Башҡорттар
Ырыу шәжәрәһен өйрәнеүҙе ярайһы уҡ юғары кимәлгә күтәрҙек.
Тарихты (риүәйәттәрҙе, өләңдәрҙе) өйрәнебеҙ, беләбеҙ, тип әйтергә мөмкин.
Ә йондоҙҙарҙы беләбеҙме, Йыһанға йыш ҡарайбыҙмы
Тәүге ике васыяттан уҙа алмайбыҙ шикелле.
Үҙебеҙ ғүмер иткән Ҡош юлы галактикаһы кеүек Йыһанда тағы 7839 галактика булыуы билдәле.
Ә беҙ, башҡорттар, был турала беләбеҙме 
Әле генә галактикаларҙың беренсеһе, NGC 1 исемлеһе тураһында яңы интернет энциклопедияла башҡортса мәҡәлә төҙөнөм. Русса мәҡәлә тулы түгел ине, шуға күрә инглиз телендәге мәҡәләгә таянып яҙҙым. Инглиз теленән башҡорт теленә тәржемә иткәндә Яһалма аҡыл ярҙам итте.
Эйе, Яһалма аҡыл башҡорт телен ярайһы уҡ яҡшы белә хәҙер. Вики-өләсәйҙәргә оло рәхмәт! Улар өйрәтте.
Телде генә түгел башҡорт асылын Яһалма аҡылға өйрәтергә сират етте, милләттәштәр. Яңы тыуған бала ғына бит әле ул. Артабан нисек тәрбиәләйбеҙ, шулай камиллашасаҡ❗
Йыл үҫәһен ай үҫә, ай үҫәһен көн үҫә. Һуңға ҡалмайыҡ. Ҡушылығыҙ. 8 меңгә яҡын мәҡәләне башҡортса яҙып ҡуйһаҡ илебеҙгә Йыһандан бәрәкәт яуыр.
https://ba.ruwiki.ru/wiki/NGC_1
Рөстәм Нурыев - https://vk.com/im?sel=396373839&w=wall168174762_6224%2F68f74737a821c7ac53