+20 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
20 Января 2024, 09:47

Ҡаҙан буш түгел

-

Беҙ үҫкәндәге мәҙәк хәлдәр

Әсәйем ғүмер буйы һатыусы булып эшләне. Ул ваҡытта беҙҙең Килдеғол ауылы магазины гөрләп эшләп торған магазиндарҙың береһе ине. Беҙ, биш бала, бер-беребеҙҙе ҡарашып, татыу булып үҫтек. Бер ваҡыт, өйҙә толҡа тапмай киткәнбеҙмелер инде, бөтәбеҙ ҙә магазинға йыйылғанбыҙ. Әсәйем үтә ҡаты бәрелмәй торғайны беҙгә, әйтерен йә кинәйәләп, йә мәҡәл менән генә әйтер ине. Был юлы ла:
- Аһ, өйҙәге ҡаҙанды ла алып килһәгеҙ ни була? Ҡаҙан ғына ҡалған бит, - тине.
Беҙ, өлкәнерәктәр, уңайһыҙланып, алай-былай ҡаранған арала Мәймүнә исемле һеңлебеҙ сығып та китте. Беҙ тороп ҡалдыҡ, күрәһең, берәй тәмлекәс тә өмөт иткәнбеҙҙер инде.
Бер ваҡыт Мәймүнә кире килеп инде. Һатып алыусыларҙың алдына барып баҫты ла, әсәйемә шыбырлап ҡына:
-Әсәй, ҡаҙан буш түгел, - тине.
Магазин көлөү тауышынан геү-ү-ү итеп ҡалды, ә беҙ оялыштан сығып шылдыҡ.
Магазинға эйәртенешеп йөрөмәҫкә һабаҡ булды был беҙгә.

Фотола: Апайым Сания, Мәймүнә һеңлем, ағайым Мөхәмәт, мин һәм Сәкинә һеңлем.

 

Ҡаҙан буш түгел
Ҡаҙан буш түгел
Автор:
Читайте нас