+12 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
17 Марта 2024, 11:25

Башҡортостандың ете мөғжизәһе

“Унда мөғжизәләр тулы, Иң гүзәл башҡорт иле “ тип шиғырҙа ла әйтелгән. Ә һеҙ Башҡортостандың ете мөғжизәһен беләһегеҙме? 2009 йылда, ысынлап та үҙенсәлекле, һоҡланғыс, башҡорт халҡының, республикабыҙҙың ғорурлығы булған 7 ғәҙәттән тыш нәмәгә «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» тигән статус бирелә.

Башҡортостандың ете мөғжизәһеБашҡортостандың ете мөғжизәһе
Башҡортостандың ете мөғжизәһе

Беренсе мөғжизә – Салауат Юлаев һәйкәле. Рәсәйҙә ат һынындағы иң ҙур һәйкәл. Скульпторы – Сосланбек Тавасиев. Өфөгә машинала кергәндә лә, самолет менән осоп барғанда ла күреп була.

Икенсе мөғжизә – ҡурай. Ҡурайҙа моң һыҙҙыра алмаған башҡортто һирәк осратырһың. 1993 йылда Баймаҡ районында Туғажман тауында Ҡурайға һәйкәл ҡуйыла. Башҡорт ҡурайы Дубайҙың иң бейек йортонда Бурдж-Хәлифәлә яңғырай.

Өсөнсө мөғжизә – “Урал батыр” эпосы. Башҡорт халҡының телдән-телгә күсеп килгән боронғо ҡомартҡыһын Мөхәмәтша Буранғолов 1910 йылда яҙып ала. Эпос 4500-ҙән ашыу шиғри юлдан тора һәм урыҫ, инглиз, немец, венгр, төрөк, фин, абхаз һ.б. телдәргә тәржемә ителә.

Дүртенсе мөғжизә – Шүлгәнташ мәмерйәһе. Бөрйән районында урынлашҡан.
Унда беҙҙең эраға тиклем 40-10 мең йылдар элек, йәшәгән тәүтормош кешеләренең мәмерйә стенаһына төшөрөлгән һүрәттәре табыла. Шүлгәнташ мәмерйәһе бөтә донъяға билдәле. Бөгөнгө көндә мәмерйә эргәһендә «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы эшләй.

Бишенсе мөғжизә – башҡорт балы. Донъяла иң файҙалы һәм шифалы бал тип иҫәпләнә. Рәсәй төбәктәренән тыш, күрше илдәргә һәм АҠШ, Япония, Яҡын көнсығыш илдәренә сығарылып һатыла.

Алтынсы мөғжизә – Янғантау. Донъяла ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ ҙур күләмдә йылылыҡ, эҫе пар, газ сығып торған берҙән бер урын. Боронғо заманда “Янартау” тип аталған. Тауҙа бөтә донъяға билдәле булған “Янғантау” шифаханаһы урынлашҡан.

Етенсе мөғжизә - ...

Дуҫтар, Башҡортостандың етенсе мөғжизәһен һәм уның тураһында ҡыҙыҡлы факттарҙы комментарийҙарҙа яҙығыҙ.

 

Автор:
Читайте нас