+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ҮКЕНМӘ...

Үкендерә шул. Тормош бит. Бер ниндәй хатаһыҙ, дөп - дөрөҫ кенә итеп йәшәү, ғүмер итеү бирелмәгән беҙгә. Бәндә хатанан хали (азат) түгел. Уйлап, арҡырыһын - буйын ете ҡат үлсәп, ҡырҡ ҡат хисаплап - иҫәпләп сығарыу ҙа мөмкин түгел. Донъя был, уның үҙ бизмәне.

ҮКЕНМӘ...
ҮКЕНМӘ...

Минең дә үкенестәрем етерлек. Ваҡытында балама әйтелмәгән йылы һүҙҙәрем, кәрәк кенә саҡта һонмаған ҡулдарым, бәлки, берәй бәләне урап үтергә, берәй ҡазанан алып ҡалырға, берәй хата аҙымды атламаҫҡа ярҙам итер ине. Кем белә... Яҙмыштан уҙмыш юҡтыр, тиһәләр ҙә, сәбәп ит, тип тә әйткәндәр бит. Сәбәп ит, йәғни, берәй сараһын тап.
Үҙем дә щулай кәңәш бирәм ҡай саҡ яҡындарыма, туғандарыма, дуҫтарға аптыранған саҡтарында:
- Ҡалайтаһың, тип тик кенә ултырырға ярамай, сәбәп итергә кәрәк, - тигән булам.
Бер еңгәмдең миңә әйткән бер һүҙе етте бер саҡ.

Дүрт класс ҡына белемле, бик иртә әсәйһеҙ етем ҡалып, ҡағыла - һуғыла үҫкән ул. Аяғы, ҡулы зәғифләнеп бөтһә лә, ат шикелле һап-һау бисәләрҙән биш артыҡ донъя көттө еңгәй, үҙе кеүек ярты етем егеткә кейәүгә сығып, аҡыллы балалар үҫтерҙеләр, етеш тормошта йәшәнеләр. Ҡатышмаға һәйбәт булдылар, изгелексән, ярҙамсыл инеләр.
Икебеҙгә бер йәйҙә бала ҡайғыһы күрергә тура килде беҙгә. Ошо хәлдән һуң тағы ла яҡынайҙыҡ, ҡайғылаш, серҙәш булып киттек.

Бөгөнгөләй күҙ алдымда ул яҙғы иртә, күңелемә һеңеп ҡалған бер һүҙ һәр саҡ иҫемдә.
Кәртә артына быҙауҙарын ҡыуып сығарҙы ла беседканың эскәмйәһендә ултырған мине абайлап, эргәмә килеп ултырҙы. Илаған инем. Калушымдың үксәһе менән ерҙе тызыйым. Һораша, мине һөйләштерә еңгәй. Улымды төндә армияға килеп алып китеүҙәрен илай-илай һөйләп бирҙем, (ике көн ваҡыт бар ине әле) нишләп кенә шулайтманым икән, нигә генә былайтманым икән, тием, үҙем һаман илайым. Ҡаты ғына итеп яурыныма ҡағылды ла былай тине еңгәм:
- Үкенмә.
- Үкенмәйем дә ул.., - тигән булдым аптырап.
- Үкенмә. Йәнеңде ҡыйнап. Йөрәгеңде бөтөрөп. Имен-аман йөрөп ҡайтыр әле.
Эйе лә баһа! Үткәндәр генә урап ҡайтмай ҙа мәңгелеккә киткән ғәзиз балаң ҡайтмай.
Шулай. Үткәндәрҙә ҡалған үкенестәр өсөн, улар ғәзиздәребеҙгә бәйле булған тәҡдирҙә лә, башты ташҡа бәрерҙәй итеп үкенмәҫкә өйрәнә барҙым. Бер нисек тә төҙәтеп булмай бит ҡылынған ғәйеп-хаталарыҙы. Артабан йәшәргә кәрәк. Ә үткәндәргә - салауат.
Ҡалай хаҡлы булған Менәүәрә еңгәм:
- Үкенмә. Йәнеңде ҡыйнама.
Йәнде ҡайҙа ҡуйырға белмәгән саҡтарымда, үлгәнсе үкенермен инде, тигән мәлдәремдә йыуатыу итеп ҡабул итәм был һүҙҙәрҙе.

ТАҢ
Байым.
12.07.24.

Автор:
Читайте нас: