+13 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
19 Декабря 2023, 07:05

Яҡуп ағай, һеҙ бигерәк инде...

Театр тормошо

Яҡуп ағай, һеҙ бигерәк инде...

Осрашыу менән: «Һин, ҡыҙыҡай, яҙһаң, мине белый-пушистый итеп яҙма, нисек бармын – шулай яҙ», – тине ул Яҡуп Шәриповса ғына итеп.

– Һеҙ бигерәк инде, әҙерәк шымартмай булмай инде, – тип яуаплауым булды, башын артҡа ташлап, тәмле итеп, рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе. Ҡабаттан һүҙ башлай алмай ултырҙы: нимәлер иҫенә төшә лә көлә, иҫенә төшә лә көлә. Күҙҙәренән йәш сыҡҡансы көлдө.

– Ул тарихты һин дә беләһеңме ни?

– Ниндәй тарих? Ул тиклем көлдөрөрлөк бер ни ҙә әйтмәнем дә баһаң?! Үәт, әртис...

– Йә, аптырама юҡҡа. Үҙем һөйләйем.

Үҙем һөйләйем, тине лә: «Оноттом, ҡәһәрең, иҫемә төшһә, һуңынан һөйләрмен...», – тип туҡталып ҡуйҙы. Әллә ысынлап иҫенә төшөрә алманы, әллә юрый – аңлай алмай ҡалдым.

Йә, ярай, нисек бар – шулай яҙ, – тине бит. Нисек бар – шулай, тимәк...

 

– Һеҙҙе күреү менән Шамил ағай Рәхмәтуллин иҫкә килеп төштө. Һеҙгә шулайтып йыш әйтәләрме?

– Йыш уҡ булмаһа ла, әйткәндәре булды, бар. Икебеҙ бер амплуалағы актерҙар бит. Ул сәхнәгә сығып, бер һүҙһеҙ өндәшмәй баҫып ҡына торһа ла тамашасылар көлә торғайны. Комик ролдәр минең дә «конек» инде ул. Йөҙөм дә уға оҡшаңҡырап тора. Ул булып ҡына атлап киткәнем дә бар. Әммә спектаклдәрҙә уның фишкаларын ҡулланмайым, улай ҡыҙыҡ түгел.

– Нисек артист булып киттегеҙ? Белеүемсә, махсус белемегеҙ ҙә юҡ.

– Шулай тиһең инде?! Үҙешмәкәр, тигән булаһың инде.?! Әртислеккә уҡып ҡына өйрәнеп була микән ул?! Иң тәүҙә тыумыштан бирелгән әртислегең булырға тейеш. Бергә уйнап-үҫкән малай-шалай «Яҡуп бөгөн нимә һөйләр икән?» – тип бергәләшеп йыйылышҡанды көтөп йөрөй торғайны. Һыу инергә барабыҙмы, көтөү ҡаршы алырға сығабыҙмы – мине саҡыралар. Минең менән күңелле тегеләргә. Юҡ ҡына нәмәне лә һындарын ҡатырғансы көлдөрөп һөйләйем. Баҫып торған ерҙән берәй ҡыҙыҡ уйлап табам, нимә күрәм – шуны эләкләп күрһәтәм. Тыумыштан булған инде миндә ул нәмә... Һәләт, тиҙәрме әле? Ә Салауат театры сәхнәһенә мине 1990 йылда тәү башлап Вәзих Кашап улы Сәйфуллин алып сыҡты. Флорид Бүләковтың «Әбейҙәргә ни етмәй?» спектаклендә колхоз председателе роленә әллә нисә актерҙы тыңлап-самалап ҡараны, береһен дә оҡшатманы. Бер көндө спектаклгә көй һайлау буйынса минән нимәлер һорағайны, мин шаярып ҡына теге председателдең һүҙҙәре менән яуап бирҙем. Шунан: «Әйҙәле, әйҙәле...» тип кабинетына алып инеп китте лә рәйестең һүҙҙәрен ҡулыма тоттороп, бер нисә урынын уйнап күрһәтергә ҡушты. Мин ни, үҙем нисек аңлайым, шулай уйнаным, ул: «Органично, жизненно!» – тип ике генә һүҙ әйтте лә председатель ролен миңә бирҙе. Шунан алып уның яратҡан артисына әйләндем дә ҡуйҙым. Вәзих Кашаповичтың ҡатыны Рәйсә апай: «Яҡуп, һин бер ҡасан да уҡыманым, тип әйтмә. Һин Вәзих Кашаповичта уҡыным, уның курсын тамамланым, тип әйт. Вәзих Сәйфуллиндың мәктәбен үттең бит һин», – ти торғайны.

– Әртис булып тыуалар, тимәк?!

– Әлбиттә! Һәләтең булмаһа, кеҫәңдәге дипломың менән генә әллә нимә ҡыйратып булмай. Дипломһыҙ уҡ түгелмен. Стәрлетамаҡ мәҙәни ағартыу училищеһының оркестр бүлеген тамамланым. Уҡыған ваҡытта уҡ «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайында баянсы-аккомпаниатор булып эшләп тә йөрөнөм, һөнәрем буйынса уҡып сыҡтым. Ярты ғүмерем баян менән бәйле. Театрға ла баян алып килде, Гөлсәсәгем менән дә баян таныштырҙы, бер килке ғаиләне ҡарарлыҡ аҡса эшләргә лә ярҙам итте.

– Баян – ғүмерлек мөхәббәтегеҙме?

– Ғүмерлек мөхәббәтем – моңдор ул. Моңһоҙ йәшәүҙең йәме юҡ. Моң менән матур бит донъя. Гармун менән баян – моң сығарыусы инструмент ҡына бит.

– Нисә йәштә уйнарға өйрәндегеҙ ул инструменттарҙа?

– Беҙ үҫкәндә, һәр өйҙә тиерлек бар ине бит гармун. Йәштәр урам буйлап гармун уйнап, йырлап үтеп китәләр, йылға буйына киске уйынға төшәләр. Клубта һеңкетә баҫып гармунға бейейҙәр, егеттәрҙе гармун уйнап армияға оҙаталар... Ҡыҙҙар иң тәүҙә гармунсыларға ҡарай, гармунсылар – почетта. Гармун уйнарға өйрәнгеһе килмәгән малай ҙа булмағандыр ул элек?! Минең дә өйрәнге килә – өйҙә гармун юҡ. Күршелә генә гармунсы ағай йәшәй, ул Илһам Шакировтың мин яратҡан «Ай янында яҡты йондоҙ» йырын матур итеп уйнай торғайны. Ул йырҙағы моң! Уның уйнауын иҫем китеп тыңлауымды күреп йәлләнеме инде мине – гармунының телдәренә пластилин йәбештереп, номерҙар яҙып сыҡты ла, миңә шул көйҙө өйрәтә башланы. Айҙар исемле дуҫымдың да гармуны бар, шуға уйнарға уларға барам. Ул гармунда уйнай, мин көй ритмына биҙрә ҡағып ултырам. Айҙарға эш ҡушһалар, гармунын мин алам. Икенсе көйөм – «Умырзая» йыры булды, уны үҙ аллы өйрәндем. Үҙ аллы уйнай башлағанда, 6-сы класта уҡый инем. Баян менән хәл тағы ла ҡыҙығыраҡ булды. Күршелә генә олатайымдың ағаһы йәшәне, уларҙың һарайында туҙып бөткән бер баян табып алдым. Баян тип әйтһәң хәтере ҡалырлыҡ ине инде – бас яғы бөтөнләй юҡ ине. Өңрәйеп торған ерен һауа инмәҫлек итеп фанера менән көпләп алдым да, иң тәүҙә «Эҙләнем, бәғрем һине» йырының көйөн өйрәндем. Ул ваҡытта 9-сы класта уҡый инем. Уҡыу онотолдо, шунан бирле мәктәптең, клубтың баяндарын һағалап йөрөп үтте ғүмер. Ҡасып-боҫоп тигәндәй уйнарға өйрәндем инде гармунда ла, баянда ла.

– Музыкаль инструменттарға тартылыуығыҙҙы күреп, һеҙ уйнарға өйрәнгәс булһа ла гармун алып биргәндәрҙер инде?

– Тәүҙәрәк миңә лә гармун алығыҙ, тип һорай торғайным ул, ышанманылармы инде миңә, бәләкәй әле, әҙерәк үҫһен әле, тинеләрме – алманылар. Ғаилә лә ҙур ине бит. Атайым тәүге ҡатынынан – 4 бала, әнейем бер бала менән тороп ҡалған, уртаҡ балалары өсәү булдыҡ. Ә гармун ул заманда 45 һум тора. Күпме ризыҡ килә ул аҡсаға, нисәүебеҙҙе кейендереп була?! Атай-әсәй балаларҙың өҫтө бөтөн, тамағы туҡ булһын, тип йәшәй бит инде. Атайым больницала завхоз булып эшләй ине. Больницаға утын килтерткәс, шуны бысып, ярып, өйөп ҡуйһағыҙ, гармун алып бирәбеҙ, тине. Мин 5-семе, 6-сымы класта ғына уҡыйым, биш йәшкә өлкән ағайым менән, гармунлы булабыҙ тип, дәртләнеп, дәрестәрҙән һуң ике машина утынды, атайым әйткәнсә, бысып, ярып, өйөп ҡуйҙыҡ. Магазинға гармун килгәс, өйләнеп, ҡалала йәшәп, ауылға ҡайтып йөрөгән ағайыма, еҙнәмә (әнейемдең тәүге иренең ҡыҙы кейәүгә сыҡҡайны) алдылар, миңә тигәненә аҡса етмәне. Башҡаса гармун таптырманым, гармун уйнарға алмаш-тилмәш ағайым менән апайымдарға ҡунаҡҡа йөрөнөм. Ә ағайым гармун уйнарға барыбер йүнләп өйрәнә алманы. Теге гармунды туҙҙырҙы шулай ҙа, икенсеһенә регистрлы гармун алып ҡараны, уныһы ла минең килгәнде көтөп тик ултырҙы. Дәрте булған, дарманы булмағандыр инде. Олоғайғас ҡына миңә бүләп итеп ҡуйҙы ул гармунын.

– 10-12 йәшлек малайҙың гармунда «Ай янында яҡты йондоҙ»ҙо уйнап ултырыуы күҙ алдынан китмәй. Күпме бөгөлдәр ул көйҙә?! Ниңә берәй еңелерәк көйҙән башламанығыҙ икән?

– Беҙҙең өйҙә проигрывателле «Факел» тигән радио бар ине, пластинкалар ҙа күп ине. Шул пластинкаларҙы ҡабат-ҡабат әйләндереп, Илһам Шакиров, Әлфиә Авзалова, Фәриҙә Ҡудашеваларҙың йырҙарын тыңлап үҫтем. Илһам Шакировтың фанаты булдым. Ундағы моң! Уға ҡушылып йырлап маташҡан булам әле етмәһә! Күпме генә тырышһаң да, уға еткереп булмай бит инде. Аптырағас, башымды бал ағыҙа торған центрифугаға тығам да (беҙ уны центровушка тип йөрөттөк инде), ул булып йырлап ебәрәм. Тар ғына ҡалай һауыт эсендә тауыш яңғырап китә, малай! Рәхәтләнеп һуҙам теге йырҙы! Әле лә тыңлайым мин Илһам ағайҙың йырҙарын. Телефонымда ғына ла уның 120 йыры һаҡлана. Гөлсәсәкте конкурстарға йөрөткәндә, Ҡазанда гастролдәрҙә саҡта Илһам ағай менән дүрт тапҡыр осраштыҡ. Центрифугаға башымды тығып, уға оҡшатырға тырышып «Ай янында яҡты йондоҙ»ҙо йырлап маташҡанымды һөйләгәс, ул йырҙы үҙе йырлап ишеттерҙе. Уның моңон тыңлап танһыҡ ҡанырлыҡ түгел барыбер. Бәләкәйҙән тыңлап үҫкәс, мәңге онотолмаҫлыҡ булып һеңеп ҡалғандыр инде күңелгә.

– Ауылдашығыҙ Мәүлетбай Ғәйнетдиновтың йырҙарын тыңлайһығыҙмы һуң?

– Тыңлайым, уны ла тыңлайым. Егет сағында ауыл урамы буйлап йырлап йөрөгәнен иҫләйем. Мин уның ҡустыһы менән бер тиҫтер, бергә уйнап үҫтек. Мәүлетбай ағай беҙгә килеп, пластинкаларҙы ҡабат-ҡабат әйләндереп, йыр өйрәнеп, һүҙҙәрен яҙып ала ине. Мәғәфүр Хисмәтуллиндың йырҙарын тыңлай торғайны ул. Бер осрашҡанда: «Ҡустым, һин армияға киткәндә ошо йырҙы йырлап киттең», – тип, «Ағын һыу»ҙы йырлап ишеттерҙе. Мәшһүр йырсы ине бит ул! Йәл, һуңғараҡ инеп китте йыр донъяһына.

Ғәлиә Кәлимуллинаның Башҡортостандың халыҡ артисы Яҡуп Шәрипов менән  әңгәмәһенең тулы вариантын "Тамаша" журналының 6-сы һанында уҡый алаһығыҙ.

Яҡуп ағай, һеҙ бигерәк инде...
Яҡуп ағай, һеҙ бигерәк инде...
Яҡуп ағай, һеҙ бигерәк инде...
Яҡуп ағай, һеҙ бигерәк инде...
Яҡуп ағай, һеҙ бигерәк инде...
Яҡуп ағай, һеҙ бигерәк инде...
Автор:
Читайте нас