+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Апрель , 16:27

КЕШЕГӘ КҮПМЕ ЕР КӘРӘК?

Күренекле урыҫ яҙыусыһы Лев Толстойҙың бер хикәйәһе шулай тип атала. Һамар губернаһы башҡорттарына ҡымыҙ эсеп, ял итергә килгән осорҙа шул ерҙәрҙе төйәк иткән эскерһеҙ, ябай халыҡ менән таныша был әҙип, уларҙың тормошон өйрәнә. Башҡорттар хаҡындағы иң яҡшы уй-фекерҙәрен һуңынан сағылдырған әҫәрҙәренең береһе ул.

КЕШЕГӘ КҮПМЕ ЕР КӘРӘК?
КЕШЕГӘ КҮПМЕ ЕР КӘРӘК?

Пахом исемле бер урта хәлле крәҫтиәндең башҡорттарҙан нисек ер һатып алыуы хаҡында. Киң ялан, урмандар биләгән, өйөр-өйөр йылҡылар көткән шул халыҡтың ҡунаҡсыл һәм ғәйәт йомарт булыуы тураһында хәбәрҙар булған бер кешенең байығыу ниәте менән "башкирец"тарға килеүе һәм уның сәйәхәте нимә менән тамамланыуы бәйән ителгән хикәйәне мин бәләкәйҙән беләм. Ғәйәт ҡыҙыҡ, тормошсан был әҫәр менән беҙҙе Баймаҡ интернат мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы Ғарифә Мораҙый ҡыҙы кластан тыш уҡыу дәресендә таныштырғайны.
Бүләккә бер елән, бер аҙ сәй алып килгән был юлсыға старшина башҡорт йолаһына ярашлы яҡшы һый-хөрмәт күрһәтә, унан ни йомош менән йөрөүе хаҡында һораша. Ҡунаҡтың ер һатып алыу теләген белгәс, түрә уға иртәгәһен таң алдынан яҡындағы ҡалҡыулыҡҡа килергә ҡуша. Һөйләшкән ваҡытҡа, унда ырыу аҡһаҡалдары ла йыйыла. Ҡояш ҡалҡа башлау менән старшина Пахомдың ҡулына көрәк тоттора һәм ҡалҡыулыҡ артында йәйрәп ятҡан икһеҙ-сикһеҙ ергә күрһәтеп, ошондай шарт ҡуя: "Ҡояш байығансы ни саҡлы ерҙе көрәк менән билдәләп, әйләнеп ҡайта алһаң, ана шул ер һинеке булыр. Әммә, ҡояш байыуға мотлаҡ килеп өлгөрөргә тейешһең…" Күпме биләүенә ҡарамаҫтан, ер хаҡының йөмләһе бер мең һум буласаҡ икәнлеген дә әйтә. Шундай киң майҙан өсөн был хаҡтың ныҡ арзан булыуын һиҙенә һатып алыусы. Башҡорт байының шартына шатланып риза була. Ысынлап та, уйлап ҡараһаҡ, йәйге көн оҙононда әллә күпме ерҙе урап сығырға була бит! (Ул саҡтағы мең һумдың ҡиммәтен бөгөнгө аҡса менән тиңләү, әлбиттә, һис кенә лә ярамай. Ә шулай ҙа…)
Осһоҙ ғына хаҡҡа ер һатып алыу мөмкинлеге килеп тыуғас, зирәк Пахом шунда уҡ дәртләнеп эшкә тотона. Ергә тамға һала-һала алыҫайғандан-алыҫая бара ул. Шулай, алһыҙ-ялһыҙ күпмелер киткәс, саманан тыш алыҫлашып киткән был әҙәм көн аҙағына урап ҡайтып өлгөрөргә кәрәклеге хаҡында иҫләп, килгән яғына ҡарай борола башлай. Йәйге эҫе көндә инде бөтөнләйгә әлһерәгән бисара, ҡояш байыуға, тау башында үҙен көтөп ултырған башҡорттар янына көскә килеп етә. Көрәге менән ергә һуңғы билдәһен яһай һәм… аңын юғалтып, йығыла. Мәңгелеккә. Уның менән бергә килгән ярҙамсыһы ҡәбер ҡаҙып, был әҙәмде шунда күмеп тә ҡуя. Тиҙ байығыу теләге менән янған был кешегә ни бары өс аршин ер китеүе хаҡындағы һүҙҙәр менән хикәйә тамамлана. Бөйөк рус яҙыусыһының бына ошо ғибрәтле хикәйәһен мәктәптәрҙә үтәләрме-юҡмы, белмәйем. Шулай ҙа уны кластан тыш уҡыу дәресе программаһына индергәндәрҙер, тигән өмөтөм бар.
Ошо хаҡта бер мәл уйланып: "Ә шулай ҙа әлеге Пахомдың күпме майҙанды билдәләп өлгөрөүе мөмкин ине?" - тигән фәҡәт математикаға ҡағылышлы һорау менән ҡыҙыҡһынып киттем. Өлгөр математиктар уны әллә ҡасан уҡ иҫәпләп, интернет селтәренә һалып та ҡуйған икән. Йәйге оҙон көндә, ҡояш ҡалҡҡандан алып, байығанса, кеше (ергә көрәк менән тамға һала-һала) яҡынса 35-36 километр үтә ала. Шул араны квадрат формаһына һалған хәлдә, һәр яғы 9-ар саҡырым булған, йәғни, 81 квадрат километрлыҡ дүрткел ер майҙаны килеп сыға (Әгәр ҙә Пахом был араны квадратлап түгел, ә тигеҙ яҡлы өсмөйөш яһап үтһә, уның биләгән майҙаны 60 квадрат километр самаһы була. Был да аҙ ер түгел. Ә инде ул үҙ маршрутын түңәрәк яһап урап үткән осраҡта, был майҙан хатта 100 квадрат мертға ла барып етер ине!)
Әлеге ҡәбергә киткән "өс аршин" хаҡында. Бер аршин, яҡынса - 0,7 метр (бер аҙым). Тимәк, әҙәм балаһы был донъяла күпме генә ҡомһоҙланып, байлыҡ артынан ҡыуып йәшәһә лә, ахырҙа, уға ни бары өс аҙым ер эләгә!..
Һүҙ аҙағында. Аллаһ илсеһе - бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с. әйткән: "Әҙәм балаһына бер ялан тултырып алтын бирһәң, ул икенсе шундай уҡ ялан теләр ине. Алтын тулы ике яланы булһа, ул өсөнсөһөн теләр ине. Ысынлап та, әҙәм балаһын тик (үлгәс күмеләсәк) ер генә тулыһынса туйындыра ала..."(Сахих Әл-Бухари). Был фани (ваҡытлыса) донъяла бай йәшәү бер кемгә лә тыйылмаған, әлбиттә, әммә, йыл һайын күсемле байлығыңдың бер өлөшөн мохтаждарға зәкәт итеп, Аллаһы Тәғәләнең ризалығына ирешеп, мотлаҡ киләсәк мәңгелек Ахирәт тормошо хаҡында ла онотмау кәрәклеге турала был хәҙис.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №41, 2023 йыл

Автор:
Читайте нас: