+13 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
22 Января 2024, 05:50

Балан бәлеше

-

Ҡамыр өсөн-
1 стакан ҡала ҡаймағы
1 йомортҡа,
8 аш ҡалағы көнбағыш майы,
семтем тоҙ,
ярты сәй ҡалағы шәкәр ҡомо,
ярты сәй ҡалағы разрыхлитель.
Иләнгән ондан ҡамыр баҫып, 15 минут ял иттерер кәрәк.

Эслек: баланды таҙалап сайҡатҡас, ҡайнаған һыуға һалып, бер 5 минут тирәһе һикертеп алып, һөҙөп, һыуытып,
кәрәк хәтле шәкәр ҡомо (мин 3/2 стакан һалам), бер ус манный, бер ҡалаҡ кисель һибәләйбеҙ. 
Бәлеш ҡамырын йәйеп, эслеген һалып, бөргәндән һуң, духовкала180 градуста,  унан кәметә биреп 1,5 сәғәт тирәһе бешереп алыр кәрәк.

Тәмле, шифалы.

Балан бәлеше
Балан бәлеше
Автор:
Читайте нас