-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

ИСЕМ

Ышаныуҙар буйынса, кешенең дүрт йәне була. Исем – шуларҙың береһе.

ИСЕМ
ИСЕМ

Ышаныуҙар буйынса, бала тыуғас та, уға йүргәк исеме ҡушырға кәрәк. Исем ҡушмаһаң, баланы шайтан алмаштыра тиҙәр. Йүргәк исеменән һуң оҙаҡҡа һуҙмай аҙан әйтеп балаға ысын исем ҡушалар. Ышаныуҙар буйынса, йәш бала хатта исем һорап илай ҙа икән. Шуға аҙанһыҙ бала илаһа, исем һорап илай тиҙәр. Исем ышаныуҙар буйынса, баланы һаҡлай, тәбиғәтен, киләсәген билдәләй. Мәҫәлән, Таштимер, Булат, Йәноҙаҡ, Бүребай, Этбикә кеүек исемдәр бала ауырымаһын, үлмәһен тип ҡушылған, йәғни һаҡлау функцияһын үтәгән. Гүзәл, Аҡһылыу, Гөлназ һ.б. исемдәр ҡыҙҙар матур, наҙлы булһын тип ҡушыла. Ышаныуҙар буйынса, исем кешенең яҙмышын да билдәләй икән. Шулсәбәпле күп ғаиләләрҙә балаларына бай, бөйөк, бәхетле булһын тип Байгилде,Солтан, Бәхет, Ырыҫҡол тигән исемдәр ҡушылған. Исем хатта баланың һаулығына ла тәьҫир итә ала тип уйлағандар. Шуға миң сыҡһа, кешегә ≪миңле≫ исем бирелгән. Ғаиләлә балалар күп булһа, исем ярҙамында тыуымды туҡтатырға тырышҡандар. Мәҫәлән, Туҡтағол, Туҡтабикә, Кинйәғол, Кинйәһылыу, Кинйәбикә тигән исемдәр башҡа бала булдырмауҙы теләп ҡушылған. Хатта теге доньяға ла баланы исемһеҙ ебәрмәгәндәр. Тыуғас та үлгән балалар Абдулла, Фатима тип исемләп ерләнгән. Исем менән ен-шайтанды алдарға ла тырышҡандар. Мәҫәлән, Сулпан, Сәрүәр, Ямал, Кинйәсолтан, Йыһан, Ишсолтан, Алтын кеүек исемле балаларҙы шайтан алмаштыра алмай икән. Сөнки ул ≪Был бала ҡыҙмы, малаймы?≫ - тип аптырап йөрөгән арала таң ата ла ҡуя икән һәм баланың ата-әсәһе бала янына килә. Аҙанлы бала илаһа, исемен яратмай, исемен ҡабул итмәй, тип, яңы исем ҡушыу йолаһы ла булған.Ҡайһы бер исемдәрҙе шайтан исеме тип ҡушырға тыйғандар. Мәҫәлән, ҡайһы бер төбәктәрҙә Бикә, Әнәс шайтан исемдәре һаналған. Уларҙы ҡушыу әле лә тыйыла.

Исем һүҙе менән башҡорт телендә бик күп мәҡәл һәм әйтемдәр, фразеологик берәмектәр бар. Сағыштырығыҙ: исем ҡушыу, исем яңыртыу, исем итеп, исеме оло, исем күтәреү, исеме сығыу, исем һатыу, исемең юғалыу, яҡшы исем малдан артыҡ; саҡырғандың исеме оло; арыҫлан үлһә - тиреһе ҡала, кеше үлһә - исеме ҡала. һ.б. башҡорттарҙың мифологик ҡараштары сағылыш тапҡан.
 
Ф.Ғ. Хисамитдинова
Автор:
Читайте нас: