+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Апрель , 17:41

Сихыр ғына түгел, рәнйеш тә көслө – ул да ҡыуып етә

“Сихырға ышанаһығыҙмы?” – тип яҙған ҡатынға, Ләлә* апайға, бер килке ни тип яуапларға белмәй ултырҙым. Ышанған да һымаҡмын, ләкин ышанмаған сағым күберәк, ахыры. Хәйер, кешенең физик тәненә тейеп, йоғонто яһап булған кеүек, күҙгә күренмәҫ күңел, йән пәрҙәһенә лә төрлөсә ҡағылып булалыр, әйтәйек, хис-тойғолар ярҙамында. Шулай яуапланым да.

Сихыр ғына түгел, рәнйеш тә көслө – ул да ҡыуып етә
Сихыр ғына түгел, рәнйеш тә көслө – ул да ҡыуып етә
Ләлә апай, ышанһаң да, ышанмаһаң да, бар ул “сихыр” тигән ғәләмәт, шуның менән шөғөлләнгән, булышҡан әҙәмдәр ҙә етерлек, тине:
– Үҙ башыбыҙҙан үткәнгә раҫлайым... Теүәл генә яҙып аңлата алмам. Осрашырға ине.
Ләлә апай менән күрешкәс, ул ара-тирә уфтана-уфтана ҡайғыһын әллә ҡайҙан уратып бәйән ҡылды:
– Ғаиләлә биш бала үҫтек. Мин – иң өлкәне. Атайҙан ун бер йәшкә оло булған әсәйебеҙ мине утыҙ өс йәшендә тапҡан, кинйәбеҙҙе, Раушанияны, 46 йәштә. Атай тыумыштан һаулығы самалыраҡ булғанға ла әсәйебеҙҙе, ҡарт ҡыҙҙы, кәләш итеп алырға ризалашҡандыр. Ә әсәйемдең 32 йәшкә тиклем кейәүгә сыҡмай, һуңынан ғәрип егет менән тормошон бәйләүе – үҙе айырым тарих. Әсәйем бер егет менән дуҫлашып йөрөгәндә, уны, ун ете йәшлек ҡыҙҙы, күрше ауыл егете урлап алып ҡайтҡан. Әсәйем был турала гел дә әсенеп һөйләр ине: “Зифа әхирәттең ата-әсәһе ҡайҙалыр ҡунаҡҡа киткәйне, мине үҙҙәренә ҡунырға саҡырҙы. Зифа менән аулаҡта серләшеп ятып, ярты төн ауғас, аяҡтарға быйма эләктереп, шәл ябындыҡ та, күлдәксән генә тышҡа сыҡтыҡ. Арт ҡапҡалары яғында ат бышҡырғандай тойолғас, тертләнем. Зифа ла, унда кемдер йөрөй шикелле, тип ҡурҡты. Ошонда ғына ултырайыҡ та ҡуяйыҡ, тип әйтеп тә өлгөрҙөм, Зифа “сырр” итеп ҡалды: тал ситән аша өс-дүрт егет һикереп төшөп, өҫтөмә толоп ырғыттылар ҙа, мине күтәреп кенә алып, ҡулдан-ҡулға биреп, һыртҡа алып сыҡтылар. Санаға баҫырып һалып, алып китеп тә барҙылар. Былай ҙа ҡыҫталып тышҡа сыҡҡан кешегә етә ҡалды, ҡурҡыштан кесе ярау иттем дә ебәрҙем, ҡәһәрең. Мине дуҫлашҡан егетем түгел, ә икенсе кешенең урлағанын шунда уҡ аңланым. Йәйгеһен тансыға күрше ауыл егеттәре йыш килде, береһе, Басир исемлеһе, мине күҙләп, оҡшатып, көҙгөһөн яусы ебәргәйне, атай-әсәйем, әле йәш, тип бирмәне. Шул егеттер, тип уйланым һәм яңылышманым. Өйгә лә мине толопта килеш күтәреп кенә индерҙеләр. Бирге бүлмәлә толопҡа ике ҡуллап йәбешеп, уны бирмәҫкә ҡырталаштым, ләкин көслө ҡулдар уны “һә” тигәнсе тартып алды. Ғәрлектән илауым... Басирҙың әсәһенең: “Кит, амый, был һейгәкте ҡайҙан таптың?!” – тип танау сирғаны һаманғаса күҙ алдында. Һалмыш егеттәрҙең кемеһелер аттай кешнәп көлдө...
Ишеккә йомолдом. Ер тишегенә инергә, туңып үлергә лә риза инем. Басир арттан ҡыуып еткәс, санаға ултырмаҫ та инем, ул мине төртөп йығып, толопто ырғытты: “Һиңә бүләк”. Ошо хәлдән һуң ҡалайтып ауылда ҡалаһың? Мәктәпте лә бөтмәй, ҡыш уртаһында ҡалаға ҡасылды. Сыбыҡ осо туғандарға барып һыйынып, балнисҡа санитарка булып эшкә төшөлдө, белемде киске мәктәптә алып бөттөм. Ғүмерҙә лә кейәүгә сыҡмам, тип уйлағайным да, балниста атайығыҙҙы осратып, уны йәлләп, йәшәргә килдем дә, аҙаҡ өйрәнелде. Әрәм булдым инде, әрәм генә итте мине Басир”.
Шулайыраҡ әсәйебеҙ яҙмышына һуҡранһа ла, атай менән яратмайынса ғына өйләнешһәләр ҙә, һәүетемсә йәшәнеләр. Оло иреш-талаш булғанын хәтерләмәйем. Атай тәбиғәте менән йомоҡ, һалҡын, ялҡауыраҡ кеше ине, ә әсәй алсаҡ, эшкә шәп булды. Әсәйем, ябай ауыл ҡатыны, атайым менән бәхетһеҙ булғандыр, тормоштоң яҡтыһына, татлыһына ҡарағанда ҡараһын, әсеһен күберәк күргәндер, тип уйлап, йөрәгем әрне-еп китә. Ауыр ирҙәр эше уның нескә иңдәрен иҙҙе. Бахырҡайым, яңғыҙы бесән тейәп алып ҡайтып барғанда, күпер таҡталары кинәт һынып, артҡы тәгәрмәстең береһе шул йырыҡҡа төшөп ҡыҫылған, арба янтайған. Ат нығыраҡ тартҡан саҡта, әсәйем күбәләй өйөлгән бесән өҫтөнән тәгәрәп төшөп, һуғылған, ауыртынған. Ыҙаланып ҡына сапҡан бесәнем хәҙер йылғаға түңкәрелеп әрәм була, тип, әсәкәйем тәгәрмәсте сығарырға маташып, арбаны йән көсөнә күтәргән. Шул мәлдә эсендә бүҫер барлыҡҡа килеп, уныһы ҡыҫылған. Көнөндә үк дауаханаға барһа, иҫән дә ҡалыр ине, бәлки. Был ваҡытта мин кейәүгә сығып, ҡәйнәмдәрҙә йәшәп ята инем. Әсәйемдең имгәнеүе хаҡында икенсе көнөнә генә ишеттем, йүгереп килһәм, тора ла алмай, һыҙланып ята. Бер-ике көндән арыуланам, торам ул, тигән булды. Ирем менән, дауаханаға алып барайыҡ, тиһәк, донъяны, балаларҙы кем ҡарар, ти. Донъя торҙо ла ҡалды. Ә ул, эсәгенең бер өлөшө сереп, интегеп үлде.
Күп тә үтмәй, атай икенсе ҡатынға өйләнгәс, алты йәшлек Раушанияны үҙебеҙгә алдым. Ирем дә һәйбәт минең, ҡайны-ҡәйнәм дә яҡшы булдылар. Уларға 18 йәшемдә килен булып төшөп, мине техникумда уҡыттылар, ике йыл балаға уҙа алмаһам да, ауыр һүҙ әйтмәнеләр, ирем менән арабыҙға инмәнеләр. Айырым йорт төҙөшөп бирҙеләр. Үҙ өйөбөҙгә сыҡҡанға тиклем Раушанияны үҙҙәренең балаһы һымаҡ ҡараштылар. Ҡупшыҡай, илгәҙәк, наҙлы һылыуымды яратмаған кеше булманы.
Хәйер, булды берәү. Уның ҡәйнәһе Асия. Әллә ҡайҙан шуларға осраны. Өс ҡыҙ ҙа бер малай үҫтергән Асия ҡоҙағый – улын үлә яҙып көнләшеп яратҡан әсәләрҙең береһе. Данир кейәүҙе бер ҙә насарлай алмайым, ә бына әсәһе... Киленен, һеңлемде, тәүге көндәрҙән үк күрә алмаған Асия ҡоҙағый. Ләкин беҙ быны белмәнек. Тәү ҡарашҡа бөтәһе лә яҡшы, һин дә мин кеүек. Бер-бер артлы тупылдатып ике бала тапҡан һеңлем кәүҙәгә таҙа ине, ә бер заман күҙ алдында шиңә, кибә башланы. Әллә йүнләп ашамайһыңмы, диетала ултыраһыңмы, тиһәм, Раушания үҙе лә аптыраны: “Юҡсы... Тик хәлем юҡ бер ҙә. Башым да ауырта, хатта ҡоҫҡо килә”. Хәле юҡлығын – ябығыуға, ә ябығыуҙы ике бәләкәс тиктормаҫ баланы ҡарауға һылтаныҡ. Баш ни, кемдә лә ауырта инде, тиештек. Ул арала өлкән ҡыҙыбыҙҙы кейәүгә биреү мәшәҡәттәренә күмелдем, шунан һуң икенсе балабыҙ мәктәпте тамамлап, уҡырға инде, уның араһында башҡа ваҡиғалар өйөрмәһе өйрөлттө – ярты йыллап ваҡыт күҙ асып йомғансы үтте. Раушанияның иҫен юғалтып йығылыуы, ауыр хәлдә реанимацияла ятыуы тураһында Данир кейәү шылтыратып әйткәс, үҙем түңкәрелә яҙҙым. Раушания иҫенә килгәс, уны дөйөм палатаға күсерҙеләр. Үлерен белеп, бала­ҡайҙарымды йәлләйем, апай, минең кеүек иртә әсәйһеҙ ҡалалар, ярай минең өсөн әсәй урынына һин булдың, ә уларҙы иртән кем иркәләп, һөйөп уятыр, тип күҙенән йәше ҡойолдо: “Әсәй!” – тип ауыҙ тултырып кемгә өндәшерҙәр, йүгереп йөрөгән­дәрендә тубыҡтарын ярһалар, кем яраларына өрөп, уларҙы йыуатыр?! Мин бит булмам, апай!” Терелеп китерһең, тип саҡ әйтә алдым.
Шунда ҡәйнәһенең уны яфалағанын һөйләне. Көнө-төнө стресс хәлендә йәшәгән һылыуым, ә һис тә зарланманы, ҡәйнәһен яманламаны. Асия ҡоҙағый бер туҡтауһыҙ ағыулы теле менән сағыуы етмәгән, төрлөсә эт­ләшкән дә. Әсәйҙең вафатынан һуң, әйберҙәрен алып ҡайтып, ҡәҙерләп һаҡлап, аҙаҡ туғандарға бүлеп биргәйнем. Раушанияға ла туйында: “Әсәйҙең төҫө итеп һаҡла”, – тип ҡәҙерлебеҙҙең йәмле шәлен тап­шырғайным. Асия ҡоҙағый шуны белә-күрә шәлде иҙән йыуғысы иткән! Һуң ул ебәк шәлдән ниндәй йыуғыс булһын инде, этләшеүҙән ҡыланғаны билдәле. Йүгереп барып, Асия ҡоҙағыйҙың күҙен соҡорҙай булып, уға ысын күңелдән рәнйеп, тыңлап ултырҙым һы­лыуымды...
Онкология диспансерына йүнәлтмә биреп, Раушанияны дауахананан сығар­ҙылар. Юлға сығырға әҙерләнгәнендә үлде. Һылыуыбыҙҙың вафаты барыһын да тетрәндерҙе. Башында яман шеш булған. Төптә башланғас, шеш һуңғаса үҙен белдермәгән.
Яратҡан Раушанияһының вафатын Данир кейәү ирҙәрсә кисерҙе. Илап йөрөмәһә лә, эстән бөтөндө, янып-көйҙө. Их, айырым ғына сыҡһағыҙсы, кейәү, ҡатыныңды әсәйеңдән суҡытып ҡуймаһаңсы, тип түшен төйҙөм. Бер ни өндәшмәне. Өс йылдан үҙенә йорт һалып, балалар менән шунда күсте. Инде өйләнер, тип уйлағайныҡ, әлегәсә ике баланы яңғыҙы үҫтерә.
Раушаниябыҙҙың киткәненә байтаҡ ваҡыт уҙғас, Данир кейәү Асия ҡоҙағыйҙың мине күрергә теләүен еткерҙе. Көсләшмәйем, шулай ҙа, зинһар, барығыҙ, тип мөлдөрәп ҡарағас, уның һүҙен йыға алманым. Асия ҡоҙағыйҙы күрҙем дә, шаҡ ҡаттым: карауатта ятҡан ҡарсыҡта элекке ҡатындан бер ни ҡалмағайны. Ә ул мине күрмәне.
– Глаукоманан һуҡыр ҡалынды, Ләлә, – тине ул, тулҡынланыуын еңергә тырышып. Янындағы ултырғысты һәрмәп табып, ултырырға ымланы. – Диабеттың шауҡымы. Йәшәүҙең йәме бөттө. Ни китеп тә булмай, балаларға имгәк булып ятыла шунда.
Ята биргәс, башын стена яғына борҙо:
– Килен алдында, Раушанияны әйтәм, шул тиклем ғәйеплемен...
– Беләм, Раушания һөйләне, – Асия ҡоҙағыйҙың эргәһенә барырға ытырғанып, ишек яңағына һөйәлдем. Һылыуым янында ҡоҙағыйҙың күҙен соҡорҙай булып, рәнйеп ултырғанымды иҫләнем.
– Юҡ, белмәйһең шул, – ҡоҙағый төкөрөгөн йотто. – Сихырланым бит ул мин киленде. Ейәндәремде ярты етем ҡалдырам, улымды бәхетһеҙ итәм, тип уйлап та ҡуймай, сихырсыға барҙым. Килендең башын ашаным. Үҙ ҡулым менән Данирымды тамуҡ утына тыҡтым, гөлдәй ейәндәремде...
Ул һүҙен әйтеп бөтөрмәй, ҡапыл “а-аа” тип аҡырып, бәргеләнергә тотондо. Ҡот ботҡа китте, нишләргә белмәй юғалып, Данирға ҡысҡырҙым – ул мине кире алып ҡайтыр өсөн яҡында йөрөргә тейеш ине. Кейәү елдереп инеп, ҡоҙағыйҙы иңбашынан ныҡлап тотоп, миңә сығырға ҡушты. Болдорға сығып, сумкамдан ҡарһаланып дарыуымды эҙләнем. Уныһын ҡабаланыуҙан таба алмай, йөрәгемде ҡаҡтым...
Һуң нимә етмәгән ҡоҙағыйға? Әле тәүбәгә килеп ятыуынан кемгә ни файҙа? Мәңгелек алдында яуап тоторон уйлап, кисереү һорап ятыуымы? Их, Раушаниябыҙҙы яратһа, һеңлем ҡәйнәһе өсөн өҙөлөп, алдына түшәлер ине бит! Ҡыҙҙарынан күрмәгән изгелекте, ҡәҙерҙе һылыуымдан күрер ине. Ә Данирға ошондай әсә һөйөүе кәрәк инеме? Минең дә ике ир балам бар. Икеһе лә өйләнгән. Килендәремә һүҙ тейҙермәйем. Килһәләр, хәлемсә ҡунаҡ итәм, барынса ярҙам итәбеҙ. Йәшәп кенә ятһындар, татыу булһындар, үҙ балаларын үҙҙәре ҡарап үҫтерһен, тип иртәле-кисле теләйем. Сихырсыларға барыу түгел, ундай ҡурҡыныс кешеләр хаҡында уйларға ла ҡурҡам. Ә ҡоҙағый һылыуымды сихырлаған... Бәлки, шуның арҡаһында Раушаниябыҙ шәм кеүек һыҙып ҡына һүнгәндер ҙә. Ҡоҙағыйға иһә беҙҙең рәнйешебеҙ төшкәндер, тим. Сихыр ғына түгел, рәнйеш тә көслө – ул да ҡыуып етә нахаҡҡа рәнйетеүселәрҙе. Яуызлыҡ ҡылыр алдынан шуны һәр кем уйлаһын ине. Таяҡтың ике осло икәнен.
Эске һыҙланыу ҡатыш уй-кисе­рештәре менән тыныс ҡына уртаҡ­лашҡан Ләлә апай һаубуллашҡанда ҡоҙағыйын йәлләп ҡуйҙы. Башҡаны көтмәгәйнем дә – кеше йәнле икәне йөҙөнә сыҡҡайны.
 
Фото: Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
 
Автор:
Читайте нас: