Ниндәй генә ҡалаларҙа, ниндәй генә ауылдарҙа булманым, ниндәй генә кешеләрҙе күрмәнем! Һөйләһәм һүҙем, яҙһам ҡағыҙ бите етмәҫ.
Минең дуҫтарым күп. Ҡайһылары, килеп, үҙемде ҡат-ҡат өйҙәренә алып ҡайталар. Беҙ бергә оҙаҡ һөйләшәбеҙ. Хатта төндәрен дә ултырабыҙ. Уларҙың бөтөн борсоған һорауҙарына яуаптар бирергә тырышам. Беҙ ысын тоғро дуҫтар булып китәбеҙ. Улар рәхмәт йөҙөнән мине ҡарайҙар: күлдәктәремде ямайҙар, ҡағыҙ биттәремде тигеҙләп, туҙанын һөртәләр.
Яҡшы кешеләр ҡулына ғына эләгәм икән, тип уйлап ҡуймағыҙ тағы. Донъяла тәрбиәһеҙҙәр ҙә етерлек. Улар тураһында һөйләгем дә килмәй, сөнки йөрәгем әрней башлай. Кешеләргә бөтә күңелем менән асылам,ә уларҙың ҡайһы берҙәре битемә төкөрөп китә. Һүрәттәремде арлы-бирле алып ҡарайҙар ҙа берәй мөйөшкә «шап» иттереп ырғытып бәрәләр. Уф, шунда ауыртыуҙарға түҙ генә! Бигерәк яуыздары, һүрәттәремә тәкә мөгөҙө йә тел төшөрөп, мине кәмһәтә. Шундай яман ҡыланалар: хатта ашаған һауыт-һабаларын өҫтөмә һалып китәләр. Бына тағы илағым килеп китте.
Юҡ, барыбер һәйбәт, аҡыллы кешеләр донъяла күберәк. Яҡшыға яҡшы ғына тартыла, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер. Шуға ла ғүмерем оҙондор. Элегерәк дуҫтарым күберәк ине. Уҡырға тип сират тороп алалар ине. Хәҙер генә күбеһе телевизор, компьютерға ҡапланған. Ә бит мине яратҡан кешеләр минән күп файҙа күрәләр: дөрөҫ һөйләргә, хатаһыҙ яҙарға өйрәнәләр, хәтерҙәре яҡшыра.
Мин һеҙҙе, яҡшы кешеләрҙе, көн дә көтәм. Яҡын дуҫ, кәңәшсе эҙләһәгеҙ, минең адрес: Китапхана, һигеҙенсе рәт, бишенсе кәштә. Һул яҡтан өсөнсө булырмын.
Зөлфиә Кускилдина