Ильяс Билалов Хәйбулла районының Бүребай урта мәктәбендә, 9 класта уҡый. Сәнғәт мәктәбендә, баян класында шөғөлләнә. Өс балалы уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып-үҫкән малай бик тырыш, һәр эшкә яуаплы ҡарай, апайына һәм һеңлеһенә һәр саҡ таяныс, ә атай-әсәйгә ярҙамсы ир бала.
Бик оҫта баянда уйнауы менән күптән инде хөрмәт ҡаҙанған егет ул. Күп конкурстарҙа еңеү яулаған. Республика Башлығы стипендианты ла булып өлгөргән талантлы, тырыш егет- Ильяс Билаловҡа киләсәктә лә ҙур-ҙур уңыштар теләйбеҙ.
Бәйге еңеүсеһе - Ильяс Билаловҡа "Тамаша" журналынан бүләк - хеҙмәттәшебеҙ, оҫта ҡуллы Миләүшә Ҡыҙрасова эшләгән футболка.