+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Апрель , 10:19

"Башы башҡаланыу"

Әсәйемдең лөғәтендә "башы башҡаланыу" тигән һүҙбәйләнеш бар ине.

"Башы башҡаланыу"
"Башы башҡаланыу"

Хәҙер ул һүҙҙәрҙе ишеткәнем юҡ. Бәлки әсәйемдең тыуған ауылы Таулыҡайҙа әйтәләрҙер. "Фәлән-фәлән килен ауырлы, имен-аман башы башҡаланһын да, шунан саҡырып алырбыҙ..." тиер ине әсәйем. Мәғәнәһе: фәлән-фәлән килен имен-аман балаһын тыуҙырһын да... "Башы башҡаланһын" тигәне икәү, ике баш булһындар ҙа, тигәнде аңлаталыр инде. Был һүҙбәйләнеште "ауырынан ҡотолһон да, арынһын да" тип тә аңларға булалыр. Әммә ауырҙан (Хоҙай һаҡлаһын!) башҡа төрлө лә ҡотолорға, арынырға була бит әле. "Башы башҡаланыу" бәлки борондан килгән һүҙбәйләнештер?

"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
985-се күҙәтеү.

Ахмер Гумер-Утябай

 

Автор:
Читайте нас: