+13 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
31 Января 2024, 08:15

Флүрә Сәғитова: “Атай ҡәҙере шул тиклем ҙур булды...”

Флүрә Сәғитова: “Атай ҡәҙере шул тиклем ҙур булды...”

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға быйыл 77 йыл тула. Ләкин уның шаңдауы әле лә тынғылыҡ бирмәй, сөнки Еңеү көнө бик күп юғалтыуҙар менән яуланды. Дәһшәтле йылдар ауырлығын үҙ иңендә татыған ветерандарҙың, тыл хеҙмәтсәндәренең күңел яралары мәңгелек. “Өҙөлгән үгеҙ ҡойроғо төҙәләме, Оло инәйем? Төҙәлә. Бөтәһе лә төҙәлә. Тик өҙөлгән өмөт менән ҡалған хәтер генә төҙәлмәй...” – бала сағын һуғыш урлаған быуын вәкиле Флүрә Сәғитова менән әңгәмәләшә башлағас та, Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендәге ошо хикмәтле һүҙҙәр иҫкә төштө. Флүрә Нурфәиз ҡыҙы - Бөйөк Ватан һуғышына атаһын оҙатып ҡалып, көтөп ала алмаған миллионлаған балаларҙың береһе.

 
Флүрә Сәғитова: “Атай ҡәҙере шул тиклем ҙур булды...”

Ул 1935 йылдың 6 декабрендә Мәләүез районы Бәләкәй Моҡас ауылында донъяға килгән. Үҙе әйтмешләй, ошо ауылда тыуған, ошонда үҫкән, намыҫлы хеҙмәт иткән һәм ошо йәшкә еткән. Өлкән булыуына ҡарамаҫтан хәрәкәтсән, зирәк аҡыллы, зиһенле, яҡшы хәтерле инәй менән һөйләшеү үҙе бер тарих дәресе булды.

Ҡәҙерле кешемә ҡағылышлы иҫтәлектәр - изге аманат

-Бәләкәй булһам да, атайыма бәйле бала саҡ иҫтәлектәрем яңы ғына булған кеүек, - тип башланы ул үҙенең күңел түренән урын алған иң хәтирәләрен. – Дүрт йәш кенә булһа ла, уның мәжбүри хәрби хеҙмәттән ҡайтҡанын да хәтерләйем. Атайымдың бер туған һылыуы Ғәрифә апай һөйләгәндәренән дә ныҡ иҫтә ҡалған. Армияға алынғанда миңә ике йәш тирәһе булған. Ул Украина тарафтарында, Житомир ҡалаһында хеҙмәт иткән. Һалдат хеҙмәтен тултырып, тыуған яҡтарына ҡайтам ғына тигәндә фин һуғышына ингәндәр. 1940 йылдың көҙөндә генә ауылға ҡайтты.

Был көн әлегеләй күҙ алдында: командир һынлы атайым барыһы менән дә иҫәнләшеп сыҡты ла, иҙәнгә ҡуйған сумаҙанын асып, өләсәйемә (үҙенең әсәһенә) ваҡ ҡына ҡыҙыл сәскәле күлдәклек, миңә мәрйен, ботинка һәм көрән төҫтәге ойоҡтар алып бирҙе. Ҡәҙерле кешемдең бүләктәрен кейеп, әхирәтем Рәйсәгә күрһәтергә йүгергәнем әле генә булған һымаҡ.

Армияға тиклем тракторсыға, хеҙмәт осоронда водителгә уҡыған булған. Әммә эш һайлап торманы ул, ҡайҙа ҡушһалар, шунда тырышып эшләне. Ул ваҡытта ҙур ғаилә булып өләсәйемдәрҙә йәшәнек. 1941 йылда яҙғы сәсеүҙән мазут, май еҫе аңҡытып, арыһа ла, ҡәнәғәт йылмайып ҡайтҡаны, мине күтәреп күккә сөйгәне ныҡ иҫтә ҡалған.

Тик атайлы булып оҙаҡ йәшәргә насип булманы. Бөйөк Ватан һуғышына повестка ауылда беренселәрҙән булып уға килде. Ул ваҡытта алты йәшем тулмағайны әле. Уны бөтә ауыл халҡы оҙатты. Өйҙән сығыр алдынан хәрбиҙәрсә ыҫпай, мыҡты кәүҙәле атайым мине күтәреп алды. Юлға сығыр алдынан өләсәйем йола буйынса уға сөсө икмәк бирҙе, атайым унан бер ҡабым тешләне лә, ҡалғанын ҡайтҡас ашармын, көтөп ятһын тип, сарҙаҡҡа һалды...

Атай биргән перәниктең тәме әле булһа ауыҙҙа

Береһе күк, икенсеһе ерән ат егелгән ҡушарлы арбаға ултырып, “пароконный” тип йөрөтә инек уны, Мәләүезгә оҙата киттек. Хәрби комиссариат әле лә күҙ алдында: зәңгәр ҡапҡалы ағас йорт ине ул. Уның янында халыҡ йыйылған, кемдер йырлай, кемдер илай... Ҙурая биргәс, Мәләүезгә махсус барып, атайымдың һуңғы эҙҙәрен һаҡлаған был урынға тағы бер нисә тапҡыр киләм әле. Ул әлеге сиркәү тирәһе булырға тейеш. Көтөп торғанда атайым миңә бер перәник тотторҙо. Шуның тәме әле булһа ауыҙҙа һаҡлана. Ҡәҙерле кешем ҡулынан ашағанғамы икән ул бик тәмле тойолдо. Ошо ғүмер эсендә перәниктең ниндәйен генә ашарға насип булманы, әммә шул атайым алып биргән кеүеге башҡа осраманы.

Фронтта сапер булып, һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә ул. Ауылдашыбыҙ Иван Горячкин менән бергә һуғыша. 1942 йылдың ғинуарында һәләк булған атайымды тап уға ерләргә тура килә. “Был йома көн ине...”, - тип һөйләйәсәк ул ҡайтҡас.

Атай – алтын ҡаҙыҡ, әсәй алтын алтын ҡанат

Ҡара ҡағыҙ ҙа повестка кеүек беренселәрҙән булып беҙҙең ғаиләгә килде. 1942 йылдың 12 ғинуарында уның ғүмерен дошман бомбаһы ҡыйыуы хаҡында хәбәр ителгәйне унда. Бөтә ауыл йыйылып илағаны хәтерҙә.

Атайым һәләк булғас, өләсәй беҙҙе айырып сығарҙы. “Килен, һин егәрлеһең, юғалып ҡалмаҫһың, иргә барһаң - ир булыр, бала тапһаң - ул булыр. Башҡа сыҡ, һыйырҙы һиңә бирәбеҙ, өй беҙгә ҡала”, - тине.

Беҙ һыйыр етәкләп Моҡас урамы буйлап күп йөрөнөк. Сығышы менән әсәйем Ҡотош ауылынан. Ике йәштә генә йәтим ҡалған, революция ваҡытында атаһын аҡтар атҡан. Баш төбәп кенә барыр кешебеҙ юҡ. Шуға күрә кем өйҙәш итеп индерә, шунда йоҡлап, фермала ла, мал өйөндә лә йәшәргә тура килде. Ысынлап та, бик уңған ине әсәйем. Бер ниндәй ауырлыҡ алдында ла юғалып ҡалманы. Көндөҙөн колхоз эшендә булһа, төнөн бәйләм бәйләп, үҙебеҙгә ғаилә кәрәк-ярағы йүнәтте.

Ошо ваҡиғаны бер ҡасан да тыныс ҡына иҫләй алмайым. Әсәйем май иретеп, сөсө икмәк бешереп ашарға ғына йөрөй инек, ике милиционер килеп инде. Ул ваҡытта иген баҫыуын ашлар өсөн өй беренсә йөрөп, тиҙәк көлө йыя торғайнылар. Бригадир булып эшләгән әсәйемде йыймай тиеп, ялыу яҙған булғандар. Яңы бешкән икмәк менән сәй эсеү ҡайғыһы китте. Әсәйемдең итәгенә сат йәбештем, аҙаҡ артынан ҡысҡырып илап тороп ҡалдым.

Оҙаҡ тотманылар уны, күп булһа өйҙә ике көн булмағандыр. Тикшереп асыҡлағас та ҡайтарҙылар. Әммә минең өсөн ҡәҙерле кешемдең юҡлығы мәңгелек булып тойолдо...

Атайымдың күҙе йәшел ине

Бер ваҡыт шулай Хәтирә өләсәйемдәрҙә ултырабыҙ. Уларҙың ҙур бесәйе була торғайны, шул инеп килә. Күҙенә текләп ҡарағаным, һуңынан өләсәйемдән:”Минең атайымдың күҙе ошо бесәйҙеке ише инеме ул?” – тип һорағаным хәтерҙә. Өләсәйем көлдө лә: “Эйе, атайыңдың күҙе йәшел ине”,  - тине. Ныҡ итеп ҡарап торғас, яҡын кешемдең күҙен төҫмөрләгәнмен инде. Атай тигән кешенең ҡәҙере шул тиклем ҙур һәм көслө ине минең өсөн. Әле булһа көтөү һағышы күңелемде тетрәндерә. Уны күреүгә, осрашыуға өмөт менән йәшәлде. Үле хәбәре килһә лә, һөйөклө кешемдең оҡшаш һыҙаттарын башҡа әйберҙәрҙән эҙләгәнмен инде.

Өйлө булыу –көйлө булыу

Һыйыр етәкләп, гел кешелә йөрөп арытылды. Әйткәндәй, тап ошо һәүкәшебеҙ арҡаһында ла беҙҙе үҙҙәренә йәшәргә индергәндер ҙә ауылдаштарыбыҙ, бәлки. Яҡты киләсәккә ышанып йәшәлһә лә, бик ауыр осор ине һуғыштан һуңғы йылдар: аслыҡ, яланғаслыҡ, тиф ауырыуы. Ҡырҡынсы йылдар башында дизентерия бик күп кешене алып китте. 1941 йылда ошо сир Моҡаста 12 баланың ғүмерен ҡыйҙы. Шулай итеп, йорт һатып алырға булдыҡ. Бәләкәй генә ситән өйгә 1 мең һум һоранылар. Уны “өй” тип әйтеп тә булмай ине. Мейесенән төбө генә ҡалған, иҙәне - ер. Быға тиклем йәшәгән йорттан алып килгән ларҙы боҙоп, әсәйем урындыҡ эшләне, еткәненсә иҙән түшәне, мейесе сығарып, стенаһын тал менән үрҙе, балсыҡ менән һылап ҡуйҙы. Ҡыйыҡлы булыу кеше тупһаһында йөрөү түгел инде. Үҙебеҙҙең өйөбөҙ-көйөбөҙ барлыҡҡа килде.

Ауыл халҡы берҙәм ине. Береһе сирләһә, яңғыҙын ҡалдырмай торғайнылар. Һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итте. Шулай бер көн әхирәтем Рәйсәнең әсәһе Миңһылыу инәй тиф менән ауырып китте. Уны бөтә ауыл менән ҡарағандары хәтерҙә. Ололарға эйәреп барҙыммы икән - ҙур кесерткән тоҡтоң төбөн ҡырҡып, шуны күлдәк кеүек кейҙереп һалып ҡуйғандар ине. Гөлйемеш инәй ҡатыҡ алып барып эсерә торғайны. Шунан шәбәйеп, инәй аяғына баҫты.

Кеше эше менән матур

Быға тиклем ауылдан ситтә фермала йәшәү, көҙгө һынауға ҡалыу һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында урыҡ-һурыҡ уҡырға тура килгәйне. Белем алыу алыу теләге шул тиклем ҙур булһа ла, дүрт кластан ары китә алманым. Әйткәндәй, шуның һуңғы ике йылын урыҫса уҡыным. 1950 йылда беренсе сирек тамамланғайны ғына, тиф менән ауырыным, өс ай тора алманым. Сәсемде таҡыр итеп алдырыуҙан ҡурҡып, дауаханаға барманым. Шәбәйеп, аяҡҡа баҫҡас, 1951 йылдың апрель айында Айтуған һәм Сарлаҡ колхоздары берләшеп, Мәжит Ғафури исемендәге дөйөм хужалыҡ ойошторолғайны ғына, шунда эшкә сыҡтым да киттем. Был ваҡытта миңә 16 йәш тулмағайны әле.

Оҙайлы юлдарға һуҙылған хеҙмәт юлым шулай башланып китте. Кем генә булып эшләргә тура килмәне. Колхозсыларға аш та бешерҙем, баҫыуҙа “кантарщик”, комбайнда весовщик булып та йөрөнөм, иген сәскәндә ярҙам итеп йөрөгән кешене шулай тип атайҙар ине, ағас та ултырттым, Айтуған, Моҡас ауылдарында халыҡтан һөт тә йыйҙым, сөгөлдөр ҙә утаным. Хаҡлы ялға һауынсы булып сыҡтым. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, ихтирам иттеләр. Һәр эшкә яуаплы, кеше менән ипле булғанғамы ижтимағи эштәргә лә йәлеп итәләр ине. Бер ҡасан да әрләшеп, низағлашып йөрөгәнемде хәтерләмәйем. Әйткәнен урынында әйттем, әйтмәгәнен үҙемдә ҡалдырҙым. Ауыл, район советтарына депутат итеп тә һайланылар. Тап ошо йәмәғәт бурысын йөкмәгәндә ауыл урамына асфальт түшәтеүгә өлгәштем. Үҙемсә тырышҡанмындыр инде, Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләй торғайнылар. “Почет билдәһе” орденым, “Хеҙмәт ветераны” тигән маҡтаулы исемем бар. Беҙҙең быуындың барыһы ла тиерлек ҡайғыһын да, һағышын да эш менән баҫты бит. Эшләгән кешене кем яратмаһын?...

Флүрә инәй бәхетле ҡартлыҡ кисерә

Туҡһанды артмаҡлаған ошо Флүрә инәйҙе мин дә яраттым да ҡуйҙым. Оло йәш тә булыуына ҡарамаҫтан, намаҙын, ураҙаһын ҡалдырмағанына һоҡландым. Үҙенең 87 йәшкә тиклемге ғүмере эсендә булған ваҡиғаларҙы датаһы, бергә эшләгән, уҡыған, яҡты хыялдар ҡорған кешеләренең барыһының да исем-шәрифе менән һөйләүе, ер-һыу атамаларын яҡшы белеүе менән иғтибарымды яулап алды ул.

Эшендә генә уңыш яуламаған ул, ғаилә бәхетен дә кисергән. Бәләкәй генә саҡтан иңенә төшкән ауыр һынауҙарҙы лайыҡлы үткәне өсөн Аллаһы Тәғәлә уға оҙон ғүмеренә ҡушып, ырыҫ, ҡот һәм бәрәкәт бирә. Колхозда электрик булып эшләгән гармунсы егет Сөнғәтулла Сәғитов менән татыу ғаилә ҡоралар. Биш балаға ғүмер бүләк итәләр. Әлеге ваҡытта инәй ҡыҙҙарының, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй. Бүлә-бүләсәрҙәрен күреү шатлығын да кисергән. Ауылдаштары араһында ла ихтирам ҡаҙана.

-Атайым менән әсәйем мин тыуған йылды сәйгүн алған. Ҡарағай ботағы төшөрөлгән был ҡомартҡыны ҡәҙерлеләремдең аманаты итеп һаҡлайым. Мәңге йәшел ағас кеүек ныҡ һәм көслө булһын тип теләгәндәрҙер мине. Шөкөр, йәшәгән ғүмер юлым уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерерлек түгел. Үкенестәрем юҡ, шуға ла үҙемде бәхетле тип һанайым, - ти Флүрә инәй.

Лена АБДРАХМАНОВА.

Флүрә Сәғитова: “Атай ҡәҙере шул тиклем ҙур булды...”
Флүрә Сәғитова: “Атай ҡәҙере шул тиклем ҙур булды...”
Автор:
Читайте нас