+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Апрель , 10:36

“Йәнем!”

Барыһы ла “Бәйләнештә” төркөмөндәге төнгө һөйләшеүҙән башланды.

“Йәнем!”
“Йәнем!”

Унда: “Яратҡан кешегеҙгә кем тип өндәшәһегеҙ?” - тип яҙған инеләр. Ҡатын-ҡыҙ халҡы береһенән-береһе матур һүҙҙәрен теҙә лә башланы. Мин уларҙы уҡып, уйланып, унан ҡайғырып киттем. Нисәмә йыл йәшәйбеҙ ирем менән (25 йылдан ашып киткән икән!) бер уға ундай һүҙҙәр әйткәнем юҡ. Күңелем килгәндә ауыҙҙы тултырып исеме менән өндәшәм, “һуғып” ҡайтһа ыҫылдап әйтәм, йәнем көйһә “Эй, һин” тейем. Йәлләп киттем бабайымды. Насар кеше түгел ул. Мин уны яратам, ул да мине яраталыр тип уйлайым. Тик был хаҡта икебеҙ ҙә ләм-мим.
Төнгө һөйләшәүҙәрҙе уҡып, әллә күпме матур һүҙҙәр өйрәнеп бөтөп йоҡо бүлмәһенә инеп яттым. Бабайым мыш та мыш килеп йоҡлай. Күңелдәрем иреп китте! Ҡосағына сумдым да, баяғы һөйләшеүҙәге иң оҡшаған һүҙҙе яңғыраттым. “Йәнем!”
Ирем ырғып килеп ултырҙы ла, мине ситкә этеп ебәрҙе. “Ниндәй Йәмил?! Һин мине кем менән бутап ятаһың?!” Бер ҡасан да ҡыҙғанмаған иремдән бындай ҡыланышты көтмәгәс, тәүҙә аптырап ҡалдым. Унан туҡтай алмай шарҡылдап көлә башланым. Саҡ-саҡ эш нимәлә булғанын аңлата алдым. Ирем: “Һе, йәнем, имеш. Ғүмер буйы исем менән өндәшкәс, шулай тип әйт тә ҡуй. Ултырма бында шарылдап, ят, йоҡла”, - тип әйләнеп ятып йоҡлап та китте.
Ә мин оҙаҡ уйланып яттым. Унан иптәшем йәнемде көйҙөргән саҡта “йәнем” тип әйтергә булдым. Әйҙә, ниндәйҙер Йәмилде уйлап йөрөй тип ҡайғырһын.

Башдонъя төркөмөнән

https://vk.com/im?peers=396373839_32240993&sel=415324137&w=wall-202792286_2182%2F30f8c01c32c419074f

 

Автор:
Читайте нас: