Ер минең тирәләй 57 тапҡыр өйрөлгәнен күҙәтәм. Ҡаратауҙан ҡояш күтәрелеп, ҡалын боҙ аҫтында ашыға- ашыға, таштарҙан- таштарға һикерә аҡҡан Иңйәремә сәләм биреп, ауыл өҫтөн байҡап, мөрйәләрҙәге тура сыҡҡан төтөндө тикшереп, бер аҙ һилләнгәс, атайым аттарын һуғарыр өсөн мәке уярға сыҡҡас, сәғәт 11- ҙә ауаз һалғанмын. Кендек әбейе-Фәтиха унынсы баланы ҡулына алғас, көйләй-көйләй (ул йырауҙар һымаҡ таҡмаҡлап һөйләшә ине) инәйемә тотторған. Ял көнө, радиоалғыстан концерт бара. Йәш йырсы Зәки Мәхмүтов өҙҙөрөп йырлай. Бар донъяны моң баҫа. Иҙерәп кенә Инәйемдең ҡосағында бәүелеп, ыуыҙҙан ризыҡланғанда, Ҡояш тәҙренән иркәләп, моңдо бар Йыһанға таратты. Күп тармаҡлы Әлибаев менән Миһрановтар нәҫел шәжәрәһенә бер быуын өҫтәлде. Ҡышҡы сатлама төшкә бер аҙ емшеһә лә, урмандағы имәндәрҙе шарт ярырлыҡ... Исемемде иң өлкән ағайым-Ҡасим һайлаған. Шөкөр, атай- инәй, өс ағай һәм өс апай ҡарамағында матур ғаиләлә үҫтем. Әле лә иң терәрлек туғандарым иҫән- һауҙар, собханалла! Ғаиләм- ҡәлғәм. Яратҡан һәм яратып туя алмаған ҡатыным Разия( әйткәндәй, инәйем дә Разия ине), һылыуҙарҙан һылыу, берҙән - берем Әҙилә ҡыҙым, баһадирҙай өс улым- Риф, Сәғит, Арыҫланым яндарымда.Ейәндәрем Камилла, Айҙар һәм Урал, килендәр менән бер тиҫтәнән артып барабыҙ.Тормошомдоң асылы булған, булмышымды асып бирерҙәй эшем һәм студенттарым бар! 30 йылдан ашыу уҡытһам да, һаман да уларға ынтылам! Улар- рухи ҡанаттарым. Талмаһын ғына! Миңә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ- ла эшләргә насип булды, университеттан һәм коллегаларымдан уңдым! Халҡыма, ул тыуҙырған рухи ҡиммәттәрҙе күреүемә,ишетеүемә,уҡыуыма, тойоуома мең рәхмәтлемен. Тормош елкәндәре әҙер, ярһыу диңгеҙҙә сәйәхәт дауам итә! Туҡтамаһын әле...
#ЗакиАлибаев
#яратамтормошто
https://vk.com/wall652937033_2746