Ҡыҙ больницаға эләкте. Һәм ятаҡ буйынса имеш-мимеш таралды. Кемдер, уны күҙенә әллә нимәләр күренеп психбольницала ята тиһә, икенселәре, саҡырған йәндәре шул хәлгә төшөргән һәм шул йән ятаҡ буйлап йөрөй имеш, һ. б. тип һөйләне.
Шул хәлдән һуң, кисен ҡыҙҙар менән бик ныҡ ҡына ошо хәлде тикшергәндән һуң, ятып йоҡланыҡ. Беҙҙе, беренсе курс ҡыҙҙарын был хәл ныҡ тетрәндергәйне.
Шулай йоҡлап ҡына киткәйнем, бер һып-һыуыҡ ҡул шапылдатып тороп, минең иңбашыма һуҡҡанға һикереп килеп торҙом. Йөрәк дөпөлдәп һуға, теге йән беҙҙең бүлмәгә килгән, тип уйлайым. Нисек ҡурҡҡанымды үҙем генә беләм. Барыһын да уяттым инде ҡысҡырып. Утты яндырып ҡараһаҡ, телевизорға антенна тип әтмәләгән ауыр тимер таяҡ килеп төшкән икән.
Бына шулай ҙа була икән.