+15 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
16 Февраля 2024, 13:30

Был урынды яратып буламы?

Журналист Сибәғәт Рахманғолов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә фәһемле лә, уйландырғыс та яҙма менән уртаҡлаштҡан.

Был урынды яратып буламы?Был урынды яратып буламы?
Был урынды яратып буламы?

“Һәр бер кеше үҙенең тыуған ауылын, тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡан ерен, йәшәгән ауылын, Атайсалын ярата. Шул ере, ауылы тураһында шиғырҙар яҙа, йырҙар ижад итә.

Хәҙер күп ауылдарға, ҡалаларға кергән урындарҙа, үҙәк майҙандарҙа “Мин❤Яҡут” йәки “Мин❤Күмертау” тигәнерәк стелалар ҡуйыуҙы мода итеп алдылар. Матур ғына ошо стелалар күңелгә йылы биреп тора. Кешеләр шунда барып фотоға төшә, иҫтәлеккә ҡалдыра.

Аптыратҡандары ла бар ундай иҫтәлекле урындарҙың. Мәҫәлән, бына фотола күреүебеҙсә, 6-сы холоҡ төҙәтеү учреждениеһы янында ҡуйылғаны ғәжәп итте мине. Бында ултырған кешеләр үҙҙәренең колонияларын шул тиклем яраталар, күрәһең, “Я❤ИК 6” тип яҙып, стела ҡуйғандар.

Бер һүҙем дә юҡ, кем әйтмешләй, һәр кемдең үҙ бишмәте үҙенең тәненә яҡын”, - тип яҙҙы журналист.

Ә һеҙҙең был эшкә ҡарашығыҙ нисек? Холоҡ төҙәтеү колонияһына ҡарата “Мин ошо урынды яратам” тип әйтеп буламы икән?

Сығанаҡ һәм фото: vk.com/id201919463 (Сибәғәт Рахманғоловтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе).

Автор:
Читайте нас