+21 °С
Ясно
Дөйөм мәҡәләләр
19 Мая 2024, 12:40

Канализация соҡоро янына ағас кәрәк

Күптәр йорт төҙөгәндә канализация дренажы системаһы кәрәк тип уйламай. Ә күпселек кеше үҙ ҡулы менән ҡаҙылған соҡорҙо ҡаплап ҡуя ла онота.

Канализация соҡоро янына ағас кәрәкКанализация соҡоро янына ағас кәрәк
Канализация соҡоро янына ағас кәрәк

Ә бит ундагы һыуҙы “эсеп бара” торған ағастар ҙа бар.

❇Ҡайын

Ул матур гына түгел, ә файҙа ла бирә. Ҡайын тәүлегенә 200 литрҙан артыҡ һыу «эсә» ала, шуға соҡорҙо шаҡтай уҡ киптерә.

❇Муйыл

Муйыл иһә тәүлегенә 250 литрҙан артыҡ һыу йотарға һәләтле.

❇Шыршы

Баҡсаны йәмләндереүҙән тыш, 10 йыллыҡ шыршы тәүлегенә 300 литрға тиклем һыу “эсә” ала.

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР төркөмө.

Автор:
Читайте нас