«Туғанлыҡ» Халыҡ-ара милли театрҙар фестивале тамамланды. Унда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы исеменән республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сәләмләне. Аҙна дауамында Башҡорт драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов етәкселегендәге эксперттар советы театр коллективтары тәҡдим иткән 16 фестиваль спектаклен ҡараны. Иң яҡшы спектаклдәр һигеҙ төп номинацияла приздар менән бүләкләнде:
«Милли классиканың заманса ҡарары» номинацияһында - Салауат башҡорт драма театрының «Ярлыҡау» спектакле (Башҡортостан).
«Иң яҡшы аудиовизуаль ҡарар» номинацияһында - Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының «Көл» спектакле (Ҡазан, Татарстан);
- «Иң яҡшы музыкаль-пластик ҡарар» Г. Мөрсәпов исемендәге ҡаҙаҡ академия балалар һәм үҫмерҙәр театрҙың «Кулагер» спектакле (Алматы, Ҡаҙағстан);
- «Иң яҡшы ир-егет роле» - С. Сәйфуллин исемендәге Ҡарағанда өлкә академия ҡаҙаҡ драма театрының «Карагоз» спектаклендә Нарш ролен башҡарғаны өсөн Бауырйән Нурмәғәнбәтов
- «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» - В. Тхапсаев исемендәге Төньяҡ Осетия дәүләт академия драма театрының «Король Лир» спектаклендә Корделия /Шут ролен башҡарғаны өсөн Әминә Агкацева;
«Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында - К.Жантошев исемендәге Ысыҡ- Күл өлкә музыкаль драма театрының «Аҡ кәмә» спектаклендә Бекей роле өсөн Света Абдыҡадирова (Ысыҡ-Күл, Ҡырғыҙстан);
- «Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле» - В. Тхапсаев исемендәге Төньяҡ Осетия дәүләт академия драма театрының «Король Лир» спектаклендә Эдмунд роле өсөн Аслан Тигиев (Владикавказ, Төньяҡ Осетия-Алания);
- «Иң яҡшы режиссер эше» - М. Шкетан исемендәге Мари милли драма театрының «Иван Кырла. Тормошҡа юллама» спектакле өсөн Степан Пектеев (Марий Эл) һәм К. Жантошев исемендәге Ысыҡ-Күл өлкә музыкаль драма театрының «Аҡ кәмә» спектакле өсөн Уланмырҙа Карыпбаев (Ҡырғыҙстан).
Махсус приздарға эйә булыусылар:
- К.Жантошев исемендәге Ысыҡ - Күл өлкә музыкаль драма театры сәхнәләштергән «Аҡ кәмә» спектаклендә Ырыҫҡол роле өсөн актер Канат Шабдалиев (Ҡырғыҙыстан);
Әлмәт татар дәүләт драма театрының «Алтынсәс. «Мираҫ» спектаклендә Туғыҙаҡ милли героиняһы образын кәүҙәләндергәне өсөн - актриса Мәҙинә Ғәйнуллина (Татарстан);
М.Сеспель исемендәге Сыуаш дәүләт йәш тамашасы театры сәхнәләштергән «Кәкүктең күҙ йәштәре» спектаклендә Эльза образын үҙенсәлекле кәүҙәләндергәне өсөн - актриса Венера Пайгилдина (Сыуашстан);
Салауат башҡорт драма театры сәхнәләштергән «Ярлыҡау» спектаклендә Бурёнкин образының тәрән психологизмы өсөн - актер Яҡуп Шәрипов (Башҡортостан)
Г.Мөрсәпов исемендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ҡаҙаҡ академия театрының «Кулагер» спектаклендә Акан Сериҙың поэтик образын тыуҙырғаны өсөн - Асет Иманғәлиев (Алматы, Ҡаҙағстан);
Сыңғыҙ Айытматовтың прозаһын үҙенсәлекле тәҡдим иткәне өсөн - А.П.Салауатов исемендәге ҡумыҡ дәүләт музыкаль-драма театрының «Диңгеҙ ярын иңләй ала эт» спектакле (Махачкала, Дағстан)
Рус классикаһына мөрәжәғәт өсөн - С. Я. Чанба исемендәге Абхазия дәүләт драма театрының «Ловелас» спектакле (Сухум, Абхазия);
С. Сәйфуллин исемендәге өлкә академия ҡаҙаҡ драма театрының «Карагоз» спектаклендә Карагоз образын талантлы кәүҙәләндергәне өсөн - актриса Анели Һағындыҡова (Ҡаҙағстан).