-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Апрель , 15:37

Һеҙгә сәләм биреп ебәрһәләр

 ҺОРАУ. Икенсе кеше аша килеп еткән сәләмгә яуап бирер кәрәкме ул?

Һеҙгә сәләм биреп ебәрһәләр
Һеҙгә сәләм биреп ебәрһәләр

❗ ЯУАП. Алыҫтағы берәй кешегә икенсе кеше аша сәләм биреп ебәреү – сөннәт ғәмәл. Әгәр кемдер һеҙҙән сәләм биреп ебәреүегеҙҙе һораһа, һәм һеҙ риза булыуығыҙҙы белдерһәгеҙ, ул сәләмде һеҙ мотлаҡ рәүештә кешеһенә еткереп ҡуйырға тейешһегеҙ. Әгәр инде ризалыҡ бирмәгән булһағыҙ йә иһә өндәшмәй ҡалһағыҙ, ул сәләмде алып барып еткереү һеҙҙең өсөн мотлаҡ түгел.

Әгәр үҙегеҙгә кеше аша сәләм килеп етһә, һеҙ быға мотлаҡ сәләм менән яуап бирергә тейешһегеҙ. Иң тәүҙә ул сәләмде еткергән кешегә, аҙаҡ ул сәләмде биргән кешегә сәләм бирһәгеҙ, һәйбәтерәк («Ғаләйкә үә ғаләйһи сәләм» тип, йәғни «Һиңә сәләм һәм теге сәләм биргән кешегә сәләм»).
Әгәр сәләм яҙма рәүештә еткерелһә, һеҙ уға шулай уҡ яҙма рәүештә, йәки телдән генә лә яуап бирә алаһығыҙ.

 

“Сәләм биргән – мең сауаплы”. Әхмәр Үтәбай.

 

Борон-борон замандарҙан

Изге йола ҡала килә.

Быуаттарҙың сәләмләүен

Яңы быуын алып килә.

Кешеләрҙең күңелендә

Ҡояш булып ҡабынығыҙ.

Онотмағыҙ осрашҡанда

Өндәшергә"Һаумыһығыҙ!"

Автор:
Читайте нас: