Яҙмаларымдағы мәҡәлдәр, әйтемдәр - халыҡтың махсус яҙма ҡануннамәләрҙә теркәлмәгән ғаилә кодексы тип аталыр баһаға эйә.
Егерменсе быуаттың тәүге сирегенәсә, совет осорона тиклем, быуаттар дауамында башҡорттарҙың ғаилә тормошо, милли әҙәбе юридик яҡтан да, әхлаҡи йәһәттән дә ислам дине, шәриғәт ҡанундары менән тығыҙ бәйле булған. Ғаиләне Алла әмере менән булдырылған илаһи бер мәктәп, милләттең иң кескәй күҙәнәге тип һанаған ата-бабаларыбыҙ.
Әйтергә кәрәк, халҡыбыҙҙа юридик ҡанундар әхлаҡ, ғәҙәт-йола ҡағиҙәләре менән бер бөтөнлөк тәшкил иткәнлектән, уларҙы күпселек осраҡта хатта айырып алып та булмай. Бары тик ҡайһы берҙәре мотлаҡ үтәлергә тейешле, ә бәғзеләре яҡтарҙың ихтыярына ҡуйылыуы менән генә үҙ аллы төркөмләү мөмкинлеге бирә.
Бер үк ваҡытта ислам дине ҡабул ителгәнгә тиклем үк ҡулланылған ғәҙәт ҡанундары ла (левират, сорорат һ. б.), ҡайһы саҡ шәриғәткә бик үк тап килмәүенә ҡарамаҫтан, һаҡланып ҡалыуы күҙәтелә. Шулай уҡ Рәсәй хакимдарының урыҫ, христиан ғаилә нормаларын индерергә тырышыуы: никахҡа инеүҙе, сабыйҙарҙы махсус кенәгәләрҙә теркәү, был хаҡта документтар биреү, йәш цензы һ.б. - ғаилә ҡороу тәртип-низамын бер аҙ үҙгәрткән.
Ғәмәлдә, башҡорт йәмғиәтендә үҙидара ҙур ҡеүәткә эйә булып, йәмәғәт фекере, аҡһаҡалдар - мир башлыҡтары ғөрөф-ғәҙәттәрҙең теүәл үтәлешен күҙәтеү функцияһын башҡарған, рәсми судтарға мөрәжәғәт итеү күпселектә ер мәсьәләләренә ҡағылған. Был мәҡәлдәрҙән дә күренә:
Берҙең көнө мир менән, мирҙең көнө ер менән.
Ир үлһә лә йола үлмәҫ.
Ырыуына күрә йолаһы.
Ә быныһы - ҡыҙыҡ өсөн: Әтәс үҙ сүплегендә үҙе мырҙа.
Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, башҡорт милләтенең иң кесе киҫәге булараҡ ғаилә тормошона дини, ғәҙәт-йола, әхлаҡи киҫелештә байҡау яһап ҡарайыҡ.
Ярап торорға кәләш алмайҙар
Әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләребеҙ ифрат та ҡаты булыуы әле балаға сексуаль тәрбиә бирелмәгән тигәнде аңлатмай, әйтеүемсә, сәңгелдәгенән үк ошо юҫыҡта бик аҡыллы эш алып барылыуы фольклорыбыҙҙан ап-асыҡ күренә. Сабыйҙы һикертеп, һәпсүкләп уйнатҡанда уҡ таҡмаҡланған һүҙҙәргә иғтибар итәйек: Ҡыҙым-ҡыҙым, ҡыҙ кеше, ҡыҙыма килер йөҙ кеше, йөҙ кешегә бирмәмен, алып китер бер кеше. Әсә ҡыҙ ғынаһының күрмәлекле, күптәр күҙе төшөрлөк булып үҫеп етеүен юрап ҡына ҡалмай, уның бер генә кешегә тоғролоҡ һаҡлап ғаилә ҡорорға тейешлеген дә хәләл һөтө менән һеңдерә. Ҡарабаш турғай, тәҙ(е)рәне ҡуймай, һин дә егет, мин дә егет, кәләш алып булмай тигән үсекләмеш иһә кесе йәшенән үк ир балаларҙы ғаилә ҡора алмау хурлыҡ икәнлегенә инандырып үҫтерә.
Өйләнеүҙең мотлаҡлығы, тәртип-низамы мәҡәлдәрҙә ифрат тос әйтелгән:
Өйләнмәгәндең тамыры ҡорор.
Яҡшы ат бығауһыҙ йөрөмәҫ, алама атҡа тышау ҙа теймәҫ. Арғымаҡтың билгеһе - ҡаҙы йыймаҫ ял йыйыр, яман егет билгеһе - ҡатын алмаҫ, мал йыйыр.
Өйләнмәгәндең өйө булмаҫ, өйө булһа ла иле булмаҫ.
Өйләнеү - көйләнеү.
Дәртһеҙ кеше - күҫәк, йәрһеҙ кеше - ишәк.
Донъя күрке - йәр менән.
Өйләнмәгәндән аҡыл һорамайҙар.
Күреүебеҙсә, бер мәҡәл икенсеһен тулыландыра, көсәйтә, һәр кемгә «асҡыс» табырға мөмкинлек бирә, ә өйләнеү-өйләнмәү аҡыл биҙмәне лә булып тора икән бит.
Ҡыҙ баланы яңғыҙ ҡалдырыу уғата тыйылған, уны ғаиләле итеү тағы ла яуаплыраҡ һаналып, өҫтәмә ҡәтғи талаптар ҡуйылған. Ғәҙәттә, уны бик йәшләй кейәүгә бирергә тырышҡандар, шуғалыр ҙа өгөтләү һүҙҙәре лә ниндәй нәзәкәтле:
Ҡыҙ егеткә ҡушыла - ебәк булып ишелә.
Еткән ҡыҙ кейәүҙән ҡурҡмаҫ.
Сәскәне ваҡытында өҙөү фарыз.
Хатта буласаҡ хәләле бик иш-йоп булмағанда ла инандырырлыҡ һүҙҙәрен тапҡандар:
Алама булһа ла ир яҡшы.
Ҡарт булһа ла ирең булһын, алама булһа ла өйөң булһын. Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар, йәш ҡуйынында ҡамсы бар.
Һүҙ ошо юҫыҡҡа күскәндә бер көләмәсте иҫегеҙгә төшөрөп китәйем әле.
Борон бит ололарҙан оялыу көслө булған, әлеге кеүек, «атай-әсәй, мин өйләндем, бына киленегеҙ « йәки хатта «бына кейәүегеҙ» тип ҡайтып төшөүҙәрҙе ҡанбабалар иң алама төшөндә лә күрмәгәндер. Бер егеттең, шулай, бик тә өйләнгеһе килгән, етмәһә, шым-шым ғына ҡаш һикертешеп йөрөгән ҡыҙы ла бар икән, тик ата-әсәһенә нисек белдерергә белмәй йонсоған бахырың. Уйлаған-уйлаған да, ашарға саҡырылғас, һикелә үҙе гел ултыра торған урында йоҡлап ятҡан бесәйҙе:
-Ятма бында һуҙылып, еңгәң ултыраһы урынды биләп, - тип ҡыуып төшөргән имеш, ти. Ата-әсәһе егеттең тел төбөн һиҙеп, шул көҙҙө үк башлы-күҙле итеп тә ҡуйған, ти, үҙен.
Өйләнгәндә мотлаҡ үтәлергә тейешле шартҡа ғаилә ҡороусыларҙың шәриғәткә ярашлы никахланыуы, ижәб уҡытыу инә, сөнки бүтән төрлө яҡынлыҡ - шайтанға, бары тик нәфсеңә хеҙмәт итеү, боҙоҡ ғәмәл, ә бындай берлектән донъяға килгән балалар уйнаштан тыуған тип иҫәпләнә.
Никах исламда иҫ киткес юғарылыҡҡа ҡуйыла: ул милләттең нигеҙен барлыҡҡа килтереүсе шарт, ә өйләнеүсе - милләтен һәм динен яратҡан шәхес: Күсле ил - көслө ил. Ижәпләнеү - ғәм алдында ғаилә өсөн яуаплылыҡ алыу, милләтте һәм үҙ барлығын дауам итеү өсөн эшләнгән фиҙакәр аҙым.
Ғаилә ҡороусы егет түбәндәге бурыстарҙы үтәй тип һанала:
*Ғаләм, Аллаһы Тәғәлә алдында - ергә яралтылған һәр йән эйәһе үҙ затын дауам итергә тырыша, был - кешелек затын һаҡлау бурысы;
* милләт, ҡанбабалар алдында - улар тоҡомон дауам итеү бурысы;
* үҙе алдында - нәҫелен ҡалдырыу, тәбиғи теләктәрен ҡәнәғәтләндергәндә яман сир-сорға юлығыуҙан һаҡланып, сәләмәт тоҡом ҡалдырыу бурысы;
* ҡатыны алдында - үҙ нәҫелен дауам итергә тейешле кеше булараҡ, уға ҡарата динебеҙ һәм донъяуи ҡанундар ҡушҡанды үтәү бурысы;
* балаһы алдында - һәр яҡлап ҡурсыуға алып, уны лайыҡлы шәхес итеп үҫтереү бурысы.
Ғаилә-никах мәсьәләләрендә йола, ғәҙәт ҡанундары түбәндәге мәҡәлдәрҙә һаҡланып ҡалған һәм яҡынса ошондай шарттарҙы үҙ эсенә ала:
1.Кәләш яҡындан булырға тейеш түгел:
Алыҫтан ат алма, яҡындан ҡыҙ алма. Ат һәм ҡыҙ образы юҡҡа ғына параллель итеп бирелмәй - ат яңы хужаларға эйәләшә алмай ҡайтып китеүсән, алыҫтан алһаң, артынан йөрөй-йөрөй хәлең ҡалмаҫ. Йәш килен дә, ата-әсәһе яҡын булғас, һағынһа ла, берәй нәмәгә үпкәләһә лә, тыуған йорто яғына ҡарап ҡына тороусан. Юҡҡа-барға көйһөҙләнеп, ҡайта һалып бармаһын, артыҡ-бортоҡ һүҙ ташылмаһын өсөн дә ҡыҙҙың алыҫтаныраҡ булыуы ғаиләнең тотороҡлоғона йоғонто яһаған, әлбиттә.
Алыҫтан ҡыҙ алһаң, ҡосаҡ-ҡосаҡ бүләк килер, яҡындан ҡыҙ алһаң, ҡосаҡ-ҡосаҡ ғәйбәт килер. Был мәҡәлдәрҙән күренеүенсә, алыҫтан ҡыҙ алыу бер нисә маҡсатҡа ярашлы: йәш ғаиләгә туған-тыумаса артыҡ йоғонто яһай алмаһын, килен иренең туғандары араһында күнеп йәшәп китһен, ҡоҙалар араһында йәмһеҙләнешеү булмаһын.
Йәнә бер мөһим сәбәп - нәҫелдән килгән ауырыуҙарҙы иҫкәртеү булған. Тап шул маҡсатта хатта бер ауылдан килен төшөргән осраҡта ла ете быуын алышыныуы шарт итеп ҡуйылған: Ҡыҙ бауыры ете быуындан алмашына, ти мәҡәле лә ошо хаҡта. Әйткәндәй, башҡа бик күп төрки халыҡтарҙа экзогамия тип аталған был күренеш улай уҡ киң таралмаған. Мәҫәлән, төрөктәр, азербайжандар, үзбәктәр араһында хатта ике туғандарҙы өйләндереүҙе ҡулайыраҡ та һанағандар - мөлкәт ситкә китмәй.
Шулай уҡ ил ағаларының халыҡтың киләсәген хәстәрләүе лә сағылалыр был йолала – халҡыбыҙ төрлө сығышлы ырыуҙарҙан да ойошҡан – бына уларҙы бер ҡан, бер милләт итеү маҡсатынан сығып та ярайһы ҡәтғи тотолғандыр был йола.
2. Мөмкин тиклем иртә өйләндереү мәғҡул һаналып, хатта сәңгелдәктән үк ҡолаҡ тешләтеп, йәрәшеү, «һырға туйы» үткәреү йолаһы йәшәп килгән. Ишәк туйы - иллелә тип ғаилә ҡорорға ашыҡмаған егеттәрҙән көлгәндәр, иҫәрерәк һанағандар. Өйләнмәгәндән аҡыл һорама тигәндәре лә бындайҙарҙы алйот һанағанға дәлил. Иртә өйләнгән үкенмәҫ. Ҡыҙ баланы иһә тағы ла тиҙерәк эйәһенә тапшырыу хәстәрен күргәндәр, инйәр-ҡатайҙарҙа көйәнтәләгәндә биҙрәһе ергә теймәҫлек булһа ҡыҙҙы кейәүгә бирергә мөмкин тигәнде ишетергә тура килгәне бар. Ултырып ҡалыуынан ҡурҡып, ғәҙәттә 16-17 йәштә, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа хатта иртәрәк тә ҡыҙҙарын һоратҡан ергә биреп ебәреүҙе хуп күргәндәр, йот йылдары ғаиләләге артыҡ тамаҡтан ҡотолорға тырышыу ҙа күҙәтелгән. 18 йәштәрҙә инде ҡыҙ бала кейәү сыҡмағандар рәтенә инә лә башлаған. Ә Ултырған ҡыҙға ен эйәләй.
Беҙҙең яҡтағы бер ауылда ҡартайғанса тигеҙ ғүмер итеп, балалар-ейәндәр үҫтереп, тормош тәмен белеп, татыу йәшәгән әбей менән бабайҙы аң-тоңон белмәҫ, танауҙарына еҫ кермәҫ элек үк никахлағандар ҙа, улар шул ваҡыттарын кеткелдәп көлә-көлә иҫкә алыр булғандар. Ауыр замандар бит инде: икеһенә бер яҫтыҡ, бер иҫке юрған биреп, башҡа сығарғандар. Йылы тормаған өйҙә кис һайын шул юрғанға талашып, һуғышып ятып йоҡлай торғайныҡ, тип хәтерләр булған ҡарттар.
Донъя көтә белеүенән ҡыҙҙың йәш булыуы мөһимерәк һаналыуы түбәндәге әйтемдән асыҡ күренә:
Менгән атың - аҡбуҙ, һөйгән йәрең - йәш ҡыҙ.
Ир кешенең физик сәләмәтлеге (ә енси ҡеүәт бының төп күрһәткесе тип күрелгән) ҡул көсө ҙур әһәмиәткә эйә булған дәүерҙә юғары баһаланған һәм көс-ҡеүәт һаҡланһын өсөн түшәк яңыртыу файҙалы тип иҫәпләнгән (бер нисә ҡатынға өйләнеү күренешенең бер сәбәбе).
Йәш ҡыҙ алыу йәшәртә.
Йәш ҡайынға терәлеп ҡарт ҡайын ҡырҡ йыл йәшәгән.
Ултырып ҡалыу ҡыҙ бала өсөн оло фажиғәгә әүерелгәнлектән, артыҡ һайланыу өнәлмәй:
Ҡыҙың булһа ирҙә булһын, ирҙә булмаһа гүрҙә булһын.
Ҡарт ҡыҙ ир һайламаҫ, үлгән кеше ер һайламаҫ мәҡәле ҡарт ҡыҙ менән үлгән кешене хатта бер рәткә ҡуйып, ата-әсәне лә, уларҙың буй еткергән балаһын да ашығырға мәжбүр итә, ҡәтғи сикләй.
Ҡыҙҙы ирекһеҙләп кейәүгә биреү күренеше булһа ла шәриғәт, динебеҙ тарафынан был тыйылған, юҡҡамы ни, мулла никахҡа ризалыҡ тураһында һорауҙы иң беренсе ҡыҙға биргән. Әммә ата-әсә, күреүебеҙсә, ҡәтғи сиктәргә ҡуйылыу сәбәпле, йә балаһының етеш йәшәүен ҡайғыртып, йә башҡа сәбәптәр менән (әйтәйек, ҡоҙаларҙың социаль статусы ниндәйҙер өҫтөнлөктәр бирә) ҡыҙҙарын ризалыҡһыҙ кейәүгә биреүе фольклорҙа ла, әҙәбиәттә лә һынланыш тапҡан.
Гүзәл Ситдиҡова
"Күсле ил-көслө ил" китабынан