+19 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
11 Января 2024, 08:20

Кем беренсе булып "яратам" тип әйткән?

Төхвәтуллиндар ғаиләһе бик ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап биргән.

Кем беренсе ғашиҡ булды? Кем беренсе яратам, тип әйтте? Кем күберәк көнләшә, - тигән һорауҙарға икеһе лә "Әлиә" тип яуап бирҙе.
Ғаиләлә иң йыуаш кешегә килгәндә Ришат саҡ ҡына икеләнде. Әлиә иһә "мин" тине.
Кем күберәк йоҡлай? - Икеһе лә.
Кем күберәк татлы ризыҡтар ярата? - Әлиә.
Кем матурыраҡ? - Икеһе лә.
Аҡса кем ҡулында? Кем күберәк аҡса эшләй? Был һорауҙарға "Ришат" тигән яуап алған.
Әлиә менән Ришат һорауҙарға бер төрлө яуап бирҙе. "Беҙ бер-беребеҙҙе бер тындан аңлайбыҙ", - тине Ришат.
Фото: Төхвәтуллиндарҙың шәхси аккаунтынан.
 
Автор:
Читайте нас