+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Энәне — һабынға...

Тәүге тапҡыр Лев Толстойҙың "Анна Каренина" романын уҡығанда төп геройҙың ире Каренин менән һөйгәне Вронскийҙың исемдәре бер иш, Алексей булғанына иғтибар итеп кенә ҡуйғайным. Әле килеп был хәл тағы ла иҫемә төштө лә, исемдәрҙең тап килеүенең осраҡлы булмауын аңланым.

Энәне — һабынға...
Энәне — һабынға...

Әсәһенең өгөтләүе буйынса үҙенән егерме йәшкә өлкән кешегә кейәүгә сығырға мәжбүр булған Анна, Вронскийҙы осратып ысын мөхәббәт тойғоһо кисерә һәм ире Алексей Каренин менән айырылышып Алексей Вронский менән ҡауыша.
Дөрөҫөрәге, Алексейға Алексейҙы алыштыра. Урыҫтар был хәлде "беҙгә һабынды беҙгә алыштырыу ("шило на мыло") тип атай. Әлбиттә, әҫәрҙең төп идеяһы "Икенсе кешенең бәхетһеҙлегендә үҙ бәхетеңде төҙөп булмай" тип атала. Шулай ҙа роман авторы Каренин менән Вронскийҙың икеһенә лә Алексей исеме биреп был фәлсәфәгә үҙенә хас сарказм да өҫтәгән, булһа кәрәк.

"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 991-се күҙәтеү

Ахмер Гумер-Утябай

 

Автор:
Читайте нас: