Әнием мәрхүмә, ҡобарам осоп, ана ауырыйым, мына ауырыйым, тип, барып инһәм, урындығына ултырта һалып, доғаларын уҡып, өшкөрөр ине.
Донъя ығы-зығыһында йонсоған мин, әниемдең ҡулы, тыны ҡағылыуҙан, кинйәкәйлегем иҫемә төшөп, йә бәлшәйеп илап ебәрә, йә, күҙемде йомоп, маҙырап ултырып ала торғайным.
"мин шәрри мәә әжииидүүү үә әүхәзииирууу..." - тип әйткән урыны ғына хәтерҙә ҡалған.
"Балам, гел кеше араһында йөрөйһөң, күҙҙәрҙең төрлөһө бар, хәл-торошоң ауырайғандай булһа, ошолайтып, үҙеңде уҡып өшкөрөп ал," - тип әйтер ине. Йәш саҡ, әсәй эргәлә булғанда, уны иҫтә тотаңмы инде...
Ә әнием, ул саҡта дини китаптар ҙа бик булмай торғайны, бөтә гәзит- журналда уҡыған кәрәк доғаларҙы бер оло дәфтәргә яҙып йыйыр ине. Үҙенә дини календарь бүләк иткәндә, уны иң-иң ҙур бүләк итеп ҡабул итер ине.
Әле лә, һаулыҡ ҡыйшая башлаһа әниемдең шул һүҙҙәре иҫкә төшә. Туҡта, табып уҡыйым әле, тип, ниәт иттем... - тип яҙа төркөмдәшебеҙ Миләүшә Ҡыҙрасова.
Ҡулыңды тәнеңдең ауыртҡан урынына ҡуйып, 3 тапҡыр:
🤲 Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим! - тип әйтергә. (Аллаһ исеме менән башлайым)
🤲 Шунан 7 тапҡыр:
Әғүҙү билләһи үә ҡүҙрәтиһи мин шәрри мәә әжидү үә үхәзирү - тип әйтергә кәрәк.
(Һиҙгән һәм ҡурҡҡан яманлыҡтарҙан мин Аллаһҡа вә Уның ҡөҙрәтенә һыйынам)
🤲 Уҡып, ҡабатлап, шифаһын күреп йөрөйөк...