+18 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
9 Января 2024, 08:30

Рәхимов сынаяҡтары

Атай-әсәйемдән ҡалған ошо сынаяҡтар матур ҙа, һағышлы ла иҫтәлек булып бөгөн миндә һаҡлана.


"Рәхимов сынаяҡтары", тип ҡәҙерләне әсәйем ошо ҡашығаяҡты. 50 йыл бергә татыу тормош көтөүҙәре хөрмәтенә тәүге президентыбыҙ исеменән бирелгән бындай бүләкте атайым шул тиклем көттө. Ауырый ине. Етә алмам, ҡушағамды күгәрсендәр төшкән матур сынаяҡтарҙан мәхрүм ҡалдырырмын, тип борсолған булды.

Етте ул көн. "Баймаҡ" совхозы шул тиклем ололап, бер нисә ғаилә пары өсөн матур байрам ойошторҙо. Атайымдың ҡыуанғаны шул мәлдә! Иш янына ҡуш булып, ҡартлыҡ көнөңдә ҡушағаң менән ҡушарлап ултырыу, ҡәҙер-хөрмәт күреү һәм шуға өҫтәп пар күгәрсенле президент бүләген алыу - тырышып донья көткән ғаилә өсөн ҙур баһа ине.

Атай-әсәйемдән ҡалған ошо сынаяҡтар матур ҙа, һағышлы ла иҫтәлек булып бөгөн миндә һаҡлана. Туғандарым менән йыйылғанда бәхетле бала саҡтарыбыҙҙы иҫләтеүсе, ғаилә ҡәҙерен баһалаусы Беренсе Президентыбыҙ бүләген табынға ҡуям. Әсәйем яһаған тәмле сәйҙе, шатлыҡ тулы түңәрәк өҫтәлебеҙҙе хәтерләтеп тора пар күгәрсенле сын сынаяҡтар.

Гөлсәриә Әбилева
#матурсынаяҡ

Бәхетле донъя төркөмөнән

https://vk.com/wall-222687630_298

 

Рәхимов сынаяҡтары
Рәхимов сынаяҡтары
Рәхимов сынаяҡтары
Автор:
Читайте нас