+18 °С
Дождь
Дөйөм мәҡәләләр
30 Января 2024, 07:10

Башҡорт теле тураһында һеҙ белмәгән 3 факт:

Ғүмерегеҙ буйы башҡортса һөйләшкән булһағыҙ ҙа, белгестәр генә белгән бер нисә факты белмәй ҡалыуығыҙ ихтимал. Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ!

1.  Башҡорт телендә нисә диалект һәм һөйләш барлығын беләһегеҙме?  Әлегә ғөмүмән ҡабул ителгән фекер буйынса: 3 диалект (көньяҡ, көнсығыш, төньяҡ-көнбайыш) һәм 12-16 һөйләш (улар араһында өҫтәмә һөйләштәр ҙә бар)! Улар бер-береһенән ҡулланылған һүҙҙәр, әйтелеш һәм һүҙҙәр төҙөү ҡағиҙәләре менән айырыла. Шулай ҙа, төрлө диалект һәм һөйләш булыуға ҡарамаҫтан, ҡулланыусылар бер-береһен яҡшы аңлай.
Сағыштырыу өсөн, урыҫ телендә лә 3 диалект һәм яҡынса 11 һөйләш бар.

2.  Башҡорт теле бик боронғо, шуға күрә унда күп ғәжәйеп алымталар һаҡланған. Башҡорттар күп һәм алыҫ юлдарға сығып, күрше халыҡтар менән аралашҡан һәм шунлыҡтан мәҙәниәт һәм телгә яңы төшөнсәләр ингән.
 Беләһегеҙме, "салауат" һүҙе – бөгөнгө көндә үлгән арамей төркөмөнөң сирий теленән алынған? Был һүҙ маҡтаулы доға мәғәнәһендә ҡулланыла. Ә "борос" һүҙе санскрит теленән ингән, ул телдә Рамаяна һәм Махабхарата яҙылған. Унда был һүҙ еҫле үлән мәғәнәһендә бирелгән.

3. UNESCO башҡорт телен юҡҡа сығыу хәүефе аҫтындағы телдәр исемлегенә индергән. Уның статусы "potentially vulnerable" (потенциаль рәүештә ҡурҡыныс янай).

https://vk.com/bashkort_voice

 

Автор:
Читайте нас