"Таң һыуын көн тыумаҫ борон алалар"
Әсәй-өләсәйҙәребҽҙ таң һыуына барып, унда теләк теләп, шишмәләргә тәңкә ырғытҡанын, бит-ҡулдарын сайҡағанын әлҽ иҫләйҙҽр...
Тәңреселек заманынан ҡалған йола ул.
Ер, һыу Хоҙай тиңендә хөрмәт ителгән замандан.
Таңғы шишмә һыуын ала һалып ҡалыу йолаһы...
Өйҙәребеҙгә һыу үтеп, шишмәләргә йөрөү ихтыяжы бөткәс, тәбиғәттең был ҡөҙрәтен, халҡыбыҙҙың йолаһын онотоп барабыҙ... Тәбиғәттән айырылыу күпме ғөрөфөбөҙҙән, мөғжизәгә тиң тәбиғи бәйләнештән мәхрүм итә шул...
"Таң һыуы"
Таң һыуы(Таңһыу) — таң атҡансы, йәғни иртәнге намаҙға саҡырып әйтелгән аҙан тауышы ишетелеүгә саҡлы алына( кеше - фәлән, ҡош - ҡорт, мал - тыуар йөрөй башламаҫ элек). Һыуға барғанда таныш доға-сүрәләрҙе уҡып барырға, шул уҡ ваҡытта бҽр кем менән дә һөйләшмәҫкә кәрәк. Һыуҙы алғас, «Раббанә»нҽ уҡып, доға ҡылырға. Ҡайтҡан ваҡытта өндәшмәй килеү мотлаҡ түгел. Таң һыуы шаршамбы таңында алына. Һыуҙы 41 һауыт алырға кәрәк: нигҽҙҙә таң һыуына банка йә иһә, биҙрә менән барғандар; һыу алыу һауыты ролендә ҡалаҡ, тәрилкә, каса ҡулланылған. Һыу алғанда Ҡөръән сүрәләре — «Аятел-Көрси», «Нәс» — уҡыла, һыу алыусы ҡибла тарафына ҡарап(һауыт та ҡиблаға йүнәлгән булырға тейеш) алырға тейеш.
Алып ҡайтҡас: 41 бисмилла, 41 «Ихлас», 41 «Фәләҡ», 41 «Нас» сүрәләре менән өшкөрәләр. Аяттарҙы уҡып өшкөргәндә тының һыуға ҡағылырға тҽйҽш.
Өшкөргәндән һуң түбәндәге ырым әйтелә:
"Алты ала күҙ, биш ҡара күҙ, дүрт ҡуй күҙ, минең күҙем түгелдер, Ғәйшә-Фатима күҙелер, Тфү- тфү- тфү...»
"Бәрәкәт һыуы"
Таң һыуы алыу менән бер рәттән, «Бәрәкәт һыуы» тигән төшөнсә лә йәшәп килә. Таң һыуынан айырмалы булараҡ, әлҽге һыу, мотлаҡ, июнь аҙаҡтарында кисен, ҡояш батҡан ваҡытта ғына алынырға тейеш. Ошо ваҡыт борон түлһеҙ ҡатындар, ҡыҙҙар һыу ингән. Йәш ҡатындар һыуҙан түл, бала һораған.
"Бәрәкәт һыуы"н ҡайһы бҽр ҽрҙә Әрәпә (Ғәрәфә) һыуы тип тә йөрөткәндәр. Әрәпә һыуы тип иртәгә байрам тигәндә ҡойонған һыуҙы ла әйткәндәр.
* * *
Халыҡ әйтҽүҽнсә, ҡояш нуры төшмәгән һыу кисен йоҡоға тала.
Шуға күрә төнөн һыу инеү ҡәтғи тыйыла.Төнөн һыу ингән кешенең енес көсө кәмей, зәхмәт, китмәҫ ауырыу ҡағыла.
"Хәтҽрҙә ҡалғандарҙан..."
Бер инәй мине таң һыуына алып барҙы ул элек. Таңға ҡарай биҙрәләрҙе шылтыратмаҫҡа тырышып. көйәнтәләргә элеп алдыҡ, һөйләшмәйбеҙ, нимә ишетәһең, тыңлап бар, тине. Тағы ла инәйем эстән кейгән кейемдәрҙең тиҫкәреһен кейергә ҡушты нишләптер. Ошо мәлдә муйынына ҡыҙыл мәрйен таҡҡан балыҡтар кире йүнәлештә йөҙә, был бик илаһи, сихри мәл. Нимә теләһәң дә теләктәрең бойомға ашыр, тине. Һынсыл инәй тағы ла кемдәрҙе алып барғандыр, белмәйем, ләкин ул башҡаларға ҡырыҫ күренә торғайны. Йылғаға килгәс ул Тәбәрәкте уҡыны,бисмилла менән һыу алдыҡ. Теләктәр теләнек. Бит-ҡулды сайҙыҡ. Шулай уҡ килгәндәге кеүек үк, артҡа ҡарамай ҡайттыҡ. Был бик изге һыу, шифалы ла, күпме ултырһа ла боҙолмай, тине. Нисек ҡулланырға өйрәтте. Ҡайтҡас, нимә ишеттең, тип һораны. Ишеткәндәремде юраны. Аптырап ултырғаным хәтерҙә. Бәпәй иланы, тигәйнем, ә мин бала тауышын ишетмәнем, бәпәйҙәрең булыр, Аллаһ бирһә, тине. Кейәүгә сыҡмаған инем әле. Һыуы, ысынлап та, боҙолманы...
* * *
Ҡулланылған әҙәбиәт.
1.Хисамитдинова Ф.Ғ. Башҡорт мифологияһы: Белешмә-һүҙлек. Өфө: Ғилем.
2.Башҡорт халыҡ ижады: Йола фольклоры.-Өфө:Башҡортостан “Китап” нәшриәте.
3.https://vk.com/wall-108520876_53672
Изгеләр төйәге төркөмөнән https://vk.com/atirma