+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Апрель , 08:32

ЫШАНЫС

ЫШАНЫС МЕНӘН ЙӘШӘЙЕК!

ЫШАНЫС
ЫШАНЫС

– Һин тылсымға ышанаһыңмы? – тип һорай Тормош бер кешенән.
– Юҡ, – тип яуаплай татлы ашамлыҡтар һатыусы. – Уға тик балалар ғына ышана.
– Ә мәңгелек мөхәббәт барлығына?
– Юҡ, – тип яуаплай кеше. – Мөхәббәт донъяла юҡ ул. Беҙҙе тик химия ғына берләштерә, 3 йылдан һуң уның тәьҫире юғала.
– Хыялға ышанаһыңмы?
– Юҡ, сөнки алйоттар ғына хыяллана.
– Яҡшылыҡҡа ышанаһыңдыр бит?
– Юҡ, кешеләр бөтәһе лә яман уйлылар.
– Ә нимәгә ышанаһың һуң һин?

– Шуныһын яҡшы беләм: атай-әсәйҙәр үҙҙәренең балаларына тәмлекәстәр алырға аҡса бирмәй. Шунлыҡтан мин тауарымды тейешенсә һата алмайым, минең яҡшы итеп йәшәргә мөмкинлегем ҡалмай.

– Ә һин теләккә ышанаһыңмы?

– Ышанам, ләкин минең бер теләгем дә тормошҡа ашмай...
– Бахыр, – тип яуап ҡайтара Тормош, – һинең менән бер ҡасан да мөғжизә булмаясаҡ. Мәңгелек мөхәббәтеңде осратмаясаҡһың, хыялдарың тормошҡа ашмаясаҡ, кешеләрҙән бер ҡасан да изгелек күрмәйәсәкһең һәм теләктәрең дә үтәлмәйәсәк.
– Ни өсөн? – тип ҡысҡыра һатыусы.
– Сөнки тормошта нимәгәлер ышанырға кәрәк. Ышаныс – ул мөмкинлек. Мөмкинлек беҙгә йүнәлеш күрһәтә. Йүнәлеш беҙгә юлдар аса. Тормош юлдары – теләктәрҙең ғәмәлгә ашыуына килтерә.
 
ЫШАНЫС МЕНӘН ЙӘШӘЙЕК!
Автор:
Читайте нас: