+17 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
15 Июля 2024, 18:57

Ниндәй бал файҙалыраҡ?

Ниндәй бал ҡайһы ауырыуҙан файҙалы? Белгестәр фекеренсә, һәр балдың организмға төрлөсә йоғонтоһо бар. Шуға күрә уны теге йәки был ауырыуға ҡарата ла төрөнә ҡарап файҙаланалар.

📌Саған балы.
[Һалҡын тейеүҙән, йөрәк-ҡан тамырҙары, нервы ауырыуҙарынан файҙалы. ЛОР органдарын һәм тире ауырыуҙарын дауалауҙа ла ҡулланалар.
📌Гәрсис балы.
Тын юлдары ауырыуҙарынан, шулай уҡ бәүел ҡыуҙырыу сараһы булараҡ ҡулланыла.
📌Ҡарабойҙай балы.
Аҡһымға һәм тимергә бай булыу сәбәпле, ҡан тамырҙарын таҙарта, зыян күргән туҡымаларҙың төҙәлеүенә булышлыҡ итә, гемоглобинды күтәрә. Ауырлы ҡатындарға һәм юғары кислоталы хроник гастрит менән интегеүселәргә тәҡдим ителә.
📌Каштан балы.
Ашҡаҙан-эсәк һәм бөйөр ауырыуҙарынан шифаһы тейә, имммунитетты һәм ҡан тамырҙарын нығыта.
📌Ҡыҙылхан үләне (кипрей) балы.
Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан һәм йоҡоһоҙлоҡтан ҡулланалар. Баш ауыртҡанда һәм йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә 2 – 3 ҡалаҡ балды бер стакан һыуға иҙеп эсергә.
📌Туҡранбаш (клевер) балы.
Гинекология ауырыуҙарынан, геморрой һәм астениянан.
Бәүел ҡыуҙырырға һәм ҡаҡырыҡты сығарыуға ярҙам итә.Йүкә балы.
Һалҡын тейеүҙән, тын юлдары ауырыуҙарынан, ашҡаҙан-эсәк тракты ялҡынһыныуынан файҙалы. Йөрәк мускулдарын нығытырға ярҙам итә.
📌Сәскә балы.
Микробтарға, вирустарға ҡаршы тороу үҙенсәлегенә эйә. Уны баш ауыртыуҙан, ашҡаҙан ауырыуҙарынан, йөрәк тибеше көсәйеүҙән, йоҡоһоҙлоҡтан һәм өҫкө тын юлдары ауырыуҙарынан тәҡдим итәләр.
📌 Көнбағыш балы.
Йөрәк ауырыуҙарынан, бронхиаль астманан, остеохондроздан, невралгиянан (айырыуса һалҡын тейгәндә) файҙаһы бар. Шулай уҡ тотош организмды нығытыу көсөнә эйә.
"Файҙалы кәңәштәр" төрөкөмөнән
 
 
Автор:
Читайте нас