Атайым яман сиргә тәл булып түшәккә ятҡас, теге Сивка ҡолоно менән ғәйеп булды ла ҡуйҙы. Эҙләп-эҙләп тә тапманылар. Атайҙы июндең 27-дә ерләнек. Йәй бик ҡоро килгәйне, әммә ошо көндә ҡойоп ямғыр яуҙы. Атайҙы ерләргә тау башындағы зыяратҡа алып барғас, шул урында теге Сивка ҡолоно менән пәйҙә булды. Кәфендәге хужаһы эргәһенә барып, түгелеп иланы. Йәше юлаҡ-юлаҡ булып аҡты. Аттың илағанын тәүгә күрҙем.
Атайымдың Муйнаҡ тигән эте бар ине. Атай үлгәс, ул да ғәйеп булды. Иртәгәһенә зыяратҡа барһаҡ, теге һәптеюҡ ҡәберҙе соҡоп ташлаған. Илап, бошоноп йөрөнө лә, тамағына ла йүнләп ашамай, бер көн кәбән төбөндә үлеп ятҡан.
Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2023 йыл