Көндәрҙән бер көндө аҡыл эйәһенә йәштәр килгән дә былай тип һораған, ти:
– Ни өсөн кешеләр насар ғәҙәттәргә тиҙ генә өйрәнә, ә яҡшыларын ауыр үҙләштерә, һәм улары күп осраҡта ныҡлы ла булмай?
– Әгәр таҙа, яҡшы орлоҡто ҡояш нуры аҫтына һалып, сирлеһен ергә күмһәң, нимә була? – тип һорау биргән аҡыл эйәһе.
– Тупраҡһыҙ ҡалған яҡшы орлоҡ кибеп юҡҡа сығасаҡ, ә насары үҫеп, сирле, сибек үҫенте буласаҡ, – тип яуаплаған йәштәр.
– Кешеләр ҙә шулай итә бит: изгелекте башҡаларға белдермәй эшләү, күңел түрендә яҡшылыҡ орлоҡтарын шыттырыу урынына, уларҙы ғәм алдына сығарып, юҡ итәләр. Ә үҙҙәренең етешһеҙлектәрен һәм гонаһтарын, башҡалар белмәһен тип, күңел төпкөлөнә йәшерәләр. Улар унда үҫеп, кешенең асылын зарарлай.
"Бәрәкәт" журналы.