+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Апрель , 17:46

КҮПЕР АҪТЫНДА

Элек ауылыбыҙ ҡарттары ауылды тотҡан, хөкөм сығарған, ҡарарҙар ҡабул иткән, ә өҫтән ҡуйылған староста үҙенең эше менән генә шөғөлләнгән: һалым йыйған, йыйындар ойошторған, иң әһәмиәтлеһе, ул ҡарттар нимә әйтһә, шуны тыңлаған.Халыҡ аҡһаҡалдарыбыҙҙы мәсет ҡарттары тип йөрөткән. Юҡ, улар көн оҙоно мәсеттә намаҙ уҡып ултырмаған, ә һәр ауыл кешеһенә хас донъя көткән. Аҡыл һатҡан кеүек тойолһа ла, ысынында улар бик аҙ һөйләгән, сит кешеләргә генә түгел, хатта таныштарына ла бик ышанып бармаған, әллә ни эш тә ҡырмаған, әммә тик тә ултырмаған.Ауыл ҡәберлеге ярҙың теге яғында, шуға:— Аръяҡҡа китергә лә ваҡыт етте, — тип, йылға аша ҡарап уфтанып ҡуя торған булғандар.Аллаға ла, иблискә лә ышанғандар, сөнки, тигән улар, кеше күңеле — яҡшылыҡ менән яманлыҡ аҙашҡан ялан, фәрештәләй изге кеше булмаған кеүек, насар сифаттарҙан ғына торғаны ла юҡ.Шуға күрә барыһы ла күҙ терәп уларға килгән. Талашып киткәндәре кәңәш һораған, хөкөм итегеҙ, тип үтенгәндәр яманаты сыҡҡан кешене алып килгәндә.Мәсет ҡарттары бик оҙаҡ уйланып ултырғандан һуң ғына бер һүҙ менән ҡарарын әйткән, сөнки хәҡиҡәтте еткерер өсөн күп һүҙ кәрәкмәй. Кешеләр закондағыса, йәғни ҡарттар нисек ҡушһа, шулай эшләгән, шуға күрә ауылда һәм яҡын/тирәләге ауылдарҙа тыныс тормош, именлек хөкөм һөргән.Бөгөн ауылда ул мәсет ҡарттарының балалары йәшәй. Уларҙың береһе Рәхимйән бабай — үҙенә генә түгел, нәҫел-нәсәбенә лә үҙ аҡылында, үҙ аяғында, оҙон ғүмер насип итһен — бына нимәләр һөйләй:“Күпер аҫтында” тип һөйләһәләр ҙә, күпер аҫтын күҙ алдына килтерергә кәрәкмәй, һүҙ күперҙән түбәндә ағып ятҡан һыу хаҡында. Элек-электән ауыл халҡы тап бына шунда һәр кем танырлыҡ итеп ағас ҡаҙап, шуға киндер бәйләп, батырып ҡуя торған булған. Ебетергә ҡуйылған киндер көлтәләре өҫтөнә кемдер, беләк оҙонлоғондай ҙа булмаҫ, яңы тыуған сабый бала ташлап киткән.

КҮПЕР АҪТЫНДА
КҮПЕР АҪТЫНДА
ХИКӘЙӘ
Быҙауҙарын аръяҡтағы болонға ҡыуып ҡайтып килгән дә Фәтих ҡарт шишмәгә төшөп битен-ҡулын йыуып ала. Боҙҙай һалҡын һыу менән танһығын да ҡандырғас, арығандары бөтөп, бөтә ағзалары еңеләйеп ҡалғандай була, үҙен йәшәреп киткәндәй тоя. Көндөң шулай матур башланыуына кәйефе күтәрелгән ҡарт, ҡоро ҡағыҙ кеүек ҡыштырлап торған ҡулын кәзәкейе аҫтынан тубығына хәтлем төшөп торған күлдәгенә һөртә лә, өҫкә алып менгән текә һуҡмаҡ буйлап оло юлға сыға.
Йылға ярына еткәс, бер аҙ хәл йыйып, сихәтләнеп, ян-яғына күҙ һала. Алдында йәйелеп ятҡан йылға өҫтө аҙ ғына шаҙраланып тора, ямғыр һыуынан быуа тулышып киткән, баҫма өҫтөндә лә һыу сайҡала. Әммә уға оҙаҡ ләззәтләнергә тура килмәй, сөнки ҡарғаларҙың аяуһыҙ ҡарҡылдашҡаны ишетелә, етмәһә, өҫтә ҡоҙғон ҡысҡыра.
Ҡарт тауыш килгән яҡҡа борола һәм күпер аҫтында ҡара болоттай ҡайнашҡан ҡара ҡарғаларҙы аңғара, киндер көлтәләре өҫтөндә лә нимәлер күренгәндәй.
— Нимә бар унда? — тип, аҙымын тиҙләтә. Ярҙан түбән төшкәс, көлтә өҫтөндәге нәмәне шәйләй, әммә ҡылау баҫҡан күҙҙәре был әйберҙең нимә икәнен төҫмөрләмәй.
— Һош! Һош! Ҡәһәр һуҡҡырҙар, нимә таптығыҙ бында? Һош!
Ҡарғалар береһен-береһе уҙҙырып ҡарҡылдай, ҡанаттарын ҡағып ситкә һикерә, әммә табышын ташлап киткеһе килмәй, ҡамасаулаған ҡартты уралап, ҡанаттарын йән көсөнә һелтәп, һауаны ярып осалар ғына. Ҡарт ергә ултырып аяғындағы сабатаһын, ойоҡбаштарын сисә лә һыуға керә. Яҡын килгәс, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай тора. Йыртҡыс ҡоштарҙан һаҡланырға маташҡандай, мәрйендәй ап-аҡ тырнаҡлы йоҙроҡтарын йомарлап, башын ҡаплаған килеш бөгәрләнеп ҡатып ҡалған йән эйәһе була ул. Ҡарт таяғы менән һелтәнеп, ҡарғаларҙы ян-яҡҡа ҡыуа башлай. Табыш тәмен һиҙгән йыртҡыс ҡоштар, таяҡтан ҡурҡып осоп китер урынға, киреһенсә, ҡарттың баш осонда ғына уралана. Таяғын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, табылдығын ярға алып сыға. Бәләкәс кәүҙә боҙ кеүек һалҡын һәм бик ауыр тойола.
— Тонсоҡторғандар, тапҡандар ҙа һыуға һалғандар, ер йотҡорҙар. Йәшәйем тип тыуған сабыйҙы тонсоҡторғандар. Шул тиклем йәнһеҙ кешеләр булыр икән ер йөҙөндә. Әҙәм аҡтыҡтары.
Ҡарт күптән сабаталарын кейһә лә, урынынан тиҙ генә ҡуҙғалып китә алмай ултыра. Ниһайәт, уйламағанда тапҡан ауыр йөгөн сабыуына һала ла, бер ҡулы менән һаҡ ҡына күтәреп тотоп, ҡайтыу яҡҡа атлай.
Юлда күршеһе осрай:
— Терпе балаһы таптыңмы әллә? Ейәндәреңә алып ҡайтаңмы?
— Эйе, тап шулай…
Ҡарт ҡайырып тотҡан күлдәк итәген ҡыҫыбыраҡ тота ла, күршеһен аптырашта ҡалдырып, шәберәк үтеп китергә ашыға. Үҙенең йортон уҙып, мәсет ҡарты Зәйнетдиндең тәҙрәһен сиртә. Уға энәһенән-ебенә тиклем һөйләп бирә.
Зәйнетдин ҡарт ниндәйҙер эш менән мәшғүл улына өндәшә:
— Бар, Төхвәтулла ҡартты алып кил.
Төхвәтулла килгәс, Фәтих ҡарт башынан үткәндәрҙе тағы бер ҡат һөйләп сыға:
— Барғанда бер нәмә лә аңғарманым, әллә үҙем шәйләмәнем, әллә ул саҡта ысынлап та бер нәмә лә булмағанмы, кем генә белә инде. Ә бына ҡайтып килгәндә… Ҡарғалар ҡар ҙа ҡар...
Улар икеһе ике яҡтан ултырып, тыныс ҡына хәбәрләште. Зәйнетдин ҡарт, өйҙән килеп сығып уларҙың хәбәренә эләккән ҡарсығына:
— Йыуындырып, төрөп бир, — ти.
Ғәлимә ҡарсыҡ башта аптырап ҡалһа ла, үҙен тиҙ ҡулға ала, үҙ-үҙе менән һөйләшә-һөйләшә эшкә керешә. Ҡарты әйткәнсә, мәйетте йыуа, тотонолған булһа ла, таҙа сепрәккә төрә.
Шәрәф ҡарт килеп еткәс, Фәтих арттырмай-кәметмәй, нисек бар, шулай барыһын да ҡабаттан һөйләп сыға:
— Аяғымды систем дә һыуға керҙем. Ҡараһа-а-ам...
Көн оҙоно мәсеттә намаҙ уҡып ултырмаған, һәр ауыл кешеһенә хас тормош көткән, күп аҡыл һатҡан кеүек тойолһа ла, ысынында бик аҙ һөйләгән, сит кешеләргә генә түгел, таныштарына ла ышанып бармаған, әллә ни эш тә ҡырмаған, әммә тик тә ултырмаған ҡарттар бер аҙға тын ҡала. Ғәҙәттәгесә, һүҙҙе Зәйнетдин ҡарт башлай:
— Тауыш ҡуптармайыҡ.
— Эйе, эйе, Аллам һаҡлаһын, үрәтниктәр килеп етер, ғәйеп эҙләр...
— Беҙҙекеләр булмаҫ, ситтән килтереп һалғандарҙыр, — ти Төхвәтулла. Шәрәф ҡарт бер һүҙ ҙә өндәшмәй.
— Шулайҙыр, беҙҙекеләр түгелдер.
— Беҙҙән шулай көлмәк булалар.
— Хәҙер ауыл тулыр, старостаға ишетелер. Күпер урамының ғына эше, тиерҙәр.
— Раҫ әйтәһең! — Ниһайәт, Шәрәф ҡарт та үҙенең һүҙен әйтеп ҡуя.
— Әҙәм балаһы бит, ясин сығайыҡ та, — тип Төхвәтулла күҙҙәрен һыпырып, усын күтәрә.
Ҡарттар, уҡып бөткәс, һаҡалдарын һыйпап, ҡулдарын түбән төшөрә.
Һөйләшелгәнсә эшләйҙәр. Зәйнетдиндең малайы атын егеп, урамға сыға, Фәтих ҡарт ултырғас, ҡуҙғалалар. Соҡорҙарҙа арба һелкенеп киткәндә, төшөп ҡалмаһын тип, егет көрәкте тотоштороп килә. Фәтих ҡарт итәгендә ятҡан төйөнсөгөн әйбер менән ҡаплағас, халыҡ уны-быны абайламай. Кеше ниндәй йомош менән йөрөмәҫ?!
Улар әле генә ҡарт килгән юл менән күпер аша сыҡты ла, боролмала күҙҙән дә юғалды.
Әллә ни ҙур ҙа, тәрән итеп тә ҡаҙманылар, ҡәбер ауыҙын ғына асып, йәшәргә насип булып тыумаған, анаһы ҡуйынына алмаған сабыйҙы ер ҡуйынына тыҡтылар.
 
Мәүлиҙә ӘХМӘТЙӘНОВА.
Автор:
Читайте нас: