Нишләптер бар һөйләшеүҙе аңлап тыңлап ятҡан һымаҡ тойолдо был йәш ҡатын. Йөҙө әллә ни "беҙҙекеләрҙән " айырылмаған да һымаҡ, ерән сәстәре, күк (әллә йәшел?) күҙҙәре генә ят һымаҡ итә үҙен.
Ҡоро ҡашыҡ ауыҙ йырта тигәндәй, сәйнүгебеҙҙе ҡайнатып сәй артында хәбәрҙәр һүтә башланыҡ Сания күршем менән. Алай ҙа алсаҡ аралашыусан күршегә тап булдым тип ҡыуана -ҡыуана кәсә артынан кәсә тыпылдатабыҙ. Икәү сәй эсеп өсөнсөбөҙ тик ятыуы әллә нисек булғас, үҙем Ларисаға ла сәй тәҡдим итеп һүҙ ҡушып ҡараным. Тик яуап ҡыҫҡаҡ – "спасибо, не буду " булды.
Ауырлы саҡтағы этләнеүҙәр, бала-саға мәҙәктәрен дә һөйләп көлөштөк, күпмәләй булып сәй һемереп, күңелде күтәреп кисте лә еткерҙек. Әкен-төкөн процедураларҙы үтәгәс кенә, ҡорһаҡтарҙы ҡосаҡлап, "үҙ сәғәтебеҙҙең " етер мәлен күҙаллап, һөйләнә генә башлағайныҡ, тағы ла шул телефон бүлде һөйләшеүҙе. Был юлы телефон минеке. Әсәйем икән.
– Әү, әсәй? Эйе, тыңлайым. Һәйбәт, һәйбәт, өшөмәйбеҙ, йылы... Юҡ, кәрәкмәй әсәй йөн ойоҡ... кәрәкмәй. Ярай ыҙалама, асыҡмайым... Бар...уныһы ла бар... Көн һыуыҡ бит, буран сығыр килгеләмәгеҙ... бәпәй тыуғас алырбыҙ әле... Кәрәкмәй әсәй, үҙәгем көйә бит уны ашаһам... уны ла ашағым килмәй...алып килмәгеҙ...һуң ҡайтҡас тинем бит! Ярай пока.
– Әсе ҡорот менән һурпа эс тип теңкәмә тейә ошо әсәй, белә бит инде ҡорот үҙәгемде көйҙәргәнен. Ишеү аяғыңдан йөн ойоҡ ташлама, таш иҙән һыуыҡ тарта бит ул тип ебәрә. Больницала ниндәй йөн ойоҡ рөхсәт итһендәр инде, беҙҙең яланғас бот-сат йөрөгәнде күрһә ни тиер ине икән? – Был юлы әсәйемдең ҡурсалаулы һүҙҙәрен мәғәнәһеҙгә сайып мин шарҡылдап көлдөм. Сания ла ҡоро ҡалманы.
Отбой иғлан итеп палата уттарын һүндереп сыҡҡастары ла тәҙрәнән төшкән ай яҡтыһында ҡырын ятып арыуыҡ һүҙ йөрөттөк әле. Ирҙәр ҙә ҡалманы, күрше-күлән дә, килен-еңгәләр ҙә тетеп һалынды...
Ойоп ҡына йоҡлап барғанымда Санияның ҡорһағын ҡосаҡлап үрле-ҡырлы сабауыллауына уянып киттем. Тулғағы тота башлаған икән. Кейем-әйберҙәрен йыйышып, сумкаларын төйнәшеп "родзал "ға оҙатып ҡалдым. Күҙҙәрҙән йоҡо осто. Үҙемдең дә ошо залға барыр мәлде тиҙерәк тиҙләткем килеп китте, больница койкаһында оҙаҡ ятылмаһын инде ул...
* * *
Тик таң яҡынлауға ғына эленеп кенә йоҡлап киткәнмен. Шаптыр-шоптор иҙән йыуған санитаркаларҙың койкаға төкөп-төкөп китеүҙәренә тертләп тороп ултырҙым. Санияның урыны буш булыуы күңелгә әллә нисек, берәй алсаҡ ҡынаһы инһә ярар ине урынына. Балаҡайҙарым, моғайын, ҡыптырлашып мәктәпкә йыйыналарҙыр инде ошо мәлдә... "Аталары сәй эсереп сығарһа ярар ине... Бейәләйҙәрен кистән киптерҙеләр микән?! Итектәрен әллә йәйҙеләр әллә юҡтыр инде?!…" Үҙем бында, уйҙарым һаман ауылда –балаларым янында. Телефоным экранына ҡарап, уйланып ултырғанымда Лариса күршем телгә килде :
— Апай, сәйнүк кәрәкмәйме сәй эсергә, миндә бар, кәрәкһә. Алығыҙ!
Беҙ урыҫ тип уйлаған Ларисабыҙ саф башҡортса һүҙ ҡушып ҡуймаһынмы! Шул тиклем аптырауҙан, кисәге Санияның уның хаҡындағы һүҙҙәренән ояла биреп кенә :
— Ҡайнатайыҡ һуң, булғас ни!
Күршем ерән сәстәрен матур итеп йыйып түбәһенә төйөп ҡуйған, йөҙө лә һылыу ғына икән, йәше беҙҙән күпкә кеселер һымаҡ.
— Исемегеҙҙе Миңзифа тинегеҙ мәле апай?
— Эйе, Миңзифа...
— Мине Сания апай танытты буғай үҙегеҙгә, мин – Лариса. Тик байбисә түгелмен. – Лариса ихлас ҡына йылмайып ҡуйҙы. – Үҙ ата-әсәйем биргән исемем Ләйсән минең, Миңзифа апай, Лариса тип икенсе ерҙә атай башланылар, атай-әсәйҙән ҡалғас.
Һуңғы һүҙҙәрен әйткәндә тәндәрем зымбырлап китте. Тимәк... Лариса үкһеҙ етем?!
Һүҙҙе ниҙән башларға белмәй шым ғына сәй эсәбеҙ. Уйсан ҡарашлы йәш әсәнең бар үткәнен нисек булһа ла һүтеп тағатып белергә самалап йөй эҙләйем. Ҡыҙыҡ түгел, ҡыҙғаныстыр. Яраларын һыҙлатмай ғына һорашырға ине...
Ашығып ҡына давление, тән температураларыбыҙҙы үлсәп сыҡҡан врачтар артынан ишек ябылып тынлыҡ урынлашҡас, обходҡа тиклем тип тағы ла урындарыбыҙға барып ауҙыҡ. Бер ҙә "төньяғына " боролоп ятманы был юлы Лариса, йөҙө менән минең койкаға боролоп "тыңлайһыңмы мине?" тигәндәй ҡараш ташланы. Тыйыла алманым :
– Лариса, ҡыйын булмаһа бәлким һөйләрһең нисек Ләйсәндән Лариса булып киткәнеңде?
– Үҙемдең дә эсемдәген кемгә булһа ла һөйләгем килә шул. Һеҙҙән алда Сания апай менән ике тәүлек бергә яттыҡ, минең зарым уға ят һымаҡ, телефонынан бушамай етмәһә, миңә врачтар русса өндәшкәнгә мине лә урыҫ тип ҡуйҙы. Шуға уныңса бай урыҫ булып тик яттым.
Тигеҙ аҡ тештәрен йылтыратып йылмайҙы йәш әсә. Тик күҙҙәре генә йылмайманы...
…Беҙ атай-әсәйҙең ике бөртөк ҡыҙы инек. Әсәйем – һатыусы булып, атайым малда эшләне. Иркә генә үҫтек, етеш йәшәнек. Бер мәл әсәй эшләгән магазинға оло ревизия килеп, әсәйемдең "елкәһенә" арыуыҡ "сығарып" киткәндәр. Әлбиттә быларҙы мин апайым һөйләүенән аҙаҡ ҡына белдем. Әсәйҙең ҡыҙынып- туҙынғанын, атай менән талашҡанын ишеттем былай, иҫләйем дә. Ошо ваҡиғанан һуң әсәй гел эсә, өйҙән китә башланы. Атай ҙа әсәй ыңғайына "байрам" итте. Беҙ апай менән улар өйҙә эсеп ултырғанда һыу буйына төшә инек, асыҡһаҡ ҡайтып, өйҙә нимә бар шуны ашай инек.
Бер көн ҡайтһаҡ өйҙә исмаһам бер һыныҡ та икмәк юҡ. Магазинда барҙыр ҙа, аҡса юҡ. Әсәй төпкө өйҙә иҫерек күрәһең, өҫтәлгә башын һалып йоҡлап ултыра. Өйҙән әсе бал еҫе сыға. Мейес тирәһендә уранғылайбыҙ, табаҡта ниндәйҙер тирткән ем ултыра. Асығыуым көслө булғандыр, ынтылып алып услап ашай ҙа башланым. Ауыҙға ҡапһаң сырт-сырт итеп торғанға оҡшап ҡалды, эстең ауыртыуы ла баҫылғандай. Бер ус, ике ус, өс ус...
Күҙ алдарым ҡараңғыланып, стена ҡыйшайып ҡолап барған һымаҡ бәүелгәнгә ҡулдарымды болғай-болғай иҙәнгә ауҙым бер мәл. Иҙәндә миңә рәхәт булып ҡалғандай булды, йоҡлап та киттем, шикелле.
Тик йоҡом оҙаҡ булманы, уҡшытып ҡоҫҡо килгәнгә күҙҙәремде астым. Башым әйләнәме, өй зыр өйрөлә. Ҡоҫоп булмай, мин ашаған бүрткән ем тамаҡ төбөнән сығырға ла уйламай йә танау юлына тығыла, йә тын юлын ҡытыҡлай. Мин илайым, апайым ярҙам итә алмауына ҡушылып илай. Һыу эсеп ҡарайым, батмай. Шул көйө генә кире ҡоҫам. Апайым күтәреп тиерлек тышҡа алып сыҡты, күҙҙәрем асылып киткәндәй булды, барыбер ҡыйын. Тупһала ултырып, бер аҙ хәл алғас, апайым нимә ашауымды һорашты. Мин ашаған бүрткән ем бал туртаһы булған икән. Башымды күкрәгенә ҡыҫып шул саҡ апайым ныҡ ҡына илағайны. Ул бит мин ем ашап ултырғанды күрмәне, келәттән берәй сеүәтә он тапмаҫмынмы тип инеп киткәйне.
Бер аҙ хәл алғас, һыу буйына киттек тағын. Ҡарға бутҡаһын йыйып әрсеп ашап, күрше инәйҙең ҡаҙ себештәренә тип ебетеп яр башына ҡуйған икмәгенән үҙе күрмәгәндә генә услап ашап тамаҡланып, балсыҡтан бутҡа, икмәк бешергән ҡыҙҙарға әүрәп көн кисләттек. Мин яр башында ятып ойоп йоҡлап киткәнмен...
Бер мәл барса яр башында булғандарҙың "пожар, пожар! " тигәненә тертләп уяндым. Етәккә алған апайыма етә алмай ауылға йүгерҙек. Беҙҙең өй яна ине. Иҫерек әсәй өҫтәл башында ултырып ҡалғанын иҫләп : "Әсәәәәй! Әсәәәй, сыыҡ! Сыҡ тиҙерәәәк! " – тип ҡысҡырыштыҡ. Тик өйҙән бер кем дә, бер ниҙе лә сығара алырлыҡ түгел ине. Әсәй генә түгел, тамаҡҡа ҡайтып, сәй ҡайнатырға ҡуйып, балға алйыған атай ҙа ошо ут эсендә ҡалып һәләк булды. Беҙ – ике ҡыҙ, бер ҡат күлдәктә бер кемһеҙ тороп ҡалдыҡ. Бая ғына, бер тәғәмһеҙ булһа ла өйөбөҙ, ятып йоҡлар урыныбыҙ бар ине, тип үкһеп илаштыҡ. Беҙгә ҡушылып бар ауылдаштар һыҡтаны. Таныш-тонош, туған-тумаса ла үҙ ҡанаты аҫтына алырға ынтылманы, хәҙерге ише аҡса түләнһә бәлким ауылыбыҙҙа ла ҡалыр инек. Йүнле яҡын туғандар ҙа юҡ ине шул. Өләсәйебеҙ ҙә үлеп ҡалғайны. Беҙҙе алыҫ ҡына булған балалар йортона урынлаштырҙылар. Бар документтар янып юҡҡа сыҡҡас, исем шәрифтәребеҙҙе һорап ҡына яҙҙылар, мин Ләйсән тиһәм дә, беҙҙе ҡабул иткән урыҫ апай "У нас ты будешь Ларисой" тип яңы исем таҡты. Ауыр булды урыҫ балалары менән уртаҡ тел табыу. Апайым менән икәү ара ғына башҡортса һөйләшеп алабыҙ. Бөтә нәмә дөйөм, ҡулыңа тотоп берәй ҡурсаҡ менән уйнап ҡына башлаһаң һыпыра тартып ала ла китә әрһеҙерәктәре. Әсенеп ҡарап ҡалаһың көсһөҙлөгөңә...
Балалар йортонан сығып апайым әҙерәк уҡып кейәүгә сыҡты. Апай артынса мин дә уҡыуға инеп ҡараным, тик ятаҡҡа түләү, ашау йәшәү ҡиммәтләнеп, хәлдән килмәгәс, баҙарға һатыусы булып ялланып эшкә төштөм...
Коридорҙан кемдер ишекте тартты:
– Девчонки, идемте кушать! Обед! – хәтирәләр ебен өҙөп ашнаҡсы апайҙар ишектәрҙе ҡайыра асып ашханаға төшкө ашҡа саҡырып уҙҙы.
– Уй, Алла! Шул тиклем ҡысҡырмаһалар ҙа ишетәбеҙҙә һаң!? Тертләттеләр! – тинем арттарынса.
Лариса ла ҡалҡынып минең менән ашханаға йыйынды. Эстән генә "шуның менән тамам микән был ҡыҙыйҙың һөйләр серҙәре?" – тип уйлап ҡуйҙым. "Ҡалһа һөйләре – һөйләр, һорашып йөҙәтмәм! Еңел булмаған бит былай ҙа үткәне, ҡыуаныс түгел..."
Тамаҡҡа ла сибек Лариса, икенсе блюдо итеп бирелгән итле перловый ярмаһын ҡалағы менән дә ҡағылмай өҫтәл ситенә этеп ҡуйҙы.
– Миңзифа апай, ошо ярманы бер генә лә ҡаба алмайым. Иҫемә теге бүрткән бал туртаһын төшөрә лә тора. Балалар йортонда йыш бешерәләр ине, мин ашамағас, ас ҡала тип, апайым ауыҙына ҡабып иҙеп-иҙеп, миңә һоғондора ине. Ииий, апайғынам юҡ шул хәҙер...
Лариса сәйле бокалын урынында өрөлтәөрөлтә керпектәрен түбән һалындырҙы. Ҡапма ҡаршы ултырған миңә лә ҡыйын булып китте ошо һүҙҙәрҙән. Тыйыла алманым :
– Апайың ҡайҙа һуң, Лариса?
Тынлыҡ. Дерелдәп торған ирендәр саҡ саҡ ишетелерлек итеп :
– Үлеп ҡалды, аварияла... Еҙнәм менән бергә, – тине.
Сәйен һемерер көс тапманы Лариса, бокалын тотоп палатаға китте. Мин дә эйәрҙем. Ниңәлер Лариса түгелеп үкереп илар һымаҡ ине. Тик ул тәҙрә буйында тамсы йәшен сығармай алыҫҡа ҡарашын төбәп тын ҡалған ине.
Сибек кенә иңдәренә ятҡан ҡайғы хәсрәтен самалаһам да, бер ауыҙ һүҙ әйтер көс тапмайым. Пуржиналы карауатты иҙәнгәсә һалындырып урыныма йығылдым. Лариса һаман аяҡ өҫтө. Теле осонда ниҙер әйтелмәй ҡалғандыр ҙа, яйлы йөйөн таба алмай хиталаналыр кеүек күренде. Һәм дөрөҫ тә булған:
– Апайым менән еҙнәм ҡалаға тип юлға сыҡҡандар, әжәл икеһен дә бер юлы ҡармап ҡосоп алды ҡосағына. Бер мәлдә бәпәйҙәр табып ҡыуанышырбыҙ тип йөрөй инек. Апайым менән еҙнәм артынан ирем дә эҙһеҙ юғалды. Икенсе милләт кешеһе ине ул. Үзбәк милләтле. Шул тиклем иғтибарлы, тәртипле булғанға, эсеү тартыуҙы ла ят күргәненә, иман юлында булғаны өсөн үҙ итеп яратҡайным. Тотто ла юғалды, ҡайтманы. Унда саптым, бында йүгерҙем. Эҙе лә, һүҙе лә юҡ. Арыуыҡтан һуң бер танышы аша хәбәр ебәргән. Үҙ илендә ғаиләһе, дүрт балаһы булған икән. Ә мин уны үҙемдеке генә икән тип ышанғайным. Хас та балалар йортондағы ҡурсаҡ кеүек... Үҙ телендә телефон аша кем менәндер һөйләшкәс, әсәһелер, туғандарылыр тип уйланым. Бәпәй тыуғас рәсми яҙылышырбыҙ тип ышандырҙы бит әле мине. Эй, һантый бер ҡатлы ҡыҙ бала мин!
Күҙ алдымдан Лариса һөйләгән бар хәбәр йүгереп терелә...
…Атайһыҙ-әсәйһеҙ, аҙаҡ апайһыҙ, хәҙер инде ирһеҙ ҙә... Сит милләт иренә һарыуым ҡайнаны... Күҙ алдымда баҙар магазинда һатыу иткән татлы телле Ҡафтаулылар... Эх, һеҙҙе!
– Ҡуртымға алған бүлмә өсөн түләү мөмкинлегем булмағас, һорашып кризис үҙәккә килеп урынлаштым. Психолог ярҙамы, врачтар күҙәтеүе аҫтында булыу бер аҙ хәлемде еңеләйтте. Тик артабан нисек? Ҡайҙа? Беләһегеҙме, Миңзифа апай, уйҙарымдан сыҡмай йоҡлап китһәм, нишләптер бөгөнгөм ҡурҡыныс төш булып, теге яр буйында йоҡлаған мәлдә уянырмын һымаҡ. Теләйем дә, тик булмай улай. Һыу буйына төшөп олаҡмаһаҡ апай менән, бәлки атай-әсәй ҙә, апайым да иҫән булыр ине...
Мин һүҙһеҙ ҡалдым. Ҡайырып бер ни ҙә әйтә алмайым, әйтерһең дә телем юҡ.
Лариса ла урынына барып сумды. Ауыр уфтанып ҡуйҙы.
— Беләһегеҙме Миңзифа апай, һеҙ бик бәхетле!
Йылмайырға тырышып "Рәхмәт. Бәлки," – тинем. Күҙгә йоҡо эленмәһә лә, күҙ бәбәктәрен элеп, тын ятам. Балаларым, ирем, өйөм, атай-әсәйем килә күҙ алдыма. Әле тыумаған сабыйымдың ҡарынымды һыҙлатып тулап ҡуйыуын, ҡулдарым менән тотоп ҡосаҡлайым...
Киске ашҡа саҡырғандарында мин инде коридорҙың "теге " осона табан үҙ яйыма атлай инем... Ә төн ҡараһы ябып уҙып, таң ҡыйыр ҡыймаҫ офоҡ һыҙғанда шалҡандай улымды ҡосаҡлап ята инем инде. Ирендәр кибеп ярғыланып һыу һорай. Врачтар һыу эсергә рөхсәт итмәй, мамыҡ менән дымлаған бит-ҡул шундуҡ кибә лә ҡуя. Татлы йоҡо кендек инәйҙе лә карауатҡа терәлергә мәжбүр иттеме, бер аҙ күренмәй юғалды. Боҙоҡ крандан тамсылаған һыу тамсыһына ҡарап тамшанып ятам.
Бер мәл кемдер һаҡ ҡына бүлмә ишеген асып инде. Лариса ине был! Аяҡ осонда ғына йылмайып, ҡулына бер сынаяҡ йылы сәй тотҡан. Йотлоғоп тамсыһынаса эсеп ҡуйҙым! Эх, тәмлелеге! Арыған тәнемә көс ингәндәй булды. Шыбырлап ҡына: "Рәхмәт, Лариса! Күреп ҡалмаһындар үҙеңде!" – тинем. Нисек шым инһә, шулай тын юғалды бүлмәнән. "Минең талсығып ятырымды ҡайҙан белгән тиһең?! Әйтерһең дә тәүләп килмәгән был "домға "? "
… Улым тыуып бишенсе көн булыуға өйгә ҡайтырға рөхсәт бирҙеләр. Беҙ ятҡан палаталарға Ларисалар яғы үтеп инеүҙә сикле ине. "Үҙен күрә алмаҫмын микән башҡа?" тип уйланым. Кейем-әйберҙәрҙе алып, бәпәйемде күтәргән санитарка артынан ҡайтыуға сығып барам. Күҙҙәрем тәү ингән палатам яғын һағалай. Һәм ҡаршыма Лариса үҙе килеп сыҡты! Бер аҙ аҫҡа һалына төшкән эсен ҡосаҡлаған ерән сәсле йәш ҡатын уң ҡулына тотҡан ҡағыҙ киҫәген миңә һуҙа:
–Миңзифа апай, минең телефоным һәм адресым. Имен аман үҫтерегеҙ улығыҙҙы!
– Рәхмәәәт! Амин, әйткәнең килһен!
"Тағын ни тиергә?" Ҡабаландырған санитаркаға ҡарамай:
– Мә, Лариса... Сабыйыңа ҡаш һыҙарһың, минән иҫтәлеккә көмөш йөҙөк, – тип бармағымдан һыпырып балдағымды усына һалдым. Шыбырлағандай ғына ул да :
– Рәхмәт, – тине.
Беренсе этажға төшөп еткәс тә, артымдан "көйҙөргән" ҡарашты һиҙемләп боролдом. Унда мине Лариса ҡул болғап оҙата ине...
… Инде ун дүрт йыллап ваҡыт үтте ошо ваҡиғаға. Атайым менән әсәйем бер-береһенән оҙаҡ та ҡалмаҫтан эйәртенешеп доньялыҡтан киттеләр. Эскенән башы сыҡмаған ирем дә, сираттағы вахтаһынан ҡайтып, "йыуып" йөрөгәнендә үлеп ҡалды. Ҡосағыма өс баламды ҡосоп яңғыҙ ҡалдым. Башыңды барып һалыр, ҡайғыңды тыңлар бер кемең булмауы ҡыйын икән дә... Ә бит теге мәл Ларисаға ла шулай ауыр булғандыр, бәлким нығыраҡтыр ҙа?
Ҡулыма тотторған телефон номерын ике ай үткәс кенә йыйҙым түгелме? Теге оста "недоступен" тип яуапланы. Адресына төбәп хат яҙҙым, "адресат не проживает" тип хат кире ҡайтты. Ә бит шул ҡайғылы, хәсрәтле сағында мин дә ярҙам итә ала инем. Йылы һүҙем йәл инеме икән? Өсәр айлап ҡырҙа булды ирем, ваҡытлыса үҙ яныма һыйҙыра ла алыр инем, бәпәйе нығынғансы, ҡыш һыуығы уҙғансы... Үҙ телефон номерымды бирмәй, ҡаш һыҙырға балдаҡ тоттороп киттем, әйтерһең дә уның өсөн ҡыйғас ҡаш мөһим ине...
Йәл, бик һуңлап... Бик һуңлап тыуҙы тел осомда әйтер һүҙҙәрем, теләктәрем... Бәпәйгенәһенән баш тартып ҡуймаһа ярар ине?!
Кеше хәлен кеше белмәй икән шул, үҙ башына килеп төшмәйенсә... Бит алмаларымды әсеттереп күҙ йәшем тама. Үкенес...
Миңзәлә Сирғәлина.