Мөхәббәт юҡ, тип яҙғандар, бар ул мөхәббәт, бар. Көлмәгеҙ, әбей мөхәббәтте беләме тип, ҡартайғас тағы ла нығыраҡ мөхәббәтле булғы килә, бергәләп сәй эсеүгә лә яныңда кеше булыуы бәхет, сөкөрләшеп һөйләшергә лә бабай кәрәк, хатта мунсала арҡаңды ышҡыуы ла үҙе бер бәхет. Йәшлектә беленмәй, олоғайһаң аралашыуға мохтаж була кеше, һаҡлағыҙ бер-берегеҙҙе, тоғролоҡ булһын, ышанысын аҡлағыҙ йәрегеҙҙең, ана шул булалыр ул мөхәббәт.
Бер мөхәббәт тарихы
Бәләкәйҙән китап уҡырға яраттым, яҙ кәбән баштарына менеп, ауылдағы бөтмәҫ эштән ҡасып инде, бәҙрәфкә барғанда ҡуйыныма йәшереп тығып барып, айырыла алмай уҡый инем. Ул заманға ярашлы атай-әсәй гәзит-журналдарҙы күпләп алдырҙылар, үҙ ихтыярҙарынан тыш та яҙҙыртып алдырырға ҡушалар ине.
Әҫәр геройҙарындағыса шашып яратырға, тоғро мөхәббәт, саф һөйөү тураһында хыялландым. Әммә ул ябай ғына хат булып осоп усыма ҡунды, таныш булмаған сит кеше минең исем-шәрифте һорап алып, танышырға теләк белдергән.
Ер-аяғы, ер башындағы кеше менән осраша торғаным юҡ, мин тот та уйынлы-ысынлы хат яҙ, яуап килер тип көтмәйем дә. Яуап хаты килде бер мәл. "Шулай-шулай, армияға китәм, хатлашырбыҙ. Ярай атыу, миңә лә ҡыҙыҡ, ике йыл арала хаттар йөрөнө. Армиянан ҡайтҡас ПТУ-ға уҡырға инде, күрешмәһәк тә юҡты бар итеп, хәҙергесә әйткәнсә "онлайн" аралашабыҙ. Фотоһында "уппа-ҡәҙәрем" генә күренә, шулай ҙа күрмәгән-белмәгән кешене нисек яратаһың.
Әмәлгә күрә тиергәме, ҡыҙғанысҡа ҡаршымы инде, беҙҙең ауылдан ике сибәр генә ҡыҙҙар шул ауылға, шул йортҡа ҡунаҡта булғандар бит әй. Улар был әҙәм менән минең хатлашҡанды белмәйҙәр, ҡайтҡас ауыҙ тултырып тегене маҡтайҙар, шундай сибәр, шундай буй-һын, һомғол, оҙон кәүҙәле имеш, артынан йөрөгән ҡыҙҙар бар тей, йөрөгәне лә бар икән. Алдына алъяпҡыс бәйләп ҡыҙҙарҙы ихлас ҡунаҡ иткән, әсәһе лә улының тиҙ өйләнеүен теләй икән. Минең эстә бер нәмә, урыҫса әйтмешләй "йокнула" бит әй! Саҡ үҙемде тыйып торам, мин уның менән нисә йыл хатлашам, тип әйтергә. Түҙергә тырышам, тегеләр утҡа май өҫтәйҙәр, кәләш алһа сибәрҙәрҙе һайлар инде, ямаҡайҙарҙы күҙгә лә элмәҫ. Минең төҫ-баш юҡ булғас юҡ инде, атай сапҡан-юнған, йышып тормаған, күмәк балаларҙан һуң материалы ла ҡалдыҡ-боҫтоҡ эләккәндер инде, сифат яғы ла хөртөрәк. Оятҡа ҡалмайым тип өндәшмәйем, арттарын асып көлөрҙәр, шулай ҙа эстә бер нәмә ҡыбырлай әй, түҙеп кенә булмай.
Минең "онлайн дуҫ" бер ваҡыт минең тыуған көнөмә килергә булды, минең Баймаҡ машзаводын алға һөйрәгән саҡ, эшселәр ятағы яңы төҙөлгән мәл, оятҡа ҡалырлыҡ түгел, саҡырҙым инде. Килеп инде берәү: ап-аҡ джинсы костюм-салбарҙа, һап-һары йоҡа свитерҙә, шәп күренә. Мин алдан үҙем уйлағанса ныҡ тормаҡсымын, алдында түшәлеп ятмаҫҡа, йылманлап-ҡыйпаңлап тормаҫҡа, килер-китер, ҡыҙҙары күп тей, убылып төшмәҫ. Һе, "деловой" ғына һөйләшә икән, киләсәккә пландары бар, уҡып ҡайтып эш башлауын алдан яҙғайны инде, өйләнергә лә иҫәбе юҡ түгел, әгәр мин ризалыҡ бирһәм инде.
Әстәғииии, белмәгән-күрмәгән кешегә кейәүгә сығырға башыма тай типмәгәндер шул, тамаҡты ҡырып ебәреп, дәрәжәне төшөрмәй генә:
-Ике йылһыҙ кейәүгә сығырға йыйынмайым әле, - тигән булам. Үҙемдең эс көтөрләй, сибәр-сибәр ҡыҙҙар артыңдан йүгергәндә мине көтөп тормаҫһың инде, әллә ҡайҙа олаҡһаң да бирешмәҫкә тырышырмын, йәнәһе был һөжүмдән юғалтыуһыҙ сығам.
Һиңә генә әйтәм, дуҫыңа ла һөйләмә, эстә бер заман ялҡын яндыра башланы, әй, түҙеп кенә булһасы, элек уҡыған романдар шауҡымы. Шулай ҙа йөҙгә битарафлыҡ маскаһын кейәм, һиндәйҙәрҙе күргән бар йәнәһе.
Дуҫ тигәнем ҡайтырға йыйынды, киләһе аҙнаға үҙҙәренә тыуған көнөнә саҡыра, әсәһе менән дә таныштырмаҡсы. Төҫ тигәндә төшөп ҡалһаҡ та, намыҫ менән әҙәпте байраҡ итеп күтәргәнбеҙ әле, бер күргәнгә, ике саҡырғанға эйәреп сығып китергә эт түгелбеҙ әле, барманым. Насиптан булмай ҡасып, үҙемә яҙған мал булһа әйләнеп килер, шулай ҡарар иттем айлы-көйлө баш менән.
Килде аҙаҡ, күп тапҡырҙар килде, йөҙ саҡрым араны йәйәү ҙә ҡайтып китер ине, попутка ла булды, төндә сәләркегә манып факел тоҡандырып сығып китте, матайы боҙолһа этеп тә килер ине. Төндә ҡаршыһына болан килеп сыҡҡас ауылына саҡлы ҡурҡып йүгергәне лә булған, быныһын аҙаҡ үҙе һөйләне, айыу тип уйлаған.
Бер мәл йыбанды егеткенәм, хат яҙырға ла, ике йыл һәлпәнләп бушҡа йөрөргә лә, кәнкрит кейәүгә сыҡ тине, атай-әсәйеңдең ризалығын һорарға барам тине. Килгән ауылға, күршелә туй барған мәл, таныштары туй табынына саҡырған, ҡыйыулыҡ өсөн эстем тине, иҫенә төшкән ниңә килгәнлеге, һәм тура беҙҙең өйгә. Хәйерсегә ел ҡаршы, ней беребеҙ өйҙә булмағанбыҙ, аптырап тормаған диванға ятҡан да йоҡлаған был. Өйгә ҡайтһам, әсәй тетә генә мине, быным ята минең төрткөләгәнде лә тоймай, күҙ асыҡ, ауыҙ асыҡ, оялам да, ғәрләнәм дә, атайға нимә тиергә, минең ҡулды һорай килде, тип әйтә алмайым бит инде. Һиҙгәндәрме, белгәндәрме, атай-әсәйҙән артыҡ ныҡ эләкмәне былай, таң атҡансы йоҡланы буласаҡ иҫерек кейәү. Иртәнсәк атайҙар менән һөйләшеп-кәңәшләшеп, әйттерергә килер көнөн билгеләп ҡайтып китте, попутка менән.
Уны оҙатҡас көйәнтәләп һыуға сыҡтым, күршеләге йәш яңғыҙ ҡатын да миңә эйәрҙе.
- Ниңә егетеңде иртәрәк уятып ҡайтарып ебәрмәнең, әллә оҙаҡлап йоҡлап киттегеҙме? Икенсе тапҡыр улайтма, артҡы ҡапҡаңдаң сығарып ебәр, ғәйбәттән арына алмаҫһың юғиһә, яҡын күреп өйрәтеүем һиңә...
Биҙрәләр китте тау түбәненә тәгәрәп, үҙем һөрлөктөм тигеҙ ерҙә, көйәнтә осто ҡырға, ишеттеме ҡолағың ишетмәгәнеңде, кеше улай уйлар тип башыма ла инеп сыҡманы, тәүбә-тәүбә. Китапта уҡыманым буласаҡ хәлде, алдан уйлау ҙа оят хатта, ә бында минең күҙалламағанды һөйләһендәр әле. Алғараҡ китеп әйткәндә, ҡырҡ йылдар үткәстер был ваҡиғаға, икенсе төрлө түңкәрелеп ишетелде был хәл.
...Былайыраҡ булды, улымдың танауы еҫ һиҙә башлағас, минән беҙҙең өйләнешеү тарихын һөйләүемде һораны.
Нисек бар һөйләнем, атайың ҡулымды һорарға килгәндә иҫерек ине, шулай-былай. Артығын ысҡындырҙым, тип уйланым инде, тел һөйәкһеҙ шул.
- Атайымды йәлләп ҡуйҙым әле, иҫереклеге менән белмәй генә һине алғандыр инде, тимәһенме улым.
Ултыра төштөм торған еремдән, аҙаҡ ҡына уның шаяртыуын күреп көлә башланым, шулай ҙа була икән.
Аҙаҡтан йыш ҡына, мин кәләш һайлағанда айныҡ буласаҡмын, атай һымаҡ белмәй-күрмәй иҫерек саҡта алып ҡайтып һемәйеп ҡуймам инде шаярта, үсекләшә. Ағы ла булды, ҡараһы ла мәхрүм итмәне, ир шулай була икән тип, ҡатын күнергә тейеш тип йәшәнек инде. Беребеҙ тормош арбаһын алдан һөйрәһә, икенсебеҙ арттан этте, тайып та киткеләнек, бысыранғанбыҙҙыр ҙа. Тәгәрмәскә сыбыҡ-сабыҡ та тығылды, ярай эреләре эләкмәне, шартлап һына торҙолар. Шөкөр ҡәйнәм арыу кеше булды, ғәйбәт һөйләмәне, ауыр саҡта ярҙамлашты, әрләшеп, тикшеренеп йөрөмәне.
Заманына күрә бөтә кешеләр һымаҡ йәшәнек инде, түрҙә бер сервант менән бер диван ултырҙы, ике тимер карауат булды. Хәҙер генә ул донъялар рәтләнде, өйҙәр ҡатланды, ҡапҡалар бикләнде. Әсәй ҙә ҡыуанды шикелле, төшкән ере арыу тине, атай ҙа риза булғандыр, мәһәргә тип ҡәйнәм бер йәшник араҡы, бер һарыҡ, йөҙ тәңкә тотторғас, ҡыҙ "уценённый" булманы тип, бәлки ҡыҙ китте, ҡый китте тип шатланғандарҙыр ҙа әле.
Һәүетемсә генә ғүмер иттем, тиһәң дә анауы аҡ алъяпҡыслы, аҡ яулыҡлы Йылтырбикәһе араға инеп аптыратты, этеп-төртөп, ҡайһы ваҡыт типкеләп сығарып ебәрәбеҙ, юҡ, әрһеҙләшеп килә лә төшә араға йәлпелдәп. Булдыыыы...
Йәшлек нисек тә үтә, тормош талаштырһа, түшәк яраштыра, ҡартлыҡ бәхетен бирһен инде хәҙер, һаулыҡтан айырмаһын. Олоғайғас кәрәктер кеше бер береһенә, шунда беленә йән яҡынлығы, күңел тартылыуы, хистәр берлеге.
Элегерәк ир менән ҡатын туғанлашып бөткәндәр ул, тигәнгә аптырай инем, нисек инде? Береһенең ҡылығын икенсеһе аңлап торалар, ире көлгәндә йәмәғәтенең күңелен күреп көлгөһө килмәһә лә йылмайып ҡуя, был ялағайланыу ҙа түгелдер, үҙенсә күтәремләүҙер. Риза булмаһалар ҙа берәр тәҡдименә "Эйе лә эйе" тип тороуҙарын әйт, аҙаҡтан барыбер үҙенсә эшләй. Шулай ҙа була икән.
Бары барынса, юғын таптырмай, аныһын-быныһын булдырам тип үткән дә киткән был донъя, 43 йыл йәшәп ташлағанбыҙ, әллә беҙ йәшәгәнбеҙ, әллә тормош беҙҙе уйнатҡан, кем белә инде хәҙер. Үәәәәй... Бер көн хәтле лә булмаған үткән ғүмер, тип ҡуйған булайым аҙағынан.
Гөлдәр әбей.
+15 °С
Облачно



