+17 °С
Дождь
Дөйөм мәҡәләләр
16 Марта 2024, 14:04

Һайлау

Һайлау осоро етһә хәтеремдә уйылып ҡалған өс ваҡиға иҫкә килеп төшә.

ҺайлауҺайлау
Һайлау

Медицина училищыһында уҡып йөрөгәндә әсәйем менән бергә һайлау уйы менән йәйәүләп ауылға ҡайтып килдем. Элек ундай саралар оло байрамға әүерелә ине бит: кемеһелер ҡунаҡ саҡыра, күрше ауылдар кис үк килеп етеп ҡунырға ҡалып табын ойоштора, йорт ҡапҡаһына ҡыҙыл флаг сығарып эләләр, флагтары булмағандар француз яулығын, йә сәскә төшкән йыртыш киҫәген. Тотош ауыл йырға-моңға күмелә. Дөйөмләштереп әйткәндә оло тантана була торғайны ул һайлау тигәндәре.

Мин иҫ белгәндә әле Верховный Советҡа Гингсбург тигән кандидатты һайланылар, шунан бер нисә саҡырылыш, СССР-ҙың финанс министры Гарбузовты. Күрше әбейҙең: "инһеҙ бүректе һайлап ҡайтайым әле", тип клуб яғына китеп барғаны хәтерҙә, шулай итеп ул Гингсбургты һайларға йыйынғандыр инде.

Байрамса кейенеп һайлауға киттек, ә әсәйем өсөн оло ҡыуаныс, осраған береһенә: "Бына улым үҫеп етеп балиғ булды, һайлауға, тип ҡайтты әле", тип яр һала.
Барып ингәйнек минең уҡытыусым - һайлау комиссияһының рәйесе һалҡын һыуға ҡойондорғандай хәбәрен һалды: "Һайламайһың, не палужено, әткрипительный талуның юҡ!" Һайлау комиссияһында ғүмере буйы көтөү көт-кән Әпсәләм ҡарт та бар ине. Ул рәйескә былай тине: "Ласылдатҡансы төкөрөп бирәм мин һинең талуныңа, ҡағыҙ йән!" Шулай тине лә миңә бюллетень килтереп тотторҙо, тәүге тапҡыр һайлаусы кеше булараҡ бүләкләп тә ташланы. Йылдар үтеү менән гел әйтә киләм, һай, ҡайһылай ҙа афарин, аҡыллы ир булғанһың, Әпсәләм ағай!

Икенсе тапҡыр Өфөгә делегат итеп һайланылар. Ун ике кешенән торған партком ағзалары тауыш бирҙе. Ете кеше ыңғай тауыш биреп үтеп киттем. Ә һуңынан партком ағзаларының ун икеһе лә килеп: "Һине генә һайланым, дуҫ!" тип ант итеп йөрөнөләр. Һуң бөтәһе лә ыңғай тауыш бирһә бер тауыштан үтер инем дә баһа!..

Шунан ауыл Советына рәйеслеккә икенсе тапҡыр тәҡдим иттеләр. Ул һайлау мәхшәр булып хәтерҙә ҡалған: кемгәлер туйға тип араҡы бирмәгәнмен икән, икенсеһенә лимитҡа бүленгән ҡарағайҙан өлөш сығармағанмын, өсөнсөһөнә инде талондан тыш дефицит тауарҙы йәлләгәнмен. Табалар инде "йөйҙө", сығаралар инде"сейҙе". Дуҫ, тип йөрөгәндәрем өй беренсә йөрөп миңә ҡаршы һөсләтә башланылар. Нимәһе аптырашта ҡалдырҙы - ошоғаса мине дошманға хисаплағандар яҡлап сыҡты. Ғауғасыл бер ағайҙың әйткәндәре бөгөнгөләй иҫтә: "Тәртип боҙоп ун биш тәүлеккә ултыртҡастар оҙаҡ уйланып йөрөнөм, ғәҙел кеше ул беҙҙең рәйес, сөнки эсеп алып һуғышып йөрөргә ярамай, һәр әҙәм балаһы ҡылғанын иңе менән күтәрә белергә лә тейеш! Прес-тупник должен сидеть в тюрьме, в тюрьме!" Ул осорҙа "Место встрече изм-енить нельзя" киноһы ныҡ популяр ине, Жегловтың һүҙҙәре менән еткерҙе фекерен.

Һайлау комиссияһының эш барышын тикшереп клубҡа инеүем булды мине абайламаған бер ҡатын күренеү менән ҡысҡырып та ебәрҙе: "Хәйҙәрҙе исемлектән һыҙып ырғытығыҙ, ҡалғандарын ҡалдырығыҙ!" Һуң ул ҡатынды медпунктта эшләп йөрөгәндә ике тапҡыр үлемдән ҡурсып алып ҡалған инем бит, ҡышҡы буранда ДТ тракторына тейәп район дауаханаһына саҡ алып барып өлгөргәйнем. Өйҙә ҡалдырһам ҡанһырауҙан үлә ине бит, үлә ине...

Тағы ла мине һайланылар, шунан киләсәктә өсөнсө срокҡа ла һайлаясаҡтар әле. Һайлау үтеп бер аҙна тигәндә теге ҡатын йәнә миңә килде, өйө башын һипләргә шифер кәрәк икән. Һайлауҙа үтеүем менән "ысын күңелдән" ҡотланы, минең өсөн тауыш биреүен дә өҫтәне. Ҡулымдан килгәнсе ярҙам иттем тегегә. Өсөнсө сроҡҡа үткәндә лә миңә ҡаршы тауыш биргәндер ул ҡатын, күреп тормағас әйтә алмайым, мәгәр кешенең холҡон, булмышын үҙ-гәртеү мөмкин түгел
Бына шулай ҡыҙыҡ, үҙенсәлекле үтә ул һайлау тигәндәре.

Бөгөн мине һайламайҙар инде күптән, дағаһы ҡуптарып алынған алаша хәлендәмен. Ни өсөн дағамды һалдырып алғандармы? Һуң, ул даға бәйгелә сабыр икенсе тайға кәрәк тә баһа! Яңылыштан тәҡдим иткән хәлдә лә кандидат булыуҙан баш тартыр инем, сөнки һәр әҙәм балаһы ваҡытында, мәлендә тауға үрләргә тейеш, ә мин хәҙер тауға ынтылыусы бәғзеләрҙе етәкләр, әйҙәр йәштәмен. Ҡустым, бынау тирәнән артылһаң һәйбәт булыр тим, анау тирәлә таш ята, бынау ере соҡорло...

Үткән һайлауҙарҙа бик йоғонтоло түрә мине үҙенә ышаныслы кеше итеп барырға өгөтләне. Әҙәпле генә баш тарттым, нишләптер күңел тартманы, йә-нем ҡаршы килде, сөнки һайлауҙарҙа дуҫтарыңа ҡарағанда дошмандарың күберәк, күпкә күберәк. Шуны аныҡ беләм хәҙер...

Хәйҙәр Тапаҡов

https://ashkadar.com/articles/2021-08-26/aylau-h-y-r-tapa-ov-2478749

 

Автор:
Читайте нас