Һәр бер ҡатын ҡыҙ һәйбәт егеткә тормошҡа сығырға, балалар табып матур ғаилә ҡорорға һәм бәхетле ғүмер кисерергә хыяллана. Миндә шулай уҡ хыялландым. Балаларым күп булһын, итәгемә йәбешеп йөрөһөндәр тип әйтә торғайным гел.
Әхирәттәрем иҫләйҙер бәлки, Сибайҙа уҡығанда магазиндар буйлап йөрөгәндә, улар үҙҙәренә кейем һайлай, ә мин иҫем китеп балалар отделында йөрөй торғайным. Эй, ҡыҙыға инем бәләкәс ҡыҙҙарҙың күҙ яуын алырлыҡ кейемдәренә. Ҡыҙым булһа ҡурсаҡ шикелле кейендерермен ти торғайным.
Аллаһы Тәғәлә минең теләгемде ишеткәндер, доньяға береһенән береһе матур биш ҡыҙ килде. Теҙелешеп кенә һыу төшөргә сығып китһәләр, урамға сығып арттарынан күҙемдән юғалғанса ҡарап ҡала торғайным. Бәхетем мөлдөрәмә генә тулы ине, күңелем бөтөн ине. Ғүмерҙә лә уйламаным, бер заман барыһы ла емерелер һәм йөрәгем меңәрләгән ярсыҡтарға селпәрәмә килеп ярғыланыр, яраһынан бер туҡтамай ҡан һарҡыр тип...
Бер-бер артлы ике ҡыҙымды ерләгәс, донъяның аҫты өҫкә әйләнде. Ер шары үҙ күсәренән ысҡынып йәһәннәмгә төшөп китһә лә, ыһ та итмәҫ инем хатта! Тормош шул тиклем төҫһөҙләнде! Күҙҙәрҙе томан пәрҙәһе ҡапланы. Балаларымды һөйләп илап зарланып уҙғарған көндәрем төндәремдең иҫәбе юҡтыр. Түгелгән күҙ йәштәремде бергә йыйһаң диңгеҙ булыр ине. Кис йоҡларға ятһам, иртәнсәк уяна алмаҫмын һымаҡ тойғо була ине. Күҙҙәремде йомһам әллә ниндәй бушлыҡҡа осам, тертләп уянам. Ҡасан үлермен дә ҡасан ҡыҙҙарым эргәһенә китермен тигән тойғо менән йәшәнем.
Йәшәнем тип әйтеү дөрөҫ тә түгел. Йәшәмәнем мин, ә бары существовала. Ҡалған балаларым бар икәнен дә оноттом, бар нимәгә ҡул һелтәнем. Ғүмеремдә лә бер ниндәй иҫерткес эсемлек эсмәнем. Йәш саҡта ла эсмәнем. Ҡыҙым үлгәс, ҡайғы уртаҡлашырға араҡы тотоп килеүселәр ҙә булды. Ғәйепләп яҙмайым, уларға бик рәхмәтлемен. Кешенең кемлеге шундай ваҡытта беленә. Минең хәлемә инеп, мине әҙгә генә булһа ла ҡайғы һаҙлығынан һөйрәп сығарырға теләүселәргә рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ. Эсһәң еңелерәк була, эсеп ҡара тигәндәргә ҡаршы килмәнем, эсеп иҫерәм дә ятып илай торғайным. Араҡы ҡайғыны баҫа тиеү дөрөҫ түгел. Миңә киреһенсә ауыр була торғайны.
Гел генә илап, зарланып йөрөп булмай. Һәр кемдең үҙ тормошо, үҙ проблемалары. Гел зарланған кешенән туғандар ҙа, дуҫтар ҙа биҙеп китә. Күҙ йәштәреңде тыйып, хәсрәтеңде эскә йотоп, ҡайғыларыңды яңғыҙың кисерергә өйрәнәһең. Яйлап тормошҡа кире ҡайтаһың, башҡалар һымаҡ йәшәйһең. Йылмаяһың, көләһең бер ни булмағандай. Һинең эсеңдә ниндәй ут янғанын кем белһен?
Белмәһендәр ҙә! Мине моңһоҙ ғына бер бисә, бер нимәгә лә иҫе китмәй, уның кеүек пофигистка булһаң ине тип тә әйткәндәре бар. Көләм дә ҡуям.
Ҡайғыларҙы һәр кеше төрлөсә кисерә. Кемдер күтәрә алмай бөгөлә, кемдер йырып сығырлыҡ көс таба үҙендә. Бер ҡунаҡта бер өлкән инәй һөйләгәйне. Туғыҙ улымды ерләнем, бер үҙем ултырып ҡалдым, үлеп бөтөрҙәрен белһәм, тапмаҫ инем ҡороғорҙарҙы ыҙалап тип көлгән булып һөйләп ултырҙы. Эсендә ниндәй уттар янғанын кем белә инде һикһәнде ашаҡлаған инәйҙең.
Боронғолар белеп тә әйткәндәрҙер инде, күргәнгә түҙем бирһен, күрмәгәнгә күрһәтмәһен тип. Бала ҡайғылары кисерергә яҙмаһын инде берүк әсәйҙәргә. Донъялағы иң ҙур хәсрәт - балаңды юғалтыу.
Ҡайғы һаҙлығынан сығыу шул тиклем ауыр икәнен үҙ баштарынан үткәндәр генә белә. Сыға алмай батҡандар, сабырлығы етмәй эсеүгә һабышҡандар, һынғандар әҙме ни?
Ҡайғыңды эскә бикләп, сабыр итеп артабан йәшәргә ынтылыу ҙур көс талап итә. Ул әллә ниндәй батырлыҡ түгел. Бары тик ҡалған балаларыбыҙ хаҡына үҙебеҙҙе ҡулға алырға тейешбеҙҙер тип уйлайым.
Ҙур ҡыҙымдың юҡлығына 20 йыл булып киткән. 18 йылын илап үткәрҙем, әле бер ике йыл баҫылғаныма. Хәҙер иламайым. Фотоларын төпкә йәшереп бөттөм, сығармайым да, ҡарамайым да, уларҙы һөйләмәйем дә. Күҙ алдымдан китмәйҙәр инде, шул килеш һаҡланалар. Ҡайһы саҡ, булдымы шул ике балам әллә төш кенә булдымы тип уйлап ғәжәпләнеп ҡуям. Бер ниҙә ҡыла алмайым, ер аҫтынан тырнап ала алмайым, бер ниҙе лә үҙгәртә алмайым, күнергә һәм сабыр итергә генә ҡала. Ҡайғы һандығын ҡырҡ йоҙаҡҡа бикләп артабан йәшәргә ынтылырға кәрәк.
Ғүмер ҡыҫҡа ғына бит. Инде миңә 53 йәш. Ярты ғүмер үтелгән. Тағы күпме ҡалғаны бер Аллаһы тәғәләгә генә мәғлүм.
Инде ҡалған ғүмерҙе илап үткәргем килмәй. Ейәнсәрҙәрем бар, шуларға күңелем әүрәй, шуларға бауыр баҫам. Иң беренсе ейәнсәрем Аянаның тыуыуы мине күктәргә күтәреп, бөтә хәсрәттәремде онотторор көскә эйә булды. Шул бала мине тормошҡа ҡайтарҙы. Тормош ҡараңғы упҡын түгел, ә төрлө йәйғор нурҙарына сорналған икән. Йәшәү үҙе бәхет Өйөмә йәм инде, ҡот ҡайтты сабый менән!
Оло йәштәгеләр ейән-ейәнсәрҙәргә әүрәп кенә йәшәй ала. Йәшерәктәргә бәпәй табырға кәңәш итер инем. Сабый тыуыуы кешене тормошҡа кире ҡайтара, өр-яңынан йәшәй башлайһың.
Берәүгә лә шулайт, былайт тип аҡыл өйрәтеп булмай. Ҡайғылы саҡта кеше кешене ишетмәй ҙә, тыңламай ҙа, аңламай ҙа.
Балаһын юғалтҡан кешенең һәр ваҡыт хәлен белешер кәрәк. Ҡайғыһын уртаҡлашырға, саҡырырға, барырға. Яңғыҙын ҡалдырмаҫҡа. Шул саҡта уға еңелерәк булыр ине. Бер яңғыҙыңа һаҙлыҡтан һурылып сығыу ай һай...
Күпме ваҡыт, күпме көс талап ителә.
Башты ҡайҙа тығырға белмәгән саҡтар була, нишләргә, нишләргә, артабан ҡалайтып йәшәргә тип өҙгөләнгән ваҡыттар. Ә йырып сығырға кәрәк. Бәлки, ҡайһы бер ҡатындарға ситкә эшкә сығып килеү кәрәктер???
Эш кешене баҫа, уйларға ҡайғырырға ваҡыт булмай. Унан һуң, урын алмаштырыу кешене үҙгәртә. Ниндәйҙер стимул бирә. Бына мин Себерҙә ике йыл ғына йөрөп ташланым. Ә шул ике йыл минең тормошомдоң иң сағыу иң матур миҙгеле.
Ошо йөрөүемә, ошо йәшәйешемә шөкөр ҡылам. Донъяның ваҡ төйәгенә көймәҫкә тырышам.
Үҙемдең үҙгәртергә хәлемдән килмәгән хәлдәргә ҡағырмайым, көсөмдө сарыф итмәйем.
Кешеләрҙе күҙәтмәйем. Бары тик үҙ тормошомда ҡайнайым. Шул машина алған, был Турцияға барған тип сәсемде йолҡмайым. Ана, уның балаһы ҡалай йәшәп ята, минеке үлеп ята тип тә сәсрәмәйем. Балаларымдың үлеме һәм башҡа ауырлыҡтарҙы үҙемә Хоҙай тарафынан ебәрелгән һынау итеп ҡабул итергә өйрәндем. Ярышмай, кеше менән булышмай, көнләшмәй йәшәй алыу иң ҙур бәхеттәрҙең береһе ул.
Әсәйем мәрхүмә әйтер ине, берәүҙең дә ҡаҙаны буш түгел тип.
Балаларын юғалтҡан әсәйҙәргә күркәм сабырлыҡ теләйем. Бар йөрәгем менән һеҙҙең хәлегеҙҙе аңлайым, тик йыуатыу һүҙҙәренән тыш башҡа бер нисек тә ярҙам итә алмайым шул.
Шул тиклем смстар күп килә, ҡайһы берҙәрен уҡырға ла өлгөрмәйем. Мин дә әллә кем түгел, ябай ғына бер бисәмен. Кешеләргә аҡыл өйрәтеп ултыра алмайым. Үҙ башымдан үткәндәрҙе яҙам, әгәр бынан кемгәлер еңеллек килә икән, бик шатмын. Һине уҡыһам ҡабат йәшәргә дәрт уяна, йөрәгемә ял алам тигәйне бер ҡатынҡай. Рәхмәт инде. Тик мине артыҡ ҙурлап, аштырып шаштырып маҡтау ҙа кәрәкмәй. Ундай саҡтарҙа мин юғалып, уңайһыҙланып ҡалам. Ни әйтергә лә белмәйем.
Яҙғандарымды уҡып үҙегеҙгә берәй файҙаһы булһа фәһем алырлыҡ булһа мин ризамын.
Һәр ваҡыт әйтәм, артыҡ күккә сөймәгеҙ, йығылып төшкәндә миңә ҡыйын булыр тип.
Ауырлыҡтарға ҡарамай тормош дауам итә. Тере кеше тереклек итергә тейеш. Барлы юҡлы ғүмерҙе барыбыҙға ла именлектә-һаулыҡта, сабыр ғына матур ғына йәшәргә яҙһын!
Миңзифа
https://vk.com/wall-214754092_6170