын тыңлағы, ҡараған һайын ҡарағы килә. Ә улар был йырҙан кәнфит эшләйҙәр. Эйе, тәмле! Сөнки тамашасыға алып барып еткерә беләләр, сәхнәлә йәшәйҙәр! Ә сәхнәлә йәшәргә кәрәк!!! Гөлшат, Венер! 👍
Мәрйәм Закирйәнова
https://vk.com/video139615169_456241126