+15 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
2 Февраля 2024, 04:47

Уҙған ғүмер

-

 Ҡайны, күмәк йылҡы араһынан теләгән атыңды һайлап тот та мен, тигәс, кейәү егет ҡайныһына: “Йылҡың араһында толпар юҡ, әгәр рөхсәт итһәң, толпар тыуғанын көтәйем”, — тип үтенгән. Ҡайны быға риза булған, ти.
   Өлкәр (Иләк йондоҙ) ҡалҡмай, толпар тыумай, тиелә халыҡ ырымында. Шуға күрә кейәү егет йыл һайын яҙ менән Өлкәр ҡалҡҡан мәлдә йылҡы араһына барып, толпар тыуыуын күҙәткән, ти. Бер йыл көтә, ике йыл көтә, ниһайәт, толпар тыуа. Егет был хаҡта ҡайныһына әйтеп ҡуя. Унан һуң бер йыл үткәс, егет ҡайныһынан: “Толпар менергә эшкинде, беҙгә кәләшем менән икәүләп ҡайтырға рөхсәт ит инде, ҡайным”, — тип үтенгән, ти. Ҡайныһы быға ризалыҡ биргән.
   

   Ҡыҙ өйөрҙән иң яҡшы айғырҙы тотоп эйәрләткән, ә егет мал араһындағы иң алама, яҙғы баҡтаһын да ҡойоп бөтмәгән, күҙен саҡ асып торған бер тайға көмөш йүгән кейҙереп, тирмә янына килтергән. Ҡыҙ: “Был йолҡош, алама тай менән нисек ҡайтып етмәк булаһың? Юл оҙон бит, өйөрҙән иң яҡшы айғырҙы тотоп мен”, —тип илаған. Тик егет быға ҡарамаған, тайҙы эйәрләй башлаған. Шул мәлде тай, ер тетрәтеп һелкенеп, өҫтөндәге баҡтаһын ергә һалды ла һылыу, яҡшы атҡа әйләнде, ти.
   Шулай итеп, егет толпарына, ҡыҙ үҙе һайлап алған айғырға атланған да ҡайтырға юлға сыҡҡандар. Эй баралар, эй баралар икән. Бара торғас, ҡыҙҙың аты аҡ күбеккә төшкәнсе тирләп, сәсәй башлаған. Ул арала егет менән ҡыҙҙың алдында, бик алыҫта, бер ҡара ҡарасҡы уларҙың юлын ҡыйып үтергә ынтыла икән. Ошо саҡ егет кәләшенә: “Ана-а... алда бер ҡарасҡы беҙҙең юлды ҡыйып үтергә маташа, ул ҡарасҡы уҙған ғүмер булыр. Әгәр ул юлыбыҙҙы ҡыйып үтһә, икебеҙ ҙә үләбеҙ. Артҡа ҡалма, ҡыу атыңды!” — тип әйткән, ти. Ҡыҙ атын ҡыҫтап ҡыуа торғас, аты, юлда сәсәп, йән биргән. Хәҙер улар икәүһе бер толпарға атланып, һаман алға табан баралар икән. Барған һайын уларға уҙған ғүмер ҡарасҡыһы нығыраҡ яҡынлашҡан, ти. Юлда, толпар өҫтөндә, егет менән ҡыҙ һамаҡлап, көй сығарып әйтемләп барғандар. Шул ваҡыттан алып был көй “Уҙған ғүмер” тип исемләнеп киткән:        

                      Күгәреп кенә ятҡан күк арҡаға
                      Сабып менһәң, атҡа ла көс була.
                      Үткән ғүмеркәйҙең юҡ билдәһе,
                      Таң ата ла дәхи лә кис була.

   Был ике йәш йөрәктең бер толпарға атланып, уҙған ғүмер ҡарасҡыһынан юлдарын ҡыйҙырмай барыуы уларҙың тиң һәм татыу йәшәгән ғүмер юлдарын аңлата, тип һөйләйҙәр ине ҡарттар.

Автор:
Читайте нас