+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Жеребец курицы"

Был хаҡта ауылдашым Әҙеһәм ағай Ҡотоев һөйләне.

"Жеребец курицы"
"Жеребец курицы"

Элек беҙҙең яҡта бер олатай ваҡытлыса колхоз бригадаһында яуаплы вазифа башҡарған. Уға район идаралығына отчет яҙырға ҡушҡандар. Документты урыҫ телендә тултырырға кәрәк булған. Барлыҡ малды, ҡош-ҡортто теркәгән олатай, тик әтәс урыҫса нисек булғанын белмәгәс, "жеребец курицы" тип яҙып, отчетты ебәргән.
Әйткәндәй, Баймаҡ баҙарында директор булып эшләүсе Әҙеһәм ағайҙың ике ҡушаматы бар: "Базарком" һәм "Будулай". Ул, ысынлап та, Будулайға оҡшаған. Йәш сағында ул ауылыбыҙ клубының алыштырғыһыҙ йырсыһы булды. Уның башҡарыуындағы үҙе сығарған "Егерме биш йәшем тулғанда" тигән йырын әле булһын ауылдаштарыбыҙ һөйләп көйләй. Әҙеһәм ағайҙың бер туған ҡустыһы Мазһар билдәле йырсылар Марсель, Нух Ҡотоевтарҙың атаһы.
Тыуған илебеҙ өсөн һәләк булған ауылдаш олатайҙарҙың исемдәрен Әҙеһәм ағай мәрмәр ташҡа уйып яҙҙырып стелла ҡуйҙы. Шунда уҡ яуҙан еңеп ҡайтыусыларҙың фоторәсемдәре урын алған. Буранбай сәсәндең дә исемен дә шулай уҡ ташҡа уйып яҙып мәңгеләштерҙе "Будулай" ағайыбыҙ. Хөрмәтебеҙ ҙур уға!

"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 997-се күҙәтеү.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Автор:
Читайте нас: