Иртә лә генә томан, кис тә томан,
Был томанҡайҙарға ни булған?
Ап-аҡ ҡына егет, һарғайҙың да,
Быйылғы йыл һиңә ни булған?
"Хафаланма, Хәмиҙәм, минең бер ерем дә ауыртмай. Тик ниңәлер эсем бошҡолай", — тигән Һиҙиәт.
Бер мәл, Йәйсән йылғаһы буйында бесән сабып ятҡанда, Һизиәткә әрме хеҙмәтенә китергә саҡырыу ҡaғыҙы килтерәләр. Ул осорҙа хеҙмәткә саҡырылған кеше уҙенең аты, ҡоралы менән китергә тейеш була. Һиҙиәт менән Хәмиҙә икәүләп бик яҡшы ат, yҡ-haҙaҡ әҙерләй. Юлға сығыр алдынан әйләнеп ҡайта алмаҫын һиҙенгәндәй, ҡатынына тебәп, былай тип йырлай:
Иртән дә томан, кистә лә томан,
Был томанҡайҙарға ни булған?
Тауға ла менеп, ташҡа баҫып,
Һин ҡapapһың. йәнем, мин булмам.
Хәмиҙә һығылып илай-илай ирен оҙатып ҡала.
Әрмелә йөрөгәндә Һиҙиәт тағы ла нығыраҡ һарғая. Бер ваҡыт һағышына түҙә алмай ҡатынына хат яҙып ебәрә:
Саҡыра ла кәкүк, һайрай былбыл,
Талдар араһында ҡағынып.
Ауырып та ятып һарғайманым,
Мин һарғайҙым һине һағынып.
Һиҙиәткә иленә ҡайтырға насип булмай: әрме ерендә донья ҡуя.