+25 °С
Ясно
Дөйөм мәҡәләләр
25 Февраля 2024, 08:07

ҠЫҘЫУЛЫҠТА ӘЙТКӘН ҺҮҘГӘ ЫШАНМА (ИНӘЙЕМ АҠЫЛЫ)

-

ҠЫҘЫУЛЫҠТА ӘЙТКӘН ҺҮҘГӘ ЫШАНМА (ИНӘЙЕМ АҠЫЛЫ)ҠЫҘЫУЛЫҠТА ӘЙТКӘН ҺҮҘГӘ ЫШАНМА (ИНӘЙЕМ АҠЫЛЫ)
ҠЫҘЫУЛЫҠТА ӘЙТКӘН ҺҮҘГӘ ЫШАНМА (ИНӘЙЕМ АҠЫЛЫ)

Ауыр һүҙҙәремде кисер, йәнем,
Атҡан уҡтай осто, һиҙмәнем.
Сабырлыҡтың төбө - һары алтын,
Ә мин, ярһыу йөрәк, түҙмәнем!

Ҡаушап киттең, тының өҙөлгәндер,
Аптырашта ҡалған күҙҙәрең.
Күреп торам: бәғереңде телде
Ҡыҙыулыҡта әйткән һүҙҙәрем.

Үҙемә лә ҡыйын: тел һөйәкһеҙ,
Ҡайһы ваҡыт алдан елдерә.
Уйламаным: яман һүҙҙәр - ағыу,
Дошманды ла хатта үлтерә.

Һағыштарға һала күңелдәрҙе,
Йоҡоларҙы ҡыуа төндәрен,
Уҫал елдәй, тирә-йүнгә сәсә
Көйгән мөхәббәттең көлдәрен!

Һүҙҙәр әсеһенән татлы хистәр
Кипкән гөлдәр ише онтала...
Тотанаҡлыҡ, ныҡлы сабырлыҡҡа
Нимә етә икән донъяла?

Асыу-хистәремде йүгәнләрмен –
Анттар бирәм мәңге үҙемә.
Кисер, зинһар, йәнем, тик ышанма
Ҡыҙыулыҡта әйткән һүҙемә.

Зөһрә Рәхмәтуллина

Автор:
Читайте нас