Шаян, теремек һәм ҡыйыу ине Заһиҙә. Бына иртә менән, тирә-яҡты яңғыратып, сылтырап көлгән тауыш ишетелә.
- Заһиҙә эшкә тотонған, - ти йәйләүҙәге халыҡ.
Киң далала, ҡороғон әҙер тотоп, ярһыу арғымаҡта йәш ҡатын елә...
- Заһиҙә өйөрөн ҡыуа, - ти башҡорттар, - йылҡыларының береһен ҡороҡларға ниәте.
Иртә яҙҙан башлап кистәрен йәйләүҙә ҡурай моңо ағыла, наҙлы ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелә.
- Заһиҙә ҡурай тарта, - тиҙәр, - бигерәк дәртле уйнай, ай-һай...
Аҡ тулҡынлы йылға үҙәнендә, тирмә янында, алһыу төҫтәге елән кейгән йәш ҡатын баҫып тора, башында мәрйенләп сигелгән зәңгәр ҡалпаҡ; алтын көмөш тәңкәләр тағылған ҡуйы ҡара толомдары тубығына еткән; ҡояш алһыулатҡан йөҙө йылмая, ҡуйы ҡаштары аҫтынан һирпеп кенә ҡуңыр күҙҙәр ҡарай. Ул йырлай ҙа, ҡурайҙа ла уйнап ебәрә. Йәш-елкенсәк Заһиҙәне уратып алған, үләнгә ҡарттар ултырышҡан, тирмәләренән алыҫ китмәйенсә, ҡатын-ҡыҙ ҙа йыр тыңлай.
Тау баштарында ҡарағай,
Туғайҙарҙа бөҙрә тал.
Йәш саҡтарҙың ҡәҙерен белеп,
Бер туйғансы бейеп ҡал.
Ай, ҡыҙҙары, ҡыҙҙары ла,
Кемдә генә уйҙары.
Кемдә генә уйҙары ла,
Зифа икән буйҙары.
- ›Ҡара әле, нимәгә өйрәтә ҡыҙҙарҙы, - ҡарттар үҙ-ара сөкөрләшә. - Дөрөҫөн әйтә бит, йәш саҡта күңел асмаһалар, тормош ҡорғас, ҡайҙа ул - бер-бер артлы балалар китә, кәйеф-сафа ҡайғыһы ҡалмай...
Йәш ҡыҙҙарҙың бейегәнен
Ирҙәр ҡарап торалар,
Һоҡланыуҙарын йәшермәй,
Былай таҡмаҡ әйтәләр:
"Зифа буйлы, нәҙекәй билле
Ҡыҙҙар ҡайҙа китәләр,
Яман күҙле, уҫал телле
Бисәләр ҡайҙан киләләр?"
Кемдер, түҙмәй, көлөп ебәрә.
- Ай, әсе тел, ҡалай төрттөрә бит әле ирҙәргә.
Бүҙәнәнең балаһы ла
Төшкән икән тоҙаҡҡа.
Тоҙағыңды ҡыҙҙарға ҡор,
Һуҙма, егет, оҙаҡҡа, һай,
Һуҙма, егет, оҙаҡҡа.
- Үҙенә берәйһен табып бирергә кәрәк, - тип көлөшә халыҡ. - Ултырмаһын әле яңғыҙ.
* * *
Заһиҙәгә ун туғыҙ йәш. Бына өс йыл инде кейәүгә сыҡҡанына, тик ире менән бер йыл ғына йәшәп ҡалды: Арыҫланы Бохараға бер өйөр йылҡы менән бер көтөү һарыҡ ҡыуып алып киткәйне, шунан бирле өнө-тыны юҡ. Бергә киткән дуҫтары әйләнеп ҡайтты, ә ул, исмаһам, бер хат-хәбәр ҙә ебәрмәй Заһиҙәгә.
- Үәт ахмаҡ, - тип аптырай халыҡ, - унда ни эшләп йөрөй икән? ›Ҡатынын ташлап...
- Йүнһеҙ, - тип ризалаша башҡалары. - Заһиҙәләй бисәне лә һанға һуҡмағас! Бәлә-ҡаза күрмәй генә йәшә лә ят уның һымаҡ ҡатын менән!
- Иҫәнме икән һуң? Нуғай-ҡаҙаҡ йәнен ҡыйманымы икән? Әллә Бохарала мал ҡыуып тик йөрөймө?
Заһиҙәне яусылата ла башланылар.
- Ҡайтмаҫ инде Арыҫланың, - тиҙәр. - Юлда ятып ҡалғандыр ул. Көтмә уны. Арабыҙҙан беребеҙҙе һайлап ал да ҡуй.
- Мин яңғыҙ түгел бит, - тип шаян яуап ҡайтара Заһиҙә. - Минең ирем бар.
- Кем һуң ул?
- Арыҫлан.
- Ул Бохарала ла инде! Иҫән булһа, ҡоллоҡталыр. Кем белә, бәлки, өйләнеп тә ҡуйғандыр.
- Юҡ, Арыҫлан башҡаны ҡатынлыҡҡа алмаясаҡ, мин дә башҡаны һөймәм, бына ҡайҙа ул Арыҫлан, - тип Заһиҙә йөрәгенә күрһәтә.
Береһенең дә Заһиҙәнең моңайғанын күргәне, көрһөнөүен ишеткәне юҡ: көлә, йырлай, эшен дә эшләй һәм гелән генә күңеле күтәренке.
- Ҡыҙыҡ бисә, - тиҙәр ауылда. - Ире юғалған, ә ул ҡайғырмай ҙа кеүек! Башҡаға ла күҙ атмай...
Бары тик тау-ҡаялар ғына белә Заһиҙәнең зарын:
Уралтауҙың бейек түбәһендә
Үҫәлер ҙә шул яңғыҙ ҡарағас.
Вәғәҙәләр биреп, ниңә алдың,
Бергә ғүмер итер булмағас.
Әммә тауҙар тыңлайҙар ҙа, өндәшмәй ҡалалар. Заһиҙә йырын тау шишмәләренә бағышлай:
Ҡая араһынан атылып сыға
Шишмә лә генә түгел, ағын һыу,
Төштәремә инеп үртәмә, йәнем,
Күңелдәрем бигерәк болоҡһоу.
Тау йылғаларының ярһыу тулҡындары гөрһөлдәп көлгәндәй була...
* * *
Өсөнсө яҙҙы ҡаршылай инде Заһиҙә ирһеҙ: йылғалар ҙа, тауҙар ҙа сәләмдәрен алып барып еткермәгәндәрҙер инде Арыҫланына.
Ауыл тағы йәйләүгә сыҡты.
Урмандарҙы, яландарҙы тотош бер балҡыш солғап алғандай булды, ҡар аҫтынан яңы ҡалҡып сыҡҡан сәскәләр йылмая, йылға-күлдәр ҡояш нурҙарында сағыла. Бейектә тау баштары яҙ кейеменә төрөнә. Үҙәндәрҙә, ағарып, тирмәләр күренә, ҡайҙа ҡарама - йөҙҙәр яҡтырған, тауыштар көр. Алыҫтараҡ көтөү, йылҡы өйөрҙәре... Уйна ла көл!
Заһиҙә кейәү егеттәрҙән ҡайҙа ҡасырға белмәй.
- Көтмә шул Арыҫланыңды, - ти йәш кенә егет, - онотҡан ул һине.
- Арыҫланың күптән юҡ инде, - ти икенсеһе, - булмаған кешене нисек көтәһең?
- Ышанма уларға, Заһиҙә,- ти ебәк бишмәт, ҡама бүрек кейгән олпат ир. - Тере ул. Күршеләрем Бохарала күреп ҡалған уны ике ҡатыны, балалары менән баҙарҙа. Йәштәргә ҡарама, Заһиҙә - йәш кешеләргә ышаныс юҡ. Ирҙе өлкәнерәк быуындан һайла: ундай ир ҡатынын ташлап сығып китмәҫ, ҡәҙерләп-иркәләп кенә йәшәр.
Заһиҙә уларҙы тыңлай-тыңлай ҙа, көлә.
- Әллә ысынлап та кейәү табайыммы икән? - ти ул. - Ҡабаланмағыҙ, уйларға форсат бирегеҙ. Унан ир һайлармын.
- Шәп итәһең! - кейәү егеттәр ҡыуанып китә. - Беҙ көтөрбөҙ. Тик оҙаҡҡа һуҙма инде.
Заһиҙә тирмәһенә инеп, уйға тала. Йөҙөндә, күҙҙәрендә һағыш. Йәш ҡатындың тол булып ултырыуы һәйбәт түгел: көтөүен кем көтөр ҙә, аттары юғалһа, кем эҙләр? Уныһы ярай ҙа ул: Заһиҙә, тырышһа, эшен алып барып сығарыр. Төндәрен ирһеҙ ҡалған йәш ҡатындарҙың ҡотон алып, ҡолаҡтарына ниҙер шыбырҙап йөрөгән шайтандан да ҡурҡмай ул, тик яңғыҙы йәшәгеһе килмәй Заһиҙәнең. Ул үҙенә ир табасаҡ.
Бисә-сәсәләрҙән кеме генә Заһиҙәнең тирмәһенә инмәһен, ирҙәр күлдәге тегеп ултырыуын күреп, ҡыуанып китә.
- Туй бүләктәре әҙерләй, - тип шым ғына һөйләшеп алалар, - кейәү һайлаған, тигән һүҙҙәр дөрөҫ икән.
Йәйләүҙә йөрөгән бар хәбәр - Заһиҙә тураһында.
- Кемде һайлаған икән?
Бер көн үтеп китә, икенсеһе, Заһиҙә күренмәй. Ҡолондары бәйҙән ысҡындырылған, бейәләр менән бергә дала ҡыҙыралар, ә донъяһын бер ҡарсыҡ көтә.
- ›Ҡыҙың ҡайҙа?
- ›Ҡунаҡҡа киткәйне.
Бер аҙна үтә, икенсеһе - һаман юҡ Заһиҙә. Кейәү егеттәрҙең береһе, оло ғына тол ир, Заһиҙә киткән ауылға юл ала. Барһа, Заһиҙә килмәне ул беҙгә, тиҙәр. Аптырашалар былар. Башҡа ауылдарға сапҡын ебәрәләр - береһе лә күрмәгән, береһе лә бер ни белмәй.
- Ауылығыҙҙан бер малай үтеп киткәйне, ә бисәләр күренмәне.
Юғалды Заһиҙә.
- Шайтан алып ҡасҡандыр инде, - тигән һығымтаға килә ауыл.
* * *
Тауҙар ҙа күптән артта ҡалды, башҡорт йәйләүҙәре лә күҙҙән юғалды. Тирә-яҡ - тотош дала, ҡайһы берҙә генә йылғалар осрап ҡуя. Юл буйлап еңел сәкмән, һарыҡ тиреһенән башлыҡ кейгән йәш кенә башҡорт егете китеп бара. Яуырынына һалған таяҡҡа бәйләм, төйөнсөк аҫҡан.›Ҡояш ҡыҙҙыра, далала бер йән эйәһе лә күҙгә салынмай. Бына, алыҫ түгел, йәшел ҡыуаҡтар күренде, япраҡтар араһынан ялтырап йылға күренде. Егет юлдан ситкә боролоп, яр буйына килде, башлығын сисеп, төйөнсөгөн һүтеп, тамаҡ ялғап алды. Йылғанан һыу һоҫоп, һыуһынын ҡандырҙы. Үҙе килгән яҡҡа күҙ һалды: алыҫта, алһыуланып торған болоттарға оҡшап, тауҙар күренә әле. Оҙаҡ ҡарап ултырҙы егет шул яҡҡа, күҙҙәрендә ике бөртөк йәш күренде. Ҡуйынынан ҡурайын килтереп сығарҙы. Йылға һәм дала талғын ғына моң эсендә иҙрәне.
Тыуған ғына яҡтан сығып киттем,
Ғәзиз Уралымды ҡалдырып.
Йәнем һөйгән йәрҙе эҙләп киттем,
Аяҡ-ҡулдарымды талдырып.
Йыраусы, сәстәрен йыйып, башлығын кейҙе лә, төйөнсөгөн артмаҡлап, юлын дауам итте.
Ҡояш инде кискә табан ауыша. Егет артына әйләнеп ҡарай. Инде тауҙар ҙа күренмәй, ҡайҙа ҡарама - икһеҙ-сикһеҙ ҡылғанлы дала. Алыҫта ниҙер күренде...
Ҡараһа - диңгеҙ! Туҡтап ҡалды башҡорт. ›Ҡайҙа барырға? Берәй нисек ситләп үтеп булмаймы икән? Юҡ, бөтә ерҙә - һыу.
- Барып етәйем әле, - тип уйлай ул, - бәлки, кәмә табылыр.
Оҙаҡ барҙы егет, тик, күпме генә бармаһын, диңгеҙ тигәне алыҫайҙы ла алыҫайҙы, тора-бирә бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Егет көтөүсе башҡорттарҙың һөйләгәндәрен иҫенә төшөрҙө. Уларҙың да юлда диңгеҙ осратҡандары булған, тик был хикмәттең бары тик шайтандың шаярыуы икәнен улар яҡшы белгән. Кискә табан тирмәләр күренде - нуғайҙарҙың йәйләүе икән. Шундуҡ егеттең ҡаршыһына һыбайлылар килеп сыҡты. Егетте уратып алдылар.
- ›Ҡайҙарға юл тотаһың? - тип һораны бер ҡарт.
- Бохараға китеп барам, - тине егет, - ағайым унда йәшәй.
- Ни йомош менән?
- Атайым ебәрҙе. Ағайымды алып ҡайтырға ҡушты.
Нуғайҙар үҙ-ара ниҙер һөйләштеләр ҙә егеткә баштан аяҡ күҙ ташланылар.
- Төйөнсөгөңдә нимә?
Күлдәк, салбар, таҫтамал һәм икмәк.
- Атла, - тине ҡарт. - Байғош!
Тик шул саҡ бер йәш нуғай егетте туҡтатты ла:
- ›Ҡуйыныңда ни йәшерәһең, - тип һораны.
Егет ҡурайын килтереп сығарҙы.
- Ә, һыҙғыртҡыс! Уйна әле!
Башҡорт уйнап ебәрҙе.
- Яҡшы. Әйҙә әле беҙҙең менән!
Егет уйнай-уйнай барҙы, ә нуғайҙар уның тирәләй юрттырып килде. ›Ҡурай тауышын ишетеп, урамға балалар йүгереп сыҡты, тирмәләрҙән баштарына аҡ яулыҡ япҡан ҡатындар күренде, түңәрәк йөҙлө, өҫтәренә халат кейгән ирҙәр килеп сыҡты. Һыбайлылар һөрән һала:
- Бына кемде алып киләбеҙ!
Халыҡ йыйылып китте, бөтәһенең дә башҡорттоң уйнағанын тыңлағыһы килә. Бай итеп биҙәлгән иң ҙур тирмә эргәһендә балаҫ өҫтөндә хужа кеше ултыра, кәүҙәгә ҙур, үҙе биҙәкле ебәк бишмәт кейгән. Туҫтаҡҡа ҡымыҙ тултырып, егеткә һуҙа.
- Эс, - ти ул, - арығанһыңдыр.
Йөҙәрләгән күҙҙәр, мөғжизәләй күреп, егеткә төбәлгән. ›Ҡатын-ҡыҙ ситтәрәк тора, күбеһе матур егеткә ҡарап, ниҙер һөйләшә һәм йылмайып ҡуя.
- Бына хәҙер уйна, малай!
Ҡурайсы уйнап ебәрҙе. Тыуған яғы, Башҡортостандың хозур тәбиғәте, башҡорттарҙың тыныс тормошо тураһында ине көй. Унан ҡурай тауыштары һағышлы яңғырай башланы, ҡайғы-хәсрәт ишетелде ҡурай моңонда. Нуғайҙарҙың ҡырыҫ йөҙҙәре нурланды, ҡараштары моңланды.›Ҡатындар ипләп кенә көрһөнөп ҡуйҙы, ҡыҙҙарҙың күҙҙәренә йәш килде.
- Яҡшы, бик яҡшы, - тигән тауыштар ишетелде.
Ҡурайсы тын алырға туҡтағайны, тирмәнең хужаһы:
- Бигерәк шәп уйнайһың, малай. Тик йырҙарың үтә һағышлы. Күңеллерәк көйөң юҡмы? - тип һораны.
Егет бейеү көйө башланы. Нуғайҙарға оҡшаны был, ҡул саба башланылар.
- Ай, малай! Шәп егет! Әйҙә уйна, күңелдәрҙе елкендер!
Ҙур утлы шар булып, ҡояш байый... Йәйләү ҙә, өйөрҙәр ҙә, дала - барыһы ла ҡояш нурҙарына төрөндө, бар күк йөҙө ут кеүек яна. ›Ҡурайсы урынынан торҙо.
- Ҡуҙғалырға ваҡыт.
- Тыңла әле, егет, - тине хужа, - ошо юл буйлап барһаң, бер ауыл булыр. Туҡтатһалар, Әхмәт Шакирҙы күрергә ине, тиң. Уға Мәхмүт Гәрәй Тимашевтан сәләм еткерерһең, ҡунағына киләһе ауылға тиклем юл күрһәтеп биреүен һорай, тиерһең. Ул аңлар... Һине береһе лә йәберһетмәҫ, Бохараға имен-аман барып етерһең.
* * *
Йәйге ҡояш түҙҙермәй ҡыҙҙыра бирҙе, бара-тора дала ла бөтөнләй йәнһеҙләнде: бер ағас та осрамай, бер ҡыуаҡ та күренмәй, ҡайҙа ҡарама - кибеп бөткән үлән менән ҡапланған тоҙло күлдәр, тик ҡайһы берҙә генә бәләкәй йылғалар осрап ҡуя. Яҡын-тирәлә кеше-маҙар күренмәһә, егет һыу инеп ала. Көндөҙ йоҡлай, кискә табан, эҫе бер аҙ баҫылғас, юлын дауам итә: ауылдарҙа ҡунғыһы килмәй уның. Кистәрен, берәй ауылға яҡынлашһа, ҡурай тарта башлай. Уны ҡыуанып ҡаршы алалар, уйнаталар, йырлаталар, унан ултыртып ашаталар, ҡымыҙ йә айран эсерәләр. Ҡайһы саҡ юлда туҡтатһалар, старшина йәки башлыҡтың исемен әйтә лә, артабан юлында була. Мәхмүт Гәрәйгә рәхмәт инде!
Шулай итеп, ҡурайсы нуғай далаһын үтеп тә китте, һуңғы йәйләүҙең башлығы уны үҙенең дуҫына, ҡырғыҙ ауылы башлығына ебәрҙе. Был ауылда егет саҡ бәләгә тарыманы. Һеләүһен бүрке кейгән бәһлеүән бер ҡырғыҙ ҡурайсыға оҙаҡ ҡына текләп ултырҙы, уның ҡыҫыҡ күҙҙәрендә ниндәйҙер осҡондар уйнап китте. Яман билдә! Ул ҡысҡырып көлөп ебәрҙе лә:
- Һин бит егет кеше түгел, - тине.
Ҡурайсы оялып китте. - Юҡ, мин - егет.
- Ниңә һуң толомоңдо кәпәс аҫтына йәшерәһең?
- Башҡортостанда бар малайҙар шулай йөрөй...
Старшинаның ҡатыны, башҡорттан күҙҙәрен алмай, иренә ниҙер шыбырланы.
Тегенеһе һорауҙар яуҙырған ҡырғыҙға әйләнеп:
- Телеңде тый! - тине. - Был малай - минең ҡунағым, ул миңә Сәйфулла Янбаевтан сәләм алып килгән. Һин беҙҙә ҡунырһың, - тип малайға өндәште.
Ҡырғыҙ тымды, әммә күҙҙәре тағы ла ҡыҫығыраҡ булып китте.
Бер аҙҙан старшина ҡунағын үҙҙәренә алып ҡайтты. Инеүҙәре булды, старшинаның ҡатыны:
- Һин ниңә егет булып кейендең? - тип һораны.
Ҡунаҡ кеше шундуҡ барыһын һөйләп бирҙе.
- Эй, бахырҡай, - тип, ҡырғыҙ ҡатыны уны йәлләп ҡуйҙы.
- Һин ҡурҡма, - тине хужа, - бисәмдең ишаралауы булды, мин һине үҙебеҙгә саҡырырға ашыҡтым. Абдулла - алама кеше, һине ҡыуып етер ине ул. Ял итеп ал, таң еткәс, ҡуҙғалырһың.
Хужа кеше Заһиҙәгә сәстәрен киҫергә тәҡдим итте, ләкин Заһиҙәнең оҙон толомдары менән хушлашҡыһы килмәне. Хужабикә үҙе уның сәстәрен йыуып, һөйәктән яһалған тараҡ менән матурлап тараны ла, элеккесә итеп йыйып ҡуйҙы.
Таң яңы саҡ һыҙылып килә, ә Заһиҙә, хужалар менән хушлашып, юлға ла сыҡҡан.
Түҙгеһеҙ эҫе, яндырып алып барған ҡом буйлап атланы Заһиҙә, тәүлектәр буйы кеше торлағы ла, эсәр һыу ҙа күренмәне, ә ҡайһы саҡ, киреһенсә, ҡойма ямғырға тарыны.
Бер айҙан артыҡ барҙы ул, ниҙәр генә кисермәне үҙ юлында. Аллаларҙан ярҙам һораны, үҙен ҡурай моңо менән йыуатты. Ниһайәт, зарлы дала ла артта ҡалды, алда оло йылға күренде, ярҙарында үҫкән ҡамыштарының шаулауы ишетелде. Заһиҙә еңел тын алды - хәҙер инде Бохараға тиклем дә күп ҡалманы! Үҙенең ҡыуанысын ул ҡурайының моңонда сағылдырҙы. Ҡоштар уны тын ҡалып тыңланы, хатта йылғалағы балыҡтар ҙа, йөҙөүенән туҡтап, хайран ҡалды. ›Ҡамыш араһынан ниндәйҙер бесәйгә оҡшаған бер йән эйәһенең башы күренде, ул да, ергә ятып, көй тыңланы. Шул саҡ юлда тауыштар ишетелде. Заһиҙә алдында нуғайҙарға ла, ҡырғыҙҙарға ла оҡшамаған яңы кешеләр пәйҙә булды: улар үзбәктәр булып сыҡты. Заһиҙә, урынынан тороп, улар эргәһенә ашыҡты. Тегеләр туҡтап ҡалды. Заһиҙә һорауҙарын үзбәктәргә төбәне: Бохараға тиклем ни самаһы юл ҡалды, дөрөҫ барамы? Үзбәктәр тәүҙә өндәшмәйерәк торҙо - башҡорт телен аңламай улар. Ниһайәт, берәүһе төшөндө, шикелле, юл күрһәтте. Икенсеһе, тоҡсайының ауыҙын асып, икмәк, ҡауын, йөҙөм килтереп сығарҙы, Заһиҙәгә һондо.
Ғәжәп ерҙәр асылды Заһиҙәгә. Ап-аҡ өйҙәр теҙелгән, баҡсаларға күмелгән ауылдар күренә башланы, ә ауылда - алсаҡ йөҙлө ҡатындар, бейек кәүҙәле, ҡара һаҡаллы ирҙәр, һомғол буйлы егеттәр.
* * *
Бохара ифрат ҙур ҡала. Байтаҡ ерҙәр гиҙҙе Заһиҙә, әллә күпме ҡалала булды, бихисап кешеләр осратты, улар араһында башҡорттар ҙа бар ине, бөтәһенән дә Арыҫланы тураһында һорашты. Арыҫлан Рамзаев тигән кешене береһенең дә күргәне булмаған. Бер аҙҙан Бохарала йәш ҡурайсыны таный ҙа башланылар. Ауыл, ҡала баҙарҙарында сәкмән-салбар кейгән Заһиҙәнең килеп сығыуы була, тирә-яғына шундуҡ халыҡ йыйыла, уның йыр-моңон тыңлайҙар.
Бохарала үҫкән ҡарбуздарҙың,
Һуты ла ғына бар ҙа,тәме юҡ.
Арыҫланһыҙ үткән көндәремдең
Төҫө лә генә бар ҙа, йәме юҡ.
Сит илдәрҙә йөрөп, ил ҡыҙырып,
Ситеккәйҙәремде бөттөм туҙҙырып.
Уралыма ҡайтып, ташҡа баҫып,
Булырмы икән ҡурай һыҙҙырып?
Бохарала көн иткән халыҡтың, сит илдәрҙән килгән юлсыларҙың, ҡурайсы йырлаған йырҙарҙы аңламаһалар ҙа, тауышына иҫтәре китә. Тик башҡорттар ғына яҡташының йырын аңлай, көрһөнөп ҡуя:
- Дөрөҫөн генә йырлай ҙа ҡуя шул малай. Башҡортостандан да шәберәк ер юҡ шул! - тиҙәр.
- Ниндәй генә йыр йырламаһын, Арыҫлан тигән исем ҡуша ла йырлай.
Ҡалаларҙың береһендә, Заһиҙәнең йырын ишетеп, башҡорттар үҙ-ара һөйләшә башланы:
- Мырҙаның баҡсаһында эшләп йөрөгән Арыҫлан тураһында йырламаймы икән?
- Шулайҙыр шул: исеме Рамзаев Арыҫлан бит...
Ҡурайсынан һораша башланылар: ҡайһы ырыу кешеһе ул Арыҫлан, ниндәй ауылдан, ҡасаныраҡ иленән сығып киткән?
- Беләбеҙ уны! - тине башҡорттарҙың береһе. - Һин уны Бохара ҡалаһының үҙәгендә табырһың: Алабаев мырҙала өс кеше эшләйҙәр улар.
- Нисек эҙләп табайым икән уны? - Заһиҙә ҡыуанып китте.
- Баҙарға бар ҙа, үҙебеҙҙекеләрҙең береһен табып, Алабаев мырҙаның баҡсаларын һора. Арыҫландың үҙен дә осратырһың әле баҙарҙа.
Бигерәк ҙур шул Бохара, уны бөтә яҡындағы илдәрҙең-ерҙәрҙең, барса халыҡтың хужаһы - хан үҙенең өйө итеп һайлаған. Күп-күп таш өйҙәр, алтын айҙар менән биҙәлгән манаралар, тар, кәкрәйеп һуҙылған урамдар, ебәк туҡымалар тулып ятҡан баҙарҙар, тау-тау булып өйөлгән ҡарбуз-ҡауындар - барыһын да күрҙе Заһиҙә. Баҙарҙа халыҡтың төрлөһө бар - байы ла, ярлыһы ла, ялан аяҡлы ҡолдар ҙа тулып йөрөй. Заһиҙәнең күңеле тулып китте, йөрәге әрнеп, йыр һуҙҙы:
Бохара ла тигән ай, ҡаланың
Урамдары бигерәк тар икән, һай.
Байлығының даны таралһа ла,
Тормош тигәндәре зар икән.
Иртә менән тороп, тышҡа сыҡтым
Таңғы һауаларҙы һулайым тип, һай.
Сит илдәргә йәйәү сығып киттем,
Арыҫлан атлы ирҙе табайым, тип.
Бер көн йырлай Заһиҙә, икенсе көн, тик Арыҫланы күренмәй халыҡ араһында. Заһиҙәнең йөрәге иренә ынтыла, тиҙерәк күргеһе килә уны. Тик Алабаев мырҙаның баҡсаларына бармай ул, Арыҫландың баҙарға килеп, таныш тауыш, ҡурай моңон ишетеп, ҡатынын таныуын көтә. Өсөнсө көн уйнай инде Заһиҙә баҙарҙа. Көтөүҙәре менән алыҫ яҡтарға сығып киткән, өҙөлөп көткән кәләшен, тыуған илен онотҡан башҡорт тураһында йырлай ул.
Һауаларҙа осҡан, ай, ағуна
Ҡанаттары талһа, ҡағына.
Сит илдәргә киткән йәргенәһен
Йәш кәләше зарығып һағына.
- Заһиҙә уйнай бит! - тигән тауыш ишетелде, һәм халыҡ араһынан ҡара мыйыҡлы, бейек йәш башҡорт килеп сыҡты. - Әй, юҡ, ниндәйҙер малай, беҙҙекеләрҙән былай. Кем һин, ҡустым, ҡайһы ырыуҙан?
Заһиҙә ҡуңыр күҙҙәрен башҡортҡа төбәне.
- Эй, ахмаҡ! - тине ул. - Тауышын ишетеү етмәй уға, һорап тора тағы. Ҡара! - тигән һүҙҙәр менән Заһиҙә башындағы бүркен систе, уның ҡуйы сәстәре тулҡын-тулҡын булып яуырынына төштө...
- Заһиҙә! - башҡорт ҡысҡырып уҡ ебәрҙе .
- Мин булмай, кем булһын!
Йәш ҡатындың күҙҙәренән йәш атылды.
Аптырашта ҡалған халыҡтың күңеле күтәрелде, тауыштар ишетелде:
- Үәт ҡурайсы! Ай, малай! Егет булмай, ҡыҙ булып сыҡты!
* * *
Көҙ еткәс, ике дөйәгә ебәк туҡымалар тейәп, Заһиҙә менән Арыҫлан да ҡайтып төштө. Бар ауыл халҡы ҡаршыларына йүгереп сыҡты, бөтәһе лә уларҙың ҡулдарын ҡыҫып, ҡыуаныстарын белдерҙе:
- Икегеҙ ҙә ҡайтҡанһығыҙ икән! Бына бит шатлыҡ! Ай, Заһиҙә! Ирен тапҡан бит.
- Төп башына ултырттың беҙҙе, - тип көлөштө кейәү егеттәр, - ә беҙ, йүләрҙәр, көткән булабыҙ...
- Мин һеҙҙе алдаманым, - тип яуаплай Заһиҙә, - үҙемә ир таптым бит.
Бер аҙна буйы ауыл Заһиҙә менән Арыҫландың яңы туйын байрам итте. Йәштәр байрам хөрмәтенә бер ни йәлләмәне - һарыҡ, тана ите, ҡымыҙ, бал! Ә Заһиҙәнең ҡыҙҙарға таратҡан бүләктәре! Арыҫлан Бохарала ваҡытын бушҡа әрәм итмәгән шул - тыуған яҡтарына байтаҡ байлыҡ алып ҡайтты.
Башҡорттар һаман да Заһиҙәнең ҡыйыулығын онотмай: ҡурайсылар әлегәсә уның йырға маһирлығына, һөйөүенә һәм тоғролоғона дан йырлай.
Таңсулпан БУРАҠАЕВА тәржемәһе.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2023 йыл