+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

АҠСА ЮҠ ТИП МЫЖЫМА...

Аҡса юҡ, аҡса етмәй тип мыжыусыларға был яҙма. Ялҡау булһаң, аҡса күктән яуа тип көтһәң, әлбиттә, булмай. Бына һеҙгә бер нисә кәңәш:

АҠСА ЮҠ ТИП МЫЖЫМА...
АҠСА ЮҠ ТИП МЫЖЫМА...

🟪 Көнө-төнө эшләп тә, эш хаҡы үтә түбән икән, эш урыныңды алмаштыр. Ҡайһы ваҡыт йәшәгән ерҙе лә алыштырырға тура килә.

🟪 Ял көндәре ул байҙар өсөн генә. Аҡсаға мохтаж кеше ял итеп ятмай. Ир кешегә ҡала урамдарында такси булып ике көн эшләп алһа ла әҙ-мәҙ килем инә. Ҡатын-ҡыҙға бәлеш, сәк-сәк, торт һ.б. бешереп яҡшы ғына төшөм алырға мөмкин.

🟪 Төшкә ҡәҙәр йоҡлап ятыусылар, биллаһи, бер ҡасан да етеш йәшәмәй. Сит илдә бай йәшәйҙәр, президент ҡарамай беҙҙе тип мыжыусылар аҙым һайын. Сит ил халҡы егәрле бит. Мәҫәлән, ҡытайҙар ялһыҙ, байрамһыҙ эшләй. Европала ла шундай илдәр күп. Йыйылып килгән ялдарын бергә ҡушып, сәйәхәт итәләр рәхәтләнеп форсаты сыҡҡанда. Беҙҙәге һымаҡ аҙна һайын ике ял, ураған һайын байрам итеү ҡайҙа ул.

🟪 Ял көндәрендә ире менән ҡатыны бергәләп кешегә ремонт эшләгән ғаиләләрҙе күп беләм. Аҡса юҡлыҡҡа зарланып, йылы өйҙә түбәгә төкөрөп ятмайҙар.

🟪 Тегеү-сигеү, бәйләү эштәренә оҫталығың бар икән, ниңә ҡулланмаҫҡа? Кеше лә ҡыуаныр, рәхмәтле булыр, һинең кеҫәгә лә әҙме-күпме аҡса инеп ятыр.

🟪 Хәҙерге уҡыусыларҙың, студенттарҙың ялҡаулығынан файҙаланып алырға ла була. Өйгә эш эшләшеп биреү, инша яҙыу, һүрәт төшөрөү, диплом эштәре яҙыу анһат булмаһа ла килемле генә эш.

🟪 Үҙ эшеңде асыу хәҙер күп сығымдар талап итә. Шуға күрә үҙ көсөң, үҙ белемеңде ҡулланыу иң отошлоһо. Нимә эшләй алаһың, нимә эшләй беләһең — тәү сиратта шуны асыҡлау мөһим.

🟪 Ғаиләлә ир — аҡса табыусы, ҡатын — туҙҙырыусы булһа, миллиондар ҙа ай һайын һыуға төшкәндәй ғәйеп булып торасаҡ. Бындай ғаилә бер ҡасан да мандымай. Икәү тырышһаң ғына аҡсаның ҡәҙере була.

🟪 Кемдәндер ярҙам көтөү тигән ғәҙәттән арынырға кәрәк. Атай-әсәй, хөкүмәт, түрәләргә һалынһаң, алға китеш булмаясаҡ. Буштан төшкән аҡса бушҡа китә. Үҙеңә генә таян.

🟪 Үҙеңде йәлләмә. Кеше алдында аҡсаға мохтаж икәнлегеңде күрһәтмә. Дүрт һаның, аҡылың теүәл көйөнсә бахыр булыуҙан да оят нәмә юҡ.

Автор:
Читайте нас: