+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ризаитдин Фәхретдинов нәсихәттәре. Иҡтисад (аҡса тота белеү)

Аҙ ғына бурыс та, кейемдәрҙә булған йыртыҡ кеүектер. Ваҡытында күрелеп ямалмаһа, һаман ҙурайыр.


Аҡсаһы һәм дәүләте күп кеше бай түгел, иҡтисады булған кеше бай була. Шуның өсөн файҙаһыҙ ерҙәргә, харам урындарға бер тин булһа ла аҡса сарыф итмәгеҙ. Бындай урындарға сарыф итәсәк аҡсаларҙы янығыҙҙа һаҡлағыҙ, йыйығыҙ, киләсәктә зарары булмаҫ.


Өй идараһында булған аҙ ғына бурыс та, кейемдәрҙә булған йыртыҡ кеүектер. Ваҡытында күрелеп ямалмаһа, һаман ҙурайыр. Шуның өсөн көтәсәккә нәмә алмағыҙ, әгәр зарур булып алынһа, аҡсаһын ашығып тапшырырға тырышығыҙ. Өҫтөгөҙгә бурыс өймәгеҙ. Әҙәм балаһын ваҡытһыҙ ҡартайтасаҡ нәмәләрҙең береһе — бурыс.


Аҡсаның ҡиммәтен, нәмәнең хаҡын яҡшы белегеҙ һатыу- алыу ваҡытында алданмағыҙ. Кәрәк нәмәне, мөмкин булһа, үҙегеҙ ҡарап алығыҙ. Кәрәкмәгәндәрен арзанлығына ҡыҙығып йәки тик йыһаз булғаны һәм матурлығына ҡарап һатып алмағыҙ. Бындай әйберҙэрҙе алыу ни ҡәҙәре арзан хаҡлы булһа ла ҡиммәттер.

 Керем һәм сығымдарығыҙҙы бер дәфтәргә яҙығыҙ һәм һәр ваҡыт был дәфтәрҙе күҙ алдында тотоғоҙ. Бындай дәфтәрҙәр иҡтисад аршины һәм сара үлсәүе булыр. Сөнки кеҫәһенән сыҡҡан аҡсаларҙы күреп торғанда, кәрәкмәгән урындарға биреүҙән һәр кем һаҡланырға теләй.


Сығымдарҙы килемдәрҙән артыҡ итмәгеҙ, ҡара көн өсөн һәр айҙа аҙмы-күпме булһа ла, кеҫәгеҙгә беректерә барығыҙ. Был күңелгә рәхәтлек килтерер һәм тырышлыҡҡа сәбәп булыр. Сығым артыҡ булһа, күңелгә хәсрәт була һәм ҡанды боҙа


Зарур булмаһа, бурысҡа алмағыҙ. Мәжбүр булмаһа йәки яҡшы белмәгән кешеләргә бурыс бирмәгеҙ. Бигерәк тә халыҡ араһында кейенеп, күкрәк киреп йөрөүселәргә һәм ҡорһаҡтарын ҡунаҡ итеүселәргә, ҡатындарын дәрәжәләренән тыш кейендереүселәргә бер тин дә бирмәгеҙ


Вәғәҙәләшкән ваҡыт еткәс, аласағығыҙҙы уйнап-көлөп түгел, ысын һүрәттә һорағыҙ. Бирәсәгегеҙҙең ваҡыты етеп, бирергә көсөгөҙ булмаһа, матур итеп сәбәбен аңлатығыҙ, ғәфү үтенегеҙ.

Тейешле сара
Ваҡытты ҡуллана белгән кеше малды сарыф итә белә, йәғни бер минут ваҡытты ла бушҡа үткәрмәгән кеүек, бер тин аҡсаны ла урынһыҙ ергә ебәрмәй. Шуның өсөн ваҡытығыҙҙы һәм малығыҙҙы исраф итмәгеҙ, уйлап эшләгеҙ. Ахмаҡ кешеләр кеүек аҡсағыҙҙы һәм ваҡытығыҙҙы донъяла һәм әхирәттә файҙаһы булмаған нәмәләргә исраф итмәгеҙ.


Мал ни ҡәҙәр күп булһа ла, ғүмер ни ҡәҙәр оҙон булһа ла, уйлап эшләмәһәң, яҙ көнөнөң ҡары кеүек иреп бөтөр, исеме лә, эҙе лә ҡалмаҫ . Тейешле сара күрелһә, аҙ ғына мал да бәрәкәтле, ҡыҫҡа ғына ғүмер ҙә файҙалы булыр. Ошоноң өсөн планлы донъя көтөгөҙ. Планлы йәшәгеҙ. План менән эш итегеҙ.


Исраф иң хөрмәтле ғаиләләрҙе лә боҙа, иң бай өйҙәрҙе лә юҡҡа сығара, иң бөйөк урындарҙан түбән төшөрә һәм иң шөһрәтле фамилияларҙы харап һәм фәҡир итә. Шуның өсөн исраф итеүҙән бик һаҡланығыҙ, һәр эшегеҙҙә иҫәпле булығыҙ.


 Планлы кешенең малы аҙаймаҫ, һаран кеше ас ҡалыр. Исраф итеүсе ауырыр, фәҡир булыр. Шуның өсөн аҡса сарыф итеүҙә һаран дәрәжәһенә төшмәгеҙ. Ләкин исраф та итмәгеҙ. Иҫәпле һәм планлы булығыҙ.


Фәҡир булған хәлдә бай булып күренмәгеҙ. Бай булған хәлдә, фәҡир һүрәтендә йөрөмәгеҙ. Булғанығыҙ кеүек күренегеҙ, күренгәнегеҙ кеүек булығыҙ. Үҙегеҙҙән ҡаласаҡ ҡатындарығыҙҙың ирҙәре өсөн мал йыймағыҙ, ошо һүҙҙәр менән ғәмәл ҡылыу тейешле сара була.
                               Байлыҡ – ярлылыҡ ҡағиҙәһе
 Мал — донъя тормошо өсөн зиннәт һәм әхирәт мәртәбәләрен кәсеп итергә сәбәптер. Шуның өсөн малығыҙҙы үҙегеҙгә донъяла шәрәф килтерәсәк һәм үлгәс, матур исем менән иҫкә алдырасаҡ урындарға сарыф итегеҙ.


Әгәр мал Аллаһы Тәғәлә хәҙрәте бойорған рәүештә сарыф ителмәһә, бәндәне аҙаштырырға сәбәп була. Шуның өсөн малдың затын һөймәгеҙ, Аллаһы Тәғәлә хәҙрәте риза булмаған урындарға сарыф итмәгеҙ.


Бәндәнең Аллаһы Тәғәлә хәҙрәтенә тоташтырасаҡ дине һәм әҙәбе, ғилеме һәм гүзәл холҡо, донъя тулы малы булһа ла файҙаһы булмаҫ. Шуның өсөн малығыҙ ни ҡәҙәр күп булһа ла, дин тәрбиәһе алығыҙ, әҙәпле һәм гүзәл холоҡло булығыҙ.


Малығыҙ менән файҙалы китаптар алығыҙ, мөғәллимдәргә вазифа бирегеҙ, үҙегеҙ һәм ғаилә хәжәттәрен башҡарығыҙ. Тейешле ерҙәргә Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн ғәҙел саҙаҡа һәм һәҙиә бирегеҙ. Дин һәм милләт файҙаһына сарыф итегеҙ.


Аллаһы Тәғәлә риза булмаған урындарға, ахмаҡтар файҙаһына, насар урындарға, боҙоҡ холоҡло кешеләрҙең маҡтаныуҙарын ишетеү өсөн бер тин дә бирмәгеҙ. Бындай урындарға мал сарыф итеү әҙәм балаһының хөрмәтен ебәрә, иғтибарын юғалттыра, динен дә боҙа.


 Донъяғыҙ тар булһа ла Аллаһы Тәғәленең рәхмәтенән өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ, иркен булһа, аҙғын һәм шәһүәт әсире булмағыҙ. Байлыҡ бер айлыҡ икәнен һәм күп бай фамилиялар аҙғынлыҡтары сәбәпле иң фәҡир булып ҡалғандарын иҫегеҙҙә тотоғоҙ.


Фәҡирлек ғәйеп һәм ғәрлек түгел, кәсеп итергә көс етешмәгәнлек һәм кәсеп закондарын белмәгенлектер, башҡаларҙан һоранып йөрөргә мәжбүр булыу ғәйептер. Шуның өсөн бер тарафтан фәҡирлек баш күрһәтһә, һеҙҙе икенсе яҡтан кәсеп итергә башлап, фәҡирлек менән көрәшегеҙ. Ғәйрәтегеҙ һәм Йәнәб-и Аллаһтын рәхмәте күләгәһендә фәҡирлекте еңеүегеҙ ихтимал. Нисек булһа ла, һоранып йөрөмәҫлек ҡәҙәр ризыҡ табырра тырышығыҙ. Был турала, зинһар, иҫәпкә алығыҙ.


 Бай булыу өсөн артыҡ ашыҡмағыҙ. Аҡса затын һөймәгеҙ. Тота белеп тотһаң, аҙ байлыҡ та етә. Ләкин кешеләргә йөҙ һыуы түкмәҫ ҡәҙәр көс хасил итер өсөн, арыҫландан ҡасҡан кеше кеүек, ашығығыҙ.


Тырышып-тырышып та етәсәк дәрәжәлә байлыҡ хасил булмаһа, өмөтһөҙләнмәгеҙ. Холоҡ һәм фиғелдәрегеҙҙе төҙәтергә тырышығыҙ. Холоҡтоң төҙөк булыуы — үҙе олуғ байлыҡтыр. Байлыҡ менән ябылмаған хөрмәт һәм матур исемдәр күркәм холоҡ арҡаһында табылыр.


Аҡса затын һөйөү — иң ҡаты фәҡирлектер. Әҙәм балаһы аҡсаһыҙ фәҡирлеккә сабыр итер, әммә аҡса һөйөү фәҡирлегенә сабыр итә алмаҫ. Әгәр әҙәм балаһы аҡса һөйөү фәҡирлеге менән ауырыһа, бөтөн тормошо хәсрәтле була, кешелеге бөтә. Ҡара икмәккә туймай, баштарын ташҡа һалып ятҡан фәҡирҙәр күрмәгән мәшәҡәттәрҙе аҡса һөйөүсе бай фәҡирҙәр күрерҙәр. Һеҙ быны иҫегеҙҙә тотоғоҙ һәм, аҡсаһыҙлыҡ фәҡирлегенән артыҡ, аҡса һөйөү фәҡирлегенән ҡурҡығыҙ.


 Ғәҙәти рәүештә генә донъя көтөп үҙ хәленән риза һәм Йәнәб- и Аллаһтың биргән өлөшөнә итәғәтле, үҙенән түбәндәрҙең хәлдәренән ғибрәт алыусы кеше олуғ һарайҙарҙа, төрлө зиннәттәргә күмелеп тә, уҙенән юғарыларға ҡарап, улар кеүек булмағаны өсөн ҡайғырыусы кешенән күпкә бәхетлелер. Шуның өсөн һеҙ бәхетте байлыҡтан йәки ат, арба һәм олуғ һарайҙарҙан түгел, күңелегеҙҙең ҡәнәғәтле һәм йәнегеҙ тыныс булыуҙан эҙләгеҙ.


Донъялағы бөтөн маҡсатығыҙҙы мал йыйыуҙан ғибәрәт, тип уйламағыҙ, күҙегеҙҙе яҡшылап асып ҡараһағыҙ, мал йыйыусылар, бал ҡорто кеүек көн-төн хәсрәт татып йыйған хәлдә, ашаусылары башҡа була. Бәғзе кешеләр, йән тирҙәрен ағыҙып, ҡатындарының ирҙәре өсөн мал йыялар. Мал йыйыу әҙәм балаһында бер ауырыуҙыр, исраф йәки һаранлыҡ кеүек боҙоҡ холоҡтарға тоташтыра. Шуның өсөн башҡаларға мохтаж булмаҫлыҡ, ғаиләгеҙҙе гүзәл тәрбиә итерлек, ғилем, милләт һәм ғөмүми файҙаға сарыф ҡылыр ҡәҙәр мал әҙерләгеҙ һәм кәсеп итегеҙ, тапҡан малырыҙҙы ла донъя һәм әхирәттә файҙаһын күрерлек һәм фамилияғыҙға матур исем аласаҡ ерҙәргә үҙегеҙ сарыф итегеҙ.


 Аҡсағыҙҙы лоторейлы билеттарға бирмәгеҙ. Зинһар, отошло уйын уйнамағыҙ. Аҙ булһа ла, быларҙан башҡа кәсеп итегеҙ, бар ҡәҙәренә ҡәнәғәт булығыҙ. Белегеҙ: һэр ҡомһоҙ кеше фәҡир һәм һәр ҡәнәғәт кеше бай була.
96. Шәрәфте байлыҡ, аҡса йәки ат, арба һәм ер-һыуҙа тип нҫәпләмәгеҙ. Шәрәфлек — гүзәл холоҡ һәм тәрбиә, әҙәп һәм ғилемдәлер. Әгәр иғтибар итеп, күҙ һалһағыҙ, шуны күрерһегеҙ: холоҡтары боҙоҡ һәм тәрбиәһеҙ булғандары өсөн был донъяла күп байҙар рәхәтлектең ни икәнен белмәйҙәр һәм күп фәҡирҙәр ғилем һәм тәрбиәләре арҡаһында донъялағы сәфәрен рәхәт-рәхәт үткәрерҙәр.

 

Автор:
Читайте нас: