+15 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
27 Декабря 2023, 06:16

Фәрзәнә Утарбаева:

«Үҙеңдең хыялдарыңа һәм идеяларыңа тоғро ҡал!»

Фәрзәнә Утарбаева:Фәрзәнә Утарбаева:
Фәрзәнә Утарбаева:

Уның ижадында тәү ҡарашҡа ябай тойолған әммә шул уҡ ваҡытта әҙәм булмышының, яҙмышының нигеҙен тәшкил иткән төп рухи ҡиммәттәр урын алған. Быуындар бәйләнеше мәсьәләһе, атай-әсәй һәм бала мөнәсәбәте... Йәш режиссерҙың был йүнәлештәге эшмәкәрлеген тап ошо изге төшөнсәләрҙән башлап ебәреүе осраҡлы түгелдер, моғайын. Һеҙҙең иғтибарығыҙға күптән түгел үҙенең «Нигеҙ» тип исемләнгән өсөнсө фильмын төшөргән кинорежиссер, сценарист Фәрзәнә Утарбаева менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

 

Фәрзәнә, һин кино донъяһына «Ҡырағай» фильмы менән ҡапыл ғына һәм бик ҡыйыу рәүештә килеп индең... Әйтерһең дә, күптән әҙерләнеп, йондоҙло сәғәтеңде көткәнһең... Шул мәлдәргә әйләнеп ҡайтайыҡ әле: үҙенең тәүге фильмын төшөргәндә нимәләр кисерҙе, ниндәй ауырлыҡтарға дусар булды һәм нимәләргә төшөндө икән йәш кенә ҡыҙ бала?

– 2015 йыл... «Шоңҡар» жураналында биҙәлеш мөхәррире булып эшләп йөрөгән мәлем ине...

Ул осорҙа фото сәнғәте менән ҡыҙыҡһына, шул өлкәлә әүҙем эшләй инем. «E7E-media» командаһы егеттәре Батыр Ғәлимов, Артур Батыршиндар менән хеҙмәттәшлек иттем, бергәләп клиптар ҙа төшөрҙөк. Һәм, күп тә үтмәҫтән,«Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кино фестивале ситктәрендә үткән сценарийҙар питчингында ҡатнашып, призлы урын яуланым. «Башҡортостан»киностудияһы был фильмды төшөрөр өсөн ҡорамалдар менән тәьмин итте. Һуңынан әлеге сценарийҙы Рәсәй кинематографистар союзының питчингына ла ебәрҙем. «Ҡайтыу» унда тәҡдим ителгән алты йөҙ эш араһынан иң яҡшы ете сценарий иҫәбенә инде.

Сценарий ҡайта-ҡайта эшләнде, сюжетҡа бер аҙ үҙгәрештәр индерелде һәм исеме «Ҡырағай»ға әүерелде. Режиссер Айнур Асҡаров, оператор Тимур Ғәниев ул ваҡытта һәйбәт ярҙам күрһәттеләр. Тәүге тапҡыр кино төшөрөү тәжрибәһе минең өсөн ҙур тормош һабағы булды. Хәҙер шул мәлдәргә әйләнеп ҡайтам да, ул осорҙоң минең өлкәнәйеү мәле булғанлығын аңлайым. Йәшермәйем, тәүге фильмды төшөрөү бик ауыр бирелде. Беренсенән, аҡса юҡ ине. Ни тиклем ҙур сумма талап ителерен күҙ алдына ла килтермәй инем. Тәүге тапҡыр кино төшөрөү тәжрибәһе генә түгел, административ мәсьәләләр, финанс мәсьәләһен хәл итеү, спонсорҙар йәлеп итеү ҙә мине сыныҡтырҙы тип әйтә алам. Хатта барыһына ла ҡул һелтәп ҡуйырға теләгән мәлдәр ҙә булды. Шулай ҙа мин алдыма, «башлағанһың икән, тамамларға кәрәк» тигән ныҡлы маҡсат ҡуйҙым.Ә инде фильмды төшөрөп, тамашасы хөкөмөнә тәҡдим иткәс, тырышлығыңдың юҡҡа китмәүен аңлайһың, һөҙөмтәнән ләззәт кисерәһең һәм ана шул кино төшөргән саҡтағы ғазаптар үҙен аҡлай. Ярты юлда туҡтап ҡалмай, ул эште аҙағына саҡлы алып барып еткереүем өсөн үҙемә бик рәхмәтлемен. Миңә, хатта, «ошо фильмды ҡарғандан һуң әсәйемде кисерә алдым» тип әйтеүселәр ҙә булды. Ижадсыға ошондай һүҙҙәрҙе ишетеүҙән ҙурыраҡ баһаның булыуы мөмкин дә түгелдер. Ә ҡалған ике фильмды төшөрөүе еңелерәк бирелде. Сөнки хәҙер инде бер аҙ тәжрибә лә һәм иң мөһиме, аҡса бар ине.

Тәүге эшеңдә үк олуғ, мәртәбәле актриса Гөлли Арыҫлан ҡыҙына роль тәҡдим итеүең дә, уның һиңә ышанып, әсә роленә ризалашыуы ла үҙе генә лә ни тора! Һеҙҙең тәүге осрашыуығыҙ нисек үтте? Гөлли Арыҫлан ҡыҙын нисек үҙеңә ышандыра алдың икән?

– Гөлли Арыҫлан ҡыҙының минең фильмда уйнауы үҙе бер ҙур бүләк булды. Данлыҡлы актриса булыуына ҡарамаҫтан, аралашыуға ифрат ябай ине ул. Уның менән эшләүе бик еңел булды. Фильмда ул әсәй ролен башҡарҙы, оло әсә мөхәббәтен һынландырҙы. Тәүге осрашыуыбыҙ нисек үтте? Уға шылтыраттым да, ул мине өйөнә саҡырҙы. Сәй эсә-эсә яйлап ултырып һөйләштек. Уға пландарымды, фильмдың идеяһын еткерҙем һәм сценарийҙы ҡалдырып киттем. Миңә ышанғандыр, сценарий ҙа оҡшағандыр күрәһең, бер нисә көндән һуң ул шылтыратып, дебютантка тип ҡарап тормай, фильмда ҡатнашырға ризалығын белдерҙе. «Йәштәргә ярҙам итергә кәрәк», – тине ул.

Ошо тәүге уңышлы дебютыңдан һуң тиҙарала йәнә бер фильм төшөрөп ташланың. Уныһы хаҡында ла бер аҙ һөйләп үт әле...

– Икенсе фильмым рус телендә булды. «Мой лечащий враг» тип атаныҡ уныһын. «Ҡырағай» фильмына спонсорҙар эҙләп «Медстандарт» компанияһы етәксеһе Азамат Рәмзә улы Байтимеровҡа мөрәжәғәт иткәйнем. Уға рәхмәт, шул мәлдә аҡсалата ярҙам күрһәтте. Һәм шунда беҙҙең табиптар менән бәйле (әйткәндәй, ул үҙе лә табип-невролог һәм шул уҡ ваҡытта бик ижади кеше) берәй ҡыҙыҡлы ғына фильм да төшөрһәгеҙ ине, финанс мәсьәләһен үҙебеҙ хәл итербеҙ тигән тәҡдим яһағайны. Мин, әлбиттә, бик ҡыуанып ризалаштым. Тиҙ арала сценарий яҙылды. Уны бик оҡшаттылар. Әммә шуныһы ғына ауырыраҡ булды: фильмды бер ай эсендә төшөрөп бөтөргә тейеш инек. Сөнки Халыҡ-ара неврология медицина форумына өлгөртөү талап ителде. «Ҡырағай»ҙа әсәй менән ул мөнәсәбәте сағылдырылһа, был фильм атай менән ҡыҙҙың бик ҡатмарлы яҙмышы, мөнәсәбәте хаҡында ине. Әйткәндәй, өс фильмым да ҡыҫҡа метражлы булды. Уларҙың барыһының да оҙонлоғо 30 минут самаһы.

Бер нисә йыл фильм төшөрмәй торҙоң... Бының үҙ сәбәптәре булғандыр... Тормошҡа сығыуың, әсәй булыуың һәм башҡа донъя мәшәҡәттәре... Режиссер булараҡ яңы эшең, йәғни күптән түгел төшөрөлгән «Нигеҙ» күңелеңдә нисегерәк өлгөрөп етте? Финанслау мәсьәләһе нисек хәл ителде? Был фильмдың төп фекере ниҙә? 

– Әле атап үткән ике фильмды төшөргәндән һуң ошо өсөнсө фильмымдың сценарийын яҙғайным инде. 2019 йылда уны грантҡа тәҡдим итеп ҡараным, әммә ул үтмәй ҡалды. 2018 йылда тормошҡа сыҡтым. 2020 йылда улыбыҙ донъяға килде. Һәм мин, әлбиттә, ул осорҙа фильм төшөрөү хаҡында уйламаным да. Бөтөн иғтибарым баламда, ғаиләмдә булды. Ошо ваҡыт эсендә үҙем дә үҙгәрҙем, донъялар ҙа үҙгәрҙе, сценарий ҙа, төп идеяһы ғына ҡалдырылып, яңынан яҙылды. Һәм быйыл мин шул сценарийҙы «Росмолодежь. Гранты» федераль йәштәр программаһы грантына тәҡдим итеп ҡараным. Был юлы миңә уңыш йылмайҙы. Һәм, ул фильмды, Аллаға шөкөр, төшөрөп бөттөк. Алда постпродакшн (монтаж, музыка яҙыу, төҫ коррекцияһы, компьютер графикаһы һ.б.) эштәре көтә. Грант аҡсаһы фильмды төшөрөүгә етеүен етте. Әммә еренә еткереп тамамлап ҡуйыу өсөн бер аҙ аҡса талап ителәсәк әле. Йәғни спонсорҙар йәлеп итәсәкбеҙ инде. Фильм «Нигеҙ» тип атала. Уныһы инде тыуған төйәккә мөхәббәт хаҡында. Башҡа фильмдарҙағы кеүек был эшемдә лә быуындар бәйләнеше мәсьәләһе күтәрелмәй ҡалманы, унда атай менән ул мөнәсәбәте сағылдырыла. Тыуған йорт менән хушлашыу, кешенең тормошонда һайлау яһауы тураһында тарих ул. Был фильм, Хоҙай насип итһә, яҙғыһын тамашасыға барып етәсәк. Һәм шуныһы әһәмитәле, Радий Фәрит улы тарафынан быйылғы йыл Башҡортостанда «Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылы» тип билдәләнде. Һәм бына беҙҙең фильмдың нигеҙендә ана шул атайсалға мөхәббәт темаһы ята.

Ошо фильмды төшөргәндән һуң ниндәй кисерештәр ҡалды күңелеңдә? Үҙең өсөн ниндәй асыштар яһаның?

– Был фильмды төшөрөү «Ҡырағай»ҙы төшөрөүгә ҡарағанда күпкә еңелерәк булды. Сөнки, ни тиһәң дә – тәжрибә һәм, иң мөһиме, уны тормошҡа ашырыу өсөн тәғәйенләнгән аҡса бар ине. Бик талантлы, ойошҡан команда тупланды. Төп ролдәрҙе Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин һәм Стәрлетамаҡ театры актеры Рәсил Сынбулатов башҡарҙы. Фильмдың ҡуйыусы операторы Дамир Ғәйетҡолов, ҡуйыусы рәссамы Руслан Мөғәлимов, тауыш операторы – Гөлнара Сәйетова һәм үҙ һөнәренең оҫталары. Киностудия директоры Юнир Әминевҡа ла ҙур рәхмәт! Съемкалар Күгәрсен районы Түләбәй ауылында үтте. Октябрь башында төшөрөүгә ҡарамаҫтан, көндәр йылы, аяҙ торҙо. Көҙгө көндөң ҡыҫҡа булыуы ғына бер аҙ бәкәлгә һуҡты инде. Шулай ҙа фильмды биш көн эсендә төшөрөп бөтә алдыҡ. Розалия һәм Азат Айытҡужиндар фильмды үҙҙәренең атай йортонда төшөрөргә рөхсәт итте. Азат ағай үҙе һәм уның аттары фильмдың эпизодында төштөләр. Уларға рәхмәт! Иртөбәк ауыл совет биләмәһе башлығы Закир Сәрүәр улы Үзбәков беҙгә хатта тәмле төшкө аш хәстәрләүҙе ойошторҙо. Мораҡтан халыҡ театры режиссеры Фәймә Аҡъюлова исемле апай ярҙам итте. Сәрүәр апай Сурина ла беҙҙе ярҙамынан ҡалдырманы, эпизодта ла уйнаны. Шул тиклем матур кешеләр менән аралашырға насип булды беҙгә. Ауыл халҡы ярҙамға ашығып торҙо. Барыһына ла ҙур рәхмәт еткерәбеҙ! Әлбиттә, көтөлмәгән хәлдәр ҙә булғыланы. Әммә барыһы ла мин күҙ алдына килтергәнсә уңышлы килеп сыҡты.

Ә инде кисерештәргә килгәндә, мин үҙемдең ошондай ижади, тынғыһыҙ мөхиткә һыуһауымды аңланым. Кино төшөргәндә шундай традиция бар: тәүге уңышлы дублдән һуң тәрилкә яраһың. Ошо мәлдәр бик тулҡынландырғыс булды. Эш процесында миңә шул тиклем уңайлы, рәхәт ине. Мин үҙемдең урынымда – шуны тойҙом. Ысынлап та, ошо мауыҡтырғыс кино донъяһы миңә ифрат оҡшай. Үҙ юлымды таптым. Һәм фильмдар аша тамашасыға ябай, әммә тәрән мәғәнәле, фәлсәфәүи төшөнсәләрҙе еткергем килә. Әгәр ҙә ошоға өлгәшә алһам, бик бәхетле булыр инем, тип уйлайым.

Ижад өсөн күңел торошо ла мөһим. Ижадҡа һине нимә илһамландыра?

– Бал саҡтан ижадҡа ғашиҡ инем. Актриса йә диктор булырға хыялландым. Ул саҡта миңә 12 йәш самаһы булғандыр, таңғы дүрттә телевизорҙан «Оскар» премияһы тапшырыуҙарын ҡарап, лауреаттарҙың исем фамилияларын дәфтәргә яҙып бара инем. Төрлө гәзит-журналдарҙан кинойондоҙҙарының фотоларын ҡырҡып алып, шул дәфтәргә йәбештерә торғайным. Атай-әсәйҙәргә шуны кәңәш итәм: ана шул 10-12 йәшлек саҡтарында бала нимә менән ҡыҙыҡһына, шуға иғтибар итеп, йүнәлеш күрһәтергә кәрәктер, моғайын. Һәм улар һеҙгә бик рәхмәтле буласаҡ, тип уйлайым. Баланың буласаҡ һөнәрен шул саҡта билдәләргә булалыр. Кеше әгәр ҙә үҙенә оҡшаған йүнәлештә эшләй икән, ул бик бәхетле. Үкенескә күрә, мин шуға шаһит: күптәр бөгөн үҙ тәғәйенләнешен, үҙен илһамландырған йүнәлеште тапмаған һәм күңелдәренә ятмаған эшкә йөрөргә мәжбүр.

Мине музыка илһамландыра. Хәтеремдә «Ҡырағай»ға сценарий яҙғанда «Ятаған» төркөмөнөң музыкаһын тыңлап илһамлана инем. Өсөнсө фильмға сценарий яҙғанда композитор Людовик Эйнаудиҙың әҫәрҙәрен тыңланым. Һәм дә Илфаҡ Смаков башҡарыуында «Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән, юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер» йыры бигерәк тә күңелгә үтеп инә, шуны ишеткән һайын үҙемдең фильмдағы төп геройҙы күҙ алдына килтереп, ундағы тарихты күҙаллай, үҫтерә инем. Шундай тәрән мәғәнәле, фәлсәфәүи һүҙҙәр аша ысынбарлыҡты һүрәтләгән Назар Нәжми ошо шиғырында: «Бер күҙ асып йомған ара ғына – беҙҙең бергә үткән был ғүмер». «Нигеҙ» фильмына тап ошо фекер һалынған .

Тағы ла тәбиғәттә булыу, фильмдар, йәнһүрәттәр ҡарау илһамландыра. Бер үҙем кинотеатрға барып рәхәтләнеп, донъяны онотоп фильмдар ҡарарға яратам. Хәтеремдә, хатта бер мәлде декрет ялында булғанда, ижадтан ваҡытлыса айырылып торғанда киноға килдем дә илап тик ултырҙым. Юҡ, ундағы хәл-ваҡиғалар, фильмдың сюжеты илатманы мине, йәнем һыҡраны шикелле. «Һин дә фильм төшөрөргә тейешһең бит!» тигән һымаҡ тойолдо ул миңә. Бына шулай, күңелең нимә эшләргә тейешлегеңде һиҙҙертеп тора ул. Ишетә, күрә, аңлай белергә генә кәрәк. Йәнде тыңлау мөһим. Үҙеңдең хыялдарыңа, идеяларыңа тоғро ҡалыу мөһим! Киләсәктә тәрән мәғәнәле йәнһүрәттәр төшөрөп ҡарау, театрҙар менән хеҙмәттәшлек итеү ниәте лә юҡ түгел...

Һәм бына күптән түгел, ноябрь айында Ярославль ҡалаһынан Владимир Вобликов исемле талантлы режиссер минең сценарийым буйынса балалар өсөн ҡыҫҡа метражлы «Ку-ку» тип исемләнгән фильм төшөрҙө! Беҙ уның менән 2017 йылда Чебоксары ҡалаһында үткән Халыҡ-ара кинофестивалдә танышҡайныҡ, «Ҡырағай» фильмын ул бик оҡшатты һәм балаларға социаль драма төшөрөү өсөн сценарий яҙыуымды һораны. Быныһы инде минең сценарийым буйынса төшөрөлгән дүртенсе фильм була! Мин бик шат быға!

Тормош иптәшең Ильяс Тулыбаев та ижад кешеһе. Беҙ уны музыкант, «Малай-шалай» төркөмө ағзаһы булараҡ та беләбеҙ. Бер-берегеҙҙе аңлап, яңы башланғыстарға ҡанатландырып тораһығыҙҙыр. Фильм төшөргәндә ул да ярҙам иткәндер, моғайын...

– Эйе, ул да ижад кешеһе. Ысынлап та, ижади йәһәттән дә бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәйбеҙ. Шулай беҙ бер-беребеҙҙе тапҡанбыҙҙыр, тип уйлайым. Дөрөҫөн генә әйткәндә, «Ҡырағай» фильмын төшөргән мәлдә үк Ильястың ярҙамын ныҡ тойҙом. Ул миңә ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалырға юл ҡуйманы, дәртләндереп торҙо. Өмөтһөҙләнеп китһәм, мине ҡанатландыра белә. Ул миңә йүнәлеш күрһәткәндер, үҙ юлымды табышҡандыр ҙа, моғайын. Әле бына өсөнсө фильмды төшөрөр өсөн ауыл эҙләп ярты Башҡортостанды урап сыҡтыҡ. Һуңғыһында Ильяс үҙе алып китте мине. Һәм уның менән ошо Күгәрсен районының Түләбәй ауылын бик ыңғай ғына барып таптыҡ. Ильясыма рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ.

Кино төшөрөү күп сығымдар талап итә. Ҡыҫҡа метражлы бер фильм төшөрөр өсөн күпме аҡса кәрәк?

– Кино төшөрөү, ысынлап та, күп сығымдар талап итә. «Ҡырағай»ҙың бюджеты яҡынса 500 мең һум тәшкил итте. Икенсе фильмдың бюджеты 600-700 мең һум тирәһе булды. Өсөнсө фильмым, бына тағы ла бер аҙ аҡса тапһам, бер миллион һумға барып төшәсәк. Ҡыҫҡа метражлы фильм өсөн бөгөн яйлап-тәмләп, күберәк сменалар алып эшләйем тиһәң, миллион ярым һум аҡса тап-таман булалыр тип уйлайым, ә тулы метраж төшөрөр өсөн кәмендә биш миллион һум кәрәктер ул. Дәүләттән ярҙам, грант аҡсаһы юҡ икән, режиссерға, ижади командаға ауырға төшә инде. Шуға ла фильмдар өсөн гранттар бүленеүе бик яҡшы күренеш.

Фәрзәнә Утарбаева бөгөн берәй ерҙә эшләйме, әллә ирекле осоштамы?

– Республика халыҡ ижады үҙәгендә эшләп йөрөй инем. Фильмды төшөрөр алдынан унан киттем. Сөнки ижад кешеһе, ысынлап та, ҡош һымаҡ осошта булырға тейеш. Бының өсөн, әлбиттә, ирек кәрәк. Һин йә ижадты, йә эш урыныңды һайлайһың инде. Мин ижадты һайланым. Шулай ҙа ике урында ситтән тороп дизайнер булып эшләйем әле. Йәнә буш ваҡытымда, элекке һымаҡ уҡ, фото һәм видеосъемкалар менән шөғөлләнәм. Был проектты төшөрөп бөткәс, икенсеһен башларбыҙ, тип уйлайым. Тулы метражлы фильмға тотонорға ла ваҡыттыр инде. Әйткәндәй, Хоҙай насип итһә, әлеге бер-береһен тулыландырып килгән ошо ҡыҫҡа метражлы өс фильмды альманах итеп туплап, республика халҡына тәҡдим итергә тигән теләгем бар.

Фәрзәнә, ошо тәрән мәғәнле, матур фильмдарың менән һин кино сәнғәте өлкәһендә үҙ нигеҙеңде булдырҙың.Үҙ тырышлығың, үҙ көсөң менән илһамланып, сәмләнеп ҡорған нигеҙең ҡотло, ныҡлы, ырыҫлы булһын тип теләйем.

–Амин! Ҙур рәхмәт!

Г.Батыршина әңгәмәләште

Фәрзәнә Утарбаева:
Фәрзәнә Утарбаева:
Фәрзәнә Утарбаева:
Фәрзәнә Утарбаева:
Автор:
Читайте нас