Түгелмә тауын түңәрәткән туғайлыҡта төнгө тынлыҡ. Туғай томанға төрөнгән. Тик тал-тирәкле Тулыбайҙың тулҡындары, тай-тулаҡтай тулай-тулай, түбәнгә томоролалар...Таң тыуа... Томан тарала. Туғай таңғы тауыштарға тула. Тәүҙә таң тишегенән торған таң турғайы:" Тьюить, тьюить! "- тип туйтылданы. " Торрыйҡ! Торрыйҡ! Таң, таң тыуҙы! Таңдан торрыйҡ! "- тип, торналар торҡолданы. Туҡ-туҡ, туҡ-туҡ! "- тине тумыртҡа, томшоғон туҡылдата-туҡылдата, тирәкте тишкеләп.
Тал-тирәктәрҙән тыпылдап тәүге таң тамсылары тамды. Таң тамсыларын туйғансы тәмләгән турғайҙар тотондолар туҡтауһыҙ туйтылдарға! Тал-тирәктәр тирбәлделәр таҡмаҡ-тауышҡа. Талдар таҡмаҡланы. Тумарлыҡта тәгәрлектәр тәгәрәнеләр, тартай тартылданы: " Тарт! Тарт! "
Тауҙа, туғайлыҡта, таллыҡта - таңғы тамаша!
Таңдан торған тейен тубырсыҡ тирергә тотонған. Тирәктә тумыртҡа тишкән түңәрәк тишеккә тултырған тәғәме - тубырсыҡтары, тиктомалдан, тупырлашып, түңгәк төбөндә төшәнгән тайыштабандың тап түбәһенә төштөләр.
Тертелдәгән тайыштабан тау түбәненә тәкмәсләне. Тәнтерәкләй-тәнтерәкләй , тауышлана-тауышлана торҙо тайыштабан. Тауышы тауға, туғайға, таллыҡҡа таралды. Типһәндә торған тай-тулаҡ та тертләне тайыштабандан. Типһәндән туғайға төштөләр. Туҡтап та тормайса, туҙан туҙҙырып, Тулыбайҙың түбәненә томоролдолар. Тупылдаған тояҡ тауыштары туғайҙы тултырҙы.
Тартайҙымы, төрткөнөмө тотоп, туйғансы тәғәмләнергә темеҫкенгән төлкө, тертелдәп, тумарлыҡҡа тайшанғайны туптай тумырайған терпегә төртөлдө. Тыпырсына-тыпырсына, терпегә төртөлгән томшоғон түңгәккә тызырға тотондо. Түңгәк төбөндә тараж тырылдарға тотондо. Төлкө, тамаҡ тамуҡҡа төшөрә типтер, таллыҡҡа табан тоҡойтто. Тайыштабан, туйтанлай-туйтанлай, туғай төпкөлөнә тайҙы. Терпекәй таңда тыуған тырҡышҡа табан тәпәйләне.
Туҙбаш таңдан, тәлмәрйен тәңкәһен төйәкләгән тәлмәрйенде тотоп, тамаҡ туйҙырмаҡсы. .. Тик типкер туҙбашҡа ташланды. Туҙбаш типкерҙән тилберерәк: түмһә төбөнә төштө. Төрткөнө тибәм тигәйне, төрткө, төртөнә-төртөнә төпкә тайҙы. Тамам талсыҡҡан типкер тауға тайшанды. Турғайҙар тубына төйлөгән ташланды. Турғайҙар төйлөгәнде туҡманы, туҙҙырҙы. Табышһыҙ тайҙы төйлөгән...
Таңда тыуған тауискүҙ ,тамшана-тамшана, тәғәмләнергә теләне. Тәмлекәс тамсыларға тулышҡан тумыртҡабашты тиҙ тапты. Тәмлекәс тамсыны тәмләй-тәмләй, талпынырға тотондо. Тырышып, тырмашып, тумыртҡабашҡа тотоноп, талпынды тауискүҙ. Тормош талпыныуҙарҙан тора, тауискүҙ! Талпын, талпын!
... Туғайлыҡта таңдан төнгәсә тыпырлаған, туйтылдаған, торҡолдаған, таптырҙаған, тыртылдаған, туптырҙаған, тыпылдаған, тартылдаған, туҡылдаған, таҡылдаған тауыштар тынмай. Тәбиғәтебеҙ тынмаһын!
Зилара Мөлөкова